Ширяев Иван Андреевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ширяев Иван Андреевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 16 июнь 1896({{padleft:1896|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})[1]
Вафат булған көнө 3 октябрь 1950({{padleft:1950|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:3|2|0}}) (54 йәш)
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Хәрби звание рядовой
Һуғыш/алыш Беренсе донъя һуғышы[1], Рәсәйҙә Граждандар һуғышы[1] һәм Бөйөк Ватан һуғышы[1]
Ғәскәр төрө пехота[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы III дәрәжә Дан ордены II дәрәжә Дан ордены I дәрәжә Дан ордены Георгий миҙалы Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Ширяев Иван Андреевич (хәрби документтар буйынса 29 август 1891 йыл; 16 июнь 1896 йыл — 30 октябрь 1950 йыл) — Беренсе донъя, Граждандар һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы. Уҡсылар полкы яугиры, ҡыҙылармеец. Дан орденының тулы кавалеры.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иван Андреевич Ширяев 1896 йылдың 16 июнендә Өфө губернаһы Златоуст өйәҙе Черношар ҡасабаһында[2] (хәрби документтар буйынса 1891 йылдың 29 авгусында[3] (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дыуан районындағы бөткән ауыл) ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуа.

Урыҫ. Мәктәптә 2 класс тамамлай. 11 йәшенән эшләй башлай. Ағас оҫтаханаһында, батраклыҡта хеҙмәт итә, мал көтә, икмәк үҫтерә, Волгала балыҡ тота.

1912 йылда Рәсәй империяһы армияһына саҡырыла. Себер дивизияһында хеҙмәт итә. Беренсе донъя һуғышында ҡатнаша. Рота командирының ғүмерен ҡотҡарған өсөн Георгий миҙалы менән бүләкләнә. Ике тапҡыр яралана, газдар менән ағыулана.

1917 йылдың февраль революцияһы осоронда Көнбайыш фронтта һуғыша, агитатор итеп һайлана.

Петроградта Бөйөк Октябрь социалистик революцияһында ҡатнаша. Артабан Граждандар һуғышында була, генералдар Юденич һәм Деникин ғәскәренә ҡаршы һуғыша. Демобилизацияланып тыуған ауылына ҡайтҡандан һуң — ярлылар комитетына рәйес итеп һайлана.

1935-1941 йылдарҙа Ленин исемендәге колхоз рәйесе булып эшләй, Дыуан районындағы Ярославка МТС-ы тимерсеһе була.

1943 йылдың 15 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Дыуан район хәрби комиссариатынан Ҡыҙыл армияға саҡырыла. 1944 йылдан ВКП(б)/КПСС ағзаһы. Бөйөк Ватан һуғышы фронтында 1943 йылдың 9 апренән. Иван Андреевич улы Аркадий хеҙмәт иткән хәрби часҡа ебәреүҙәрен һорап рапорт яҙа, уның үтенесе ҡәнәғәтләндерелә, һәм улар аталы-уллы 455-се уҡсылар полкының 7-се уҡсылар ротаһында бергә хеҙмәт итә. Аркадий Ширяев 1944 йылда һәләк була.

1945 йылда демобилизациялана. Силәбе өлкәһенең Ҡуҫа ҡалаһында, Ҡуҫа районының Магнитка ҡасабаһында йәшәй. Шахтала тимерсе булып эшләй.

1950 йылдың 3 октябрендә вафат булды. Магнитка ҡасабаһында ерләнә[4].

Ҡаһарманлыҡтары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

455-се уҡсылар полкы (Көнбайыш фронттың 33-сө армияһы, 42-се уҡсылар дивизияһы) уҡсыһы ҡыҙылармеец Иван Ширяев 1943 йылдың 16 ноябренән Белоруссияның Витебск өлкәһе Дубровно ҡалаһынан 12 километр көнсығыштараҡ урынлашҡан Козьянский хуторы өсөн барған һуғышта ун гитлерсыны юҡ итә һәм дүртеһен әсирлеккә ала. Батырлығы һәм ҡаһарманлығы 1944 йылдың 7 мартында Иван Андреевич Ширяев 3-сө дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә (№ 12644).

459-сы уҡсылар полкы (2-се Белорус фронты, 50-се армия, 42-уҡсылар дивизияһы) уҡсыһы И. А. Ширяев 1944 йылдың 14 июлендә Гродно ҡалаһынан 19 километр көньяҡ-көнсығышта урынлашҡан Жидомля ауылы эргәһендә дошман атакаһын кире ҡаҡҡанда дошмандың 10-дан ашыу автоматсыһын юҡ итә. Һуғыштарҙа күрһәткән ҡаһарманлығы һәм батырлығы өсөн 1944 йылдың 28 авгусында 2-се дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә (№ 31843).

1944 йылдың 12 сентябрендә Иван Ширяев тәүгеләрҙән булып Польшаның Ломжа ҡалаһынан 10-15 километр көнбайыштараҡ шоссеға сыға һәм дүрт гитлерсыны юҡ итә. Нарев йылғаһы эргәһендә беренселәрҙән булып һөжүмгә ташлана һәм дошмандыъ 10-дан ашыу һалдатының һәм офицерының ғүмерен өҙә. СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 24 мартындағы Указына ярашлы, немец-фашист илбаҫарҙары менән алышта командованиеның заданиеларын өлгөлө үтәгәне өсөн ҡыҙылармеец Иван Андреевич Ширяев 1-се дәрәжә Дан ордены менән наградлана (№ 61) һәм Дан орденының тулы кавалеры булды.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 1-се, 2-се һәм 3-сө дәрәжә Дан ордены
  • «Батырлыҡ өсөн» миҙалы.

Хәтер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Башҡортостандың Дыуан районы Вознесенка һәм Таҙтүбә урта мәктәптәре музейҙарында Дан орденының тулы кавалеры И. А. Ширяевҡа бағышланған стенд бар.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Башкирская энциклопедия (урыҫ)Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с. — ISBN 978-5-88185-053-1
  2. Башҡорт энциклопедияһы — Ширяев Иван Андреевич (Тикшерелеү көнө: 27 июнь 2021)
  3. Сайт LiveInternet, 29 АВГУСТА РОДИЛИСЬ... (рус.) (Тикшерелеү көнө: 27 июнь 2021)
  4. Ширяев Иван Андреевич. «Герои страны» сайты.}

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Несокрушимые. Уфа, 1985.
  • Славные сыны Башкирии. Уфа.