Шиши тауҙары

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Шиши тауҙары
Дәүләт  Рәсәй
Урын Көньяҡ Урал

Шиши тауҙары  — Силәбе өлкәһендәге бейек булмаған тау һырты.

Һүрәтләмә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шиши тауҙары — бейек булмаған тау һырты, Златоустан көнбайышта, Әй йылғаһының һул ярында (төньяҡ өлөшө) һәм Кеүәш йылғаһының уң ярында (көньяҡ өлөшө), Медведевка ауылының көньяғында урынлашҡан. Оҙонлоғо 15 километрҙан артығыраҡ. Шиши тауҙарының бейеклеге көньяҡта 733 метрҙан алып (Кайно тауы — иң бейек нөктәһе) төньяҡта 551 метрға тиклем (Мрамор тауы). Битләүҙәрендә ҡарағай, ҡайын урмандары үҫә.

Топонимика[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Билдәле географ И. В. Мушкетов 1877 йылда былай тип яҙа: «Шиши тауҙары айырым, һыртында ҡабарынҡы булып күренгән конус рәүешле осло түбәләре булған, төҙөк булмаған тауҙар теҙмәһенән ғибәрәт. Шунлыҡтан тауҙар үҙенең Шиши исемен алған да инде».

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

18 быуат аҙағы 19 быуат башында Шиши тауҙарының көнсығыш битләүендә, Медведевка ауылынан 5 км көньяҡта ҙур шахта була, унда баҡыр мәғдәне сығарыла. 1833 йылда тау инженеры Н. П. Барбот-де-Марни Шиши тауҙарының көнбайыш битләүендә, Әй йылғаһы үҙәненән 1 км алыҫлыҡта һәм Медведевканан 7 км көньяҡта Шиши минераль руднигын, шулай уҡ Барбот соҡоро тип аталған рудникты аса. Һуңғараҡ ошо уҡ районда тағы ла ике рудник асыла: хромлы тимер мәғдәне һәм тальк менән төҫлө ташта фелькнериты булған Титановый, һәм асыҡ-йәшел везувиан сыҡҡан Икенсе Шиши руднигы. Аҙағыраҡ, 1869 йылда, Шиши тауының көнсығыш битләүендә, Медведевканан 5 км көньяҡта, тау инженеры В. И. Редикорцев Парасковья-Евгеньевская руднигы тип аталған минераль рудник аса. 20 быуат башынан Шиши тауының төньяҡ сигендә (Мраморный тауы) ҙур аҡ мрамор сыҡҡан урын эшкәртелә.

Я. К. Нестеровский (1836) тауҙы Шиши тауҙары тип атай; 1950-се йылдарҙа топография карталарында Шиши тауының төньяҡ өлөшө Ташлы тауҙар тип атала.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Минеральные копи.
  • Медведёвское месторождение мрамора.
  • Редикорцевы.
  • Шишимские Горы (Юж. Урал).

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]