Ширшова Любовь Васильевна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Любовь Васильевна Ширшова
Тыуған көнө:

14 июнь 1952({{padleft:1952|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (68 йәш)

Тыуған урыны:

п. Курлово, Гусь-Хрустальный район, Владимирская область, РСФСР, СССР

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Рәсәй

Ғилми өлкәһе:

искусствоведение

Эшләгән урыны:

Московский государственный областной университет, Российская государственная специализированная академия искусств

Ғилми дәрәжәһе:

сәнғәт ғилеме докторы

Ғилми исеме:

академик РАХ

Уҡыу йорто:

Институт живописи, скульптуры и архитектуры имени И. Е. Репина (1986)

Награда һәм премиялары


Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре

Ширшова Любовь Васильевна (1952 йыл) — Рәсәй сәнғәт фәне белгесе, әҙәби тәнҡитсе һәм педагог, сәнғәт фәне докторы (2012). СССР Рәссамдар союзы (1991) һәм Рәсәй Рәссамдар союзы (1992), Рәсәй Рәссамдарының ижади союзы һәм Мәскәү Рәссамдар союзы (1996) ағзаһы. Рәсәй художество академияһы академигы (2016). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2000). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2014).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ширшова Любовь Васильевна 1952 йылдың 14 июнендә Владимир өлкәһе Гусь-Хрустальный районының Курлово ҡасабаһында тыуған.

1981 йылдан 1986 йылға тиклем И. Е. Репин исемендәге Санкт-Петербург скульптура, архитектура һәм рәсем сәнғәте академия институтының сәнғәт теорияһы һәм тарихы факультетенда уҡый. 1994 йылдан 2010 йылға тиклем Христос Ҡотҡарыусы кафедраль собор храмының художестволы биҙәлешен тергеҙеү буйынса ҡатнаша. 2006 йылдан башлап СССР-ҙың халыҡ рәссамы Ефим Иванович Зверьков исемендәге пейзаж конкурсын йыл һайын үткәреү буйынса ойоштороусы һәм художество советы ағзаһы булып тора[1].

1994 йылда Рәсәй художество академияһының һынлы сәнғәт ғилми-тикшеренеү институтында сәнғәт фәне кандидаты ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеп «Портрет ХVII - ХVIII веков в восточных землях Речи Посполитой» темаһына диссертация яҡлай, 2012 йылда А.Л. Штиглиц исемендәге Санкт-Петербург художество-сәнәғәт академияһында сәнғәт фәне докторы ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеп, «Портрет ХVII - ХVIII веков в восточных землях Речи Посполитой» темаһына диссертация яҡлай[2]. 2003 йылдан Мәскәү өлкә дәүләт университеты һынлы сынғәт һәм халыҡ кәсептәре факультетының рәсем һәм декоратив сәнғәт уҡытыу методикаһы кафедраһында профессоры[3], бер үк ваҡытта 2013 йылдан Рәсәй дәүләт махсуслаштырылған сәнғәт академияһының һынлы сәнғәт һәм графика кафедраһы профессоры, мәҙәниәт һәм сәнғәт философияһы һәм тарихы буйынса һәм ижади дисциплиналарҙы уҡытыу методикаһы буйынса курстар алып бара[4].

1991 йылда Любовь Ширшова СССР Рәссамдар союзының ағзаһы була. 1996 йылдан Рәсәй Рәссамдарының ижади союзына ҡабул ителә. 1996 йылдан һәм 2013 йылдан — Мәскәү Рәссамдар союзының идара ағзаһы. 2016 йылда Сәнғәт белеме һәм художество тәнҡите бүлеге буйынса Рәсәй художество академияһының мөхбир ағзаһы булып һайлана[1].

2000 йылда Рәсәй Президенты Указы менән «Мәскәү ҡалаһы архитектураһын һәм мәҙәниәт ҡомартҡыларын һаҡлау һәм тергеҙеүгә ҙур өлөш индергәне өсөн» Ширшова Любовь Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була[5], ә 2014 йылда «Сәнғәт өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн» Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре исеме бирелә[6].

Библиография[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Портрет ХVII — ХVIII веков в восточных землях Речи Посполитой / Ширшова Любовь Васильевна; Москва, 1994. — 187 с.
  • Борис Михайлович Кустодиев: альбом / Л. В. Ширшова. - Санкт-Петербург : Художник России : Золотой век, 1997. — 166 с. — ISBN 978-5-7370-0334-5
  • Современная монументальная живопись Русской Православной Церкви : по материалам воссоздания Кафедрального соборного храма Христа Спасителя в Москве / Ширшова Любовь Васильевна; Санкт-Петербургская государственная художественно-промышленная академия. - СПб., 2012. — 518 с.
  • Салават Щербаков: альбом / авторы текста и составители: Л. В. Ширшова, Т. П. Скоробогатова. - Москва : Белый город : Воскресный день, 2018. — 63 с. - (Мастера живописи). — ISBN 978-5-359-01164-8
  • О современной религиозной живописи / Л.В. Ширшова// Вестник Московского государственного областного университета. - № 1 (29). - М., 2006. — С.53-58
  • Алексей Артемьев — мастер монументальной церковной живописи / Л. В. Ширшова // Декоративное искусство и предметно-пространственная среда. Вестник МГХПА / Московская государственная художественно-промышленная академия имени С. Г. Строганова. - М., 2010. — С.53-56
  • О профессиональной подготовке современных мастеров монументальной церковной живописи / Л. В. Ширшова // Декоративное искусство и предметно-пространственная среда. Вестник МГХПА / Московская государственная художественно-промышленная академия имени С. Г. Строганова. - № 3.Часть I. - М., 2011. — С.135-147 (1,2 п.л.).
  • Мастера монументальной церковной живописи Русской Православной Церкви / Л. В. Ширшова // Декоративное искусство и предметно-пространственная среда. Вестник МГХПА / Московская государственная художественно-промышленная академия имени С. Г. Строганова. - №3. Часть I. - М., 2011. — С.148
  • О становлении современной монументальной церковной живописи / Л. В. Ширшова // Декоративное искусство и предметно-пространственная среда. Вестник МГХПА / Московская государственная художественно-промышленная академия имени С. Г. Строганова. - №3. Часть 2. - М., 2011. — С.82-97
  • Комплекс храма Христа Спасителя // Декоративное искусство и предметно-пространственная среда / Л.В. Ширшова // Декоративное искусство и предметно-пространственная среда. Вестник МГХПА / Московская государственная художественно-промышленная академия имени С. Г. Строганова. - №3. Часть 2. - М., 2011. — С.98-107
  • Росписи нижней Преображенской церкви комплекса Кафедрального соборного храма Христа Спасителя в Москве // Декоративное искусство и предметно-пространственная среда. Вестник МГХПА / Московская государственная художественно-промышленная академия имени С. Г. Строганова. - №4. Часть 2. - М., 2011. — С.97-106
  • О стилевых направлениях отечественной монументальной церковной живописи в первое десятилетие XXI века / Л.В. Ширшова // Декоративное искусство и предметно-пространственная среда. Вестник МГХПА / Московская государственная художественно-промышленная академия имени С. Г. Строганова. - №4. Часть 2. - М., 2011. — С.79-88

Наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2014 — «Сәнғәт өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн»)[7]
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2000 — «Мәскәү ҡалаһының архитектура һәм мәҙәниәт ҡомартҡыларын һаҡлау һәм тергеҙеүгә ҙур өлөш индергәне өсөн»)[8]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Кто есть кто в современной культуре : эксклюзивные биографии / [гл. ред.: С. М. Семенов]. - М. : Московская типография : МК-Периодика, Т. 1 / авт. и сост.: Н. И. Шадрина и др. - 2006 г. — 783 с.
  • Живописное искусство России : на рубеже XX—XXI веков. - Москва : Живопись-Инфо, Т. 1 / сост.: Л. В. Гриншпун, Л. В. Ширшова. - 2007. — 199 с. — ISBN 978-5-9900524-4-4
  • Юбилейный справочник выпускников Санкт-Петербургского государственного академического института живописи, скульптуры и архитектуры имени И. Е. Репина Российской академии художеств, 1915—2005 / [Российская акад. художеств, Санкт-Петербургский гос. акад. авт.-сост.: С. Б. Алексеева и др.]. - Санкт-Петербург : Санкт-Петербургский гос. акад. ин-т живописи, скульптуры и архитектуры им. И. Е. Репина, 2007. — 790 с. — С.611 — ISBN 978-5-98174-016-9

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 Ширшова, Любовь Васильевна. 12 март 2021 тикшерелгән.
  2. Ширшова, Любовь Васильевна.РГБ.Дата обращения: 12 марта 2021.
  3. Кафедра методики обучения изобразительному и декоративному искусству.Московский государственный областной университет.Дата обращения: 12 марта 2021.
  4. Руководство. Педагогический состав.Российская государственная специализированная академия искусств.Дата обращения: 12 марта 2021.
  5. Указ Президента Российской Федерации от 19.08.2000 г. № 1530.Президент России.Дата обращения: 12 марта 2021.
  6. Указ Президента Российской Федерации от 28.05.2014 г. № 374.Президент России.Дата обращения: 12 марта 2021.
  7. Указ Президента Российской Федерации от 28.05.2014 г. № 374. 12 март 2021 тикшерелгән.
  8. Указ Президента Российской Федерации от 19.08.2000 г. № 1530. 12 март 2021 тикшерелгән.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]