Ширяева Нина Ильинична

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ширяева Нина Ильинична
рус. Нина Ильинична Ширяева
Зат ҡатын-ҡыҙ
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 15 август 1922({{padleft:1922|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})
Тыуған урыны Владивосток, Алыҫ Көнсығыш Республикаһы[d]
Вафат булған көнө 13 апрель 2013({{padleft:2013|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:13|2|0}}) (90 йәш)
Вафат булған урыны Бийск, Алтай крайы, Рәсәй
Һөнәр төрө танкист
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
I дәрәжә Ватан һуғышы ордены II дәрәжә Ватан һуғышы ордены Ҡыҙыл Байраҡ ордены «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы

Ширяева Нина Ильинична (Бондарь) (15 август 1922 йыл13 апрель 2013 йыл) — совет офицеры-танкисы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Һуғыш ваҡытында — 237-се танк бригадаһының Т-34 танк командиры, капитан.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Нина Ильинична Ширяева 1922 йылдың 15 авгусында Владивосток ҡалаһында[1] хәрби ғаиләһендә тыуған. Атаһы Владивосток ҡалаһынан Новосибирск ҡалаһына күскәндә тимер юл һәләкәтендә һәләк була. Хәрбиҙәрҙең таныш ғаиләһе уларҙы Бийск ҡалаһына саҡыра (Алтай крайы), улар шунда йәшәргә ҡала. Мәктәпте тамамлай[2].

Бала саҡтан уҡ, үҙенең һүҙҙәре буйынса, авиация менән «ауырый»[3], Бийск аэроклубын тамамлай, По-2 самолетында оса[4].

Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән (1941 йылдың июлендә[5]) Бийск хәрби комиссариатына килә, ул Омск ҡалаһында белемен күтәргәндән һуң, уны Мәскәү һауа һөжүменә ҡаршы оборона часына ебәрәләр. Бер По-2 самолетында раведка осошо ваҡытында ике аяғына ауыр яра ала һәм госпиталгә эләгә. Табиптарҙың һығымтаһы буйынса авиацияға тулыһынса яраҡһыҙ тип табыла[6][7].

Әммә Нина тылға китергә йыйынмай һәм медицина училищеһына уҡырға инеүҙән һәм регулировкалаусы тәҡдименән баш тарта[8][9]. Резерв буйынса уның таныштары, танк училищеһында уҡырға теләүселәрҙең исемлеген һалып, В. Сталинға патриотик хат яҙа. Был исемлектә Н.И. Бондарь ҙа була. Уға, күрәһең, украин фамилияһы арҡаһында, Сталин һәм Ворошилов ҡул ҡуйған юлламаға эләгергә мөмкин була[10].

1942 йылдың яҙында Һарытау танк училищеһын тамамлап, лейтенант Бондарь 237-се танк бригадаһы 2-се танк батальонының Т-34 танк командиры итеп ебәрелә (1-се танк армияһы). Прохоровка ауылы янындағы Курск дуғаһында, Корсунь-Шевченковская операцияһында ҡатнаша. Украина, Польша һәм Чехословакияны азат итеүҙә ҡатнаша[11].

Бигерәк тә Дуклинский артылышында барған (Чехословакия) алыштарҙа Карпат-Дуклинский операцияһы барышында (Көнсығыш-Карпат операцияһы өлөшө) батырлыҡ күрһәтә. 1944 йылдың сентябрендә уның танкы (радист-пулеметсы Перевозчиков Л. В.[12]) взвод командиры лейтенант Федоровтың өс машинаһы составында разведкаға бара һәм беренсе булып артылышҡа бәрепинә. Өс танк экипажы ҡыҙыу һуғышып биш тораҡ пунктты таҙарта (Паствисок, Рудавка, Рымановска, Тарнувка һәм Шкляр), шулай итеп бригаданың төп көстәренә алҡа барыуҙы тәьмин итә. Рота командиры сафтан сыҡҡас, ауыр хәлдә рота менән етәкселек итеүҙе үҙ өҫтөнә ала һәм 4-сәғәтлек алыш ойоштора. Уң ҡулы яраланыуға ҡарамаҫтан, батальонды һуғыштан сығарыуға бойороҡ булғанға тиклем, сафта ҡала[5]. Артабан һуғышта Н. И.Бондарҙың экипажы беренсе булып Моравск-Острава ҡалаһына һуғышып инә[13]. Артылыштаалыштар ваҡытында лейтенант Н.И.Бондарь үҙенең экипажы менән бөтәһе 4 орудие, 3 пулемет нөктәһен, 80 дошман һалдатын һәм офицерын юҡ итә. Артылыштағы һуғыштары өсөн I дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнә (30 сентябрь 1944 йыл).

1945 йылдың ғинуар — февралендә бер нисә тапҡыр танкын Пруссияның Отсрув, Гросс-Стрелиц (хәҙер Стшелец-Опольск, Польша), Гинденбург (хәҙер Забже) ҡалаларына разведкаға алып бара[14]. Һуғышта күрһәткән батырлығы өсөн Ҡыҙыл Байраҡ ордены (11 март 1945 )[15] менән бүләкләнә. Гинденбург ҡалаһында дошман позицияларына танк взводы составында флангынан урау маневр менән һөжүм итеп, дошманға ҡаланы ҡалдырырға мәжбүр итә. Одра йылғаһын беренсе булып аша сығып, взвод составында Розенталь һәм Лосия ауылдарына бәреп инә. Һуғыш барышында башы яралана, ләкин 3-сө танк батальонының төп көстәре килгәнгә тиклем танкыны ташлап китмәй. 1945 йылдың 15 ғинуарынан 7 февраленә тиклем осорҙа уның экипажы бөтәһе 3 орудие, ике миномет, боеприпастар менән склад, ике мотоцикл, һәм дошмандың башҡа техникаһы һәм тере көстәрен юҡ итә. Был ҡаһарманлығы өсөн II Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнә (19 февраль 1945).

Һуңынан Берлинды штурмлай, еңеүҙе Прагала ҡаршылай. Һуңғы снарядты Эльбала ата[16].

Һуғыш йылдарында дүрт тапҡыр ҡаты яралана, ике тапҡыр танкта яна. Атап әйткәндә, йыл самаһы шлемын сисмәй, сөнки сәстәре көйгән була[17]

1945 йылдың июнендә Мәскәүҙә Еңеү парадында ҡатнаша[18].

1946 йылда демобилизацияланғандан һуң[19], Бийскта йәшәй, ҡаҙанлыҡ заводында конструкторлыҡ бюроһында эшләй, Хеҙмәт ветераны[20]. Томск ҡалаһында йылылыҡ-энергетик институтын тамамлай[21] (хәҙер Томск политехник университетының Энергетика институты).

1950 йылда хеҙмәттәшенә кейәүгә сыға, уның менән һуғыш ваҡытында Вислала осраҡлы таныша[22].

2013 йылдың 13 апрелендә Бийскта вафат була[23].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғаиләһе, шәхси тормошо[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тышҡы медиафайлдар

Атаһы — Чернигов губернаһынан Алыҫ Көнсығышҡа килгән украин, әсәһе — рус, Сахалинда тыуған. Атаһы Ҡытай менән сиктәш Уссури йылғаһы сик буйы заставаһы начальнигы булып хеҙмәт итә, Новосибирск тимер юл һәләкәтендә һәләк була[25].

1950 йылда элекке хеҙмәттәшенә, Петр Федорович Ширяевҡа, паровоз машинисына кейәүгә сыға, уның менән һуғыш ваҡытында Вислала таныша[26]. Ғаиләлә улы Владимир һәм ҡыҙы Галина тыуа. Улы Владимир Петрович — танк ғәскәрҙәре майоры, Беренсе һәм Икенсе чечен һуғышында ҡатнаша[27]. Ҡыҙы Галина Петровна — Бийск ҡаҙанлыҡ заводында техник документация бүлеге начальнигы. Дүрт ейәне бар,[28] ейәндәренең береһе — кадет, Суворов училищеһына уҡырға инә планлаштыра[29].

Хәтер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Свидник, Дукельская операцияһы музейы

Словакияны азат итеүҙә ҡатнашҡан Танкист Н.И. Бондарь тураһында «Zeva v ranku» китап нәшер ителә. Дуклин артылышында Нина һуғышҡан совет танкы Т-34 номеры менән машина ҡуйылған[16].

2014 йылдың 15 авгусында Бийскта Коммунар тыҡрығының Нина Ильинична йәшәгән 14-се йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған[30][31]. Шулай уҡ уның хөрмәтенә Бийск ҡалаһының яңы урамдарының береһе аталасаҡ[32].

Бийск ҡалаһы башлығы Л.А Громогласова[33]:

Нина Ильинична тураһында ғәҙәттә былай тип әйтәләр: «сабып барған атты туҡтатыр, янып торған йортҡа инеп китер» Бөтәһе лә — ғаиләһе, дуҫтары, Нина Ильинична 38 йыл бергә эшләгән ҡаҙанлыҡ заводынан хеҙмәттәштәре  — уны тап шулай хәтерләйҙәр. Ул ғәжәйеп яҙмышлы, көслө ихтыярлы һәм изге йәнле ҡатын-ҡыҙ булды.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Скончалась легендарная бийская танкистка Нина Ширяева. Газета «Бийский рабочий»(22.04.2013).Дата обращения 4 июля 2014.
  2. Алексей Тимофеев.«В танкистской форме, при погонах...». Интернет-газета «Столетие»(5.03.2010).Дата обращения 4 июля 2014.
  3. Николай Гуртенко.Командир «Тридцатьчетвёрки»(недоступная ссылка). Алтайская правда № 238-240 (25229-25231)(19 августа 2011).Дата обращения 4 июля 2014
  4. Скончалась легендарная бийская танкистка Нина Ширяева. Газета «Бийский рабочий» (22.04.2013).Дата обращения 4 июля 2014.
  5. 5,0 5,1 5,2 Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  6. Скончалась легендарная бийская танкистка Нина Ширяева. Газета «Бийский рабочий» (22 апрель 2013). Дата обращения: 4 июль 2014.(недоступная ссылка)
  7. Николай Гуртенко.Командир «Тридцатьчетвёрки»(недоступная ссылка). Алтайская правда № 238-240 (25229-25231)(19 августа 2011).Дата обращения 4 июля 2014
  8. Алексей Тимофеев.«В танкистской форме, при погонах...». Интернет-газета «Столетие»(5.03.2010).Дата обращения 4 июля 2014.
  9. Николай Гуртенко.Командир «Тридцатьчетвёрки» (недоступная ссылка). Алтайская правда № 238-240 (25229-25231) (19 августа 2011).Дата обращения 4 июля 2014
  10. Николай Гуртенко.Командир «Тридцатьчетвёрки»(недоступная ссылка). Алтайская правда № 238-240 (25229-25231)(19 августа 2011).Дата обращения 4 июля 2014.
  11. Скончалась легендарная бийская танкистка Нина Ширяева. Газета «Бийский рабочий» (22 апрель 2013). Дата обращения: 4 июль 2014.(недоступная ссылка)
  12. Николай Гуртенко.Командир «Тридцатьчетвёрки» (недоступная ссылка). Алтайская правда № 238-240 (25229-25231)(19 августа 2011).Дата обращения 4 июля 2014.
  13. Скончалась легендарная бийская танкистка Нина Ширяева. Газета «Бийский рабочий» (22 апрель 2013). Дата обращения: 4 июль 2014.(недоступная ссылка)
  14. 14,0 14,1 Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  15. 15,0 15,1 Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  16. 16,0 16,1 Скончалась легендарная бийская танкистка Нина Ширяева. Газета «Бийский рабочий» (22 апрель 2013). Дата обращения: 4 июль 2014.(недоступная ссылка)
  17. Скончалась легендарная бийская танкистка Нина Ширяева. Газета «Бийский рабочий» (22 апрель 2013). Дата обращения: 4 июль 2014.(недоступная ссылка)
  18. Скончалась легендарная бийская танкистка Нина Ширяева. Газета «Бийский рабочий»(22.04.2013).Дата обращения 4 июля 2014.
  19. Алексей Тимофеев.«В танкистской форме, при погонах...». Интернет-газета «Столетие»(5.03.2010).Дата обращения 4 июля 2014.
  20. Скончалась легендарная бийская танкистка Нина Ширяева. Газета «Бийский рабочий»(22.04.2013).Дата обращения 4 июля 2014
  21. Алексей Тимофеев.«В танкистской форме, при погонах...». Интернет-газета «Столетие»(5.03.2010).Дата обращения 4 июля 2014.
  22. Николай Гуртенко.Командир «Тридцатьчетвёрки»(недоступная ссылка). Алтайская правда № 238-240 (25229-25231)(19 августа 2011).Дата обращения 4 июля 2014.
  23. Скончалась легендарная бийская танкистка Нина Ширяева. Газета «Бийский рабочий» (22 апрель 2013). Дата обращения: 4 июль 2014.(недоступная ссылка)
  24. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  25. Алексей Тимофеев.«В танкистской форме, при погонах...». Интернет-газета «Столетие»(5.03.2010).Дата обращения 4 июля 2014.
  26. Алексей Тимофеев.«В танкистской форме, при погонах...». Интернет-газета «Столетие» (5.03.2010).Дата обращения 4 июля 2014.
  27. Алексей Тимофеев.«В танкистской форме, при погонах...». Интернет-газета «Столетие»(5.03.2010).Дата обращения 4 июля 2014.
  28. Алексей Тимофеев.«В танкистской форме, при погонах...». Интернет-газета «Столетие»(5.03.2010).Дата обращения 4 июля 2014.
  29. Николай Гуртенко.Командир «Тридцатьчетвёрки»(недоступная ссылка). Алтайская правда № 238-240 (25229-25231)&(19 августа 2011).Дата обращения 4 июля 2014.
  30. Её жизни хватило бы на сериал. Честное слово № 35(915) (3 сентябрь 2014). Дата обращения: 3 сентябрь 2014.
  31. В Бийске увековечат память о единственной женщине-танкисте из Алтайского края Нине Ширяевой. Официальный сайт Администрации Алтайского края (14 август 2014). Дата обращения: 3 сентябрь 2014. 2017 йыл 27 сентябрь архивланған.
  32. Имена матери Василия Шукшина Марии Куксиной и танкиста Нины Ширяевой увековечат в Бийске. Алтайский архитектурно-строительный колледж (21 апрель 2014). Дата обращения: 4 июль 2014.
  33. Светлана Горлова.Сегодня в Бийске открыли мемориальную доску в честь Нины Ширяевой – единственной женщины-танкиста в Алтайском крае(недоступная ссылка). Бийский рабочий(15.08.2014).Дата обращения 3 сентября 2014.Архивировано 4 сентября 2014 года.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Белозерцев В. Ф. Такой характер: док. повесть; Становление: (слово о товарище…) / Василий Белозеров. — Бийск: Формат, 2005. — 114 с.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]