Шитова Светлана Николаевна
Шитова Светлана Николаевна | |
Заты | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлығы |
![]() ![]() |
Тыуған көнө | 12 февраль 1936[1] (87 йәш) |
Тыуған урыны | Волгоград, РСФСР, СССР[1] |
Һөнәр төрө | ғалим, этнограф |
Эш урыны | Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты (РФА Өфө фәнни үҙәге)[1] |
Биләгән вазифаһы | ғалим[d][1] |
Уҡыу йорто | М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты[1] |
Ғилми дәрәжә | тарих фәндәре кандидаты[d][1] (1968) |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Шитова Светлана Николаевна (12 февраль 1936 йыл) — хеҙмәт ветераны, ғалим-этнограф. 1958—2006 йылдарҙа хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1970 йылдан — өлкән ғилми хеҙмәткәр. Тарих фәндәре кандидаты (1968). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2003).
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Светлана Николаевна Шитова 1936 йылдың 12 февралендә РСФСР-ҙың Сталинград крайы Сталинград (хәҙерге Волгоград) ҡалаһында тыуа.
1958 йылда Мәскәү дәүләт университетының тарих факультетын тамамлай.
1958 йылдан алып СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында эшләй.
1968 йылда Мәскәү дәүләт университетында башҡорт халыҡ костюмдары тарихы буйынса кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай. 1969 йылдан алып Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре.
2006 йылда Өфөлә С. Н. Шитованың 70 йәшлек юбилейына арнап «Башҡорт халҡының этногенезы һәм этник тарихы проблемалары» тигән темаға Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһы үткәрелә.
Фәнни эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1959 йылдан алып башҡорт халҡының көнкүрешен һәм мәҙәниәтен өйрәнеү буйынса 30 этнографик экспедицияларға етәкселек итә һәм ҡатнаша. Бер үк ваҡытта Башҡортостандың башҡа халыҡтарының да тарихын өйрәнә. СССР Фәндәр академияһының Этнография институты экспедициялары составында Үзбәкстан, Татарстан һәм Тажикстанға бара, Ямал-Ненец милли округының ненец һәм селькуп халыҡтары этнографияһын өйрәнә. 50-нән артыҡ ғилми хеҙмәт һәм алты монография авторы.
Светлана Шитованың фәнни эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре — башҡорт халҡының боронғонан алып хәҙерге заманға тиклемге матди мәҙәниәтен һәм декоратив сәнғәтен тикшереү. Этнограф милли кейемдәрҙе өйрәнеү, традициялы тораҡтар һәм торлаҡтар, башҡорт халҡының декоратив сәнғәте һәм биҙәү-яраҡтарын тикшереү менән шөғөлләнә[2].
Ғалим эшләгән башҡорт халҡының матди мәҙәниәтен классификациялау һәм типологик характеристикалау методы башҡа халыҡтарҙың этнографияһын өйрәнеүҙә лә ҡулланыла.
Ғилми хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ҡара, тулы исемлеге бында 2016 йылдың 4 март көнөндә архивланған.
- Башкиры. Историко-этнографический очерк. Уфа, 1963 (соавт.)
- Башкиры // Народы Европейской части СССР. Ч. 2. (Сер. «Народы мира»). М., 1964. С. 682—741 (в соавт. с Р. Г. Кузеевым)
- Декоративное творчество башкирского народа, Уфа, 1979 (соавт.)
- Традиционные поселения и жилища башкир. М.: Наука, 1984;
- Башкирская народная одежда. Уфа, 1995.
- История Башкортостана с древнейших времен до 60-х годов XIX в. Уфа, 1996 (соавт.)
- Резьба и роспись по дереву у башкир. Уфа: Китап, 2001.
- Башкиры: Этническая история, традиционная культура. Уфа: Башкирская энциклопедия, 2002 (соавт.)
- Курганские башкиры. Уфа: Гилем, 2002. (соавт.)
- История архитектурного декора в башкирских аулах. Уфа: Гилем, 2004.
- Народное искусство: войлоки, ковры, ткани у южных башкир (этнографические очерки). — Уфа: Китап, 2006.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2003)[3].
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 Башкирская энциклопедия (урыҫ) — Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с. — ISBN 978-5-88185-053-1
- ↑ Янгузин Р.3. Этнография башкир (история изучения). — Уфа: Китап, 2002. — 192 с: ил. (на с.159)
- ↑ Указ Президента РБ от 25.04.2003 г. 2019 йылдың 13 июль көнөндә архивланған. (Тикшерелеү көнө: 13 июль 2019)
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Шитова Светлана Николаевна // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 10 февраль 2021)
- Сайт ИИЯЛ УНЦ РАН 2012 йылдың 12 май көнөндә архивланған.
- 12 февралдә тыуғандар
- 1936 йылда тыуғандар
- Волгоградта тыуғандар
- Мәскәү дәүләт университетын тамамлаусылар
- Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре
- Тарих фәндәре кандидаттары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Шәхестәр:ТТӘИ
- Башҡортостан тарихы буйынса белгестәр
- Алфавит буйынса ғалимдар
- Рәсәй этнографтары
- СССР этнографтары
- Башҡорттар тураһында яҙған башҡа милләт (ил) шәхестәре