Шмидт Алексей Викторович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Шмидт Алексей Викторович
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of Russia.svg Рәсәй империяһы
Flag of the Soviet Union (1924–1955).svg СССР
Тыуған көнө 27 июль 1894({{padleft:1894|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})
Тыуған урыны Рәсәй империяһы, Лифлянд губернаһы, Тарту
Вафат булыу көнө 26 апрель 1935({{padleft:1935|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:26|2|0}}) (40 йәш)
Вафат булған урыны СССР, РСФСР, Санкт-Петербург
Атаһы Виктор Карлович Шмидт[d]
Туған тел рус теле
Һөнәр төрө ғалим
Эш биреүсе Пермь дәүләт милли тикшеренеү университеты[d]
Уҡыу йорто Санкт-Петербургский университет[d]

Шмидт Алексей Викторович (18941935) — совет археологы һәм шәрҡиәтсеһе, Кама буйы археологияһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе; Урал археологияһы, СССР-ҙың төньяғы һәм Египет буйынса 30-ҙан ашыу ғилми хеҙмәт авторы, Дерпт медицина университеты докторы, профессор Шмидт Виктор Карловичтың улы.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1894 йылдың 27 июлендә Лифляндия губернаһының Тарту ҡалаһында Дерпт медицина университеты докторы, профессор Шмидт Виктор Карлович ғаиләһендә тыуа.

1911 йылда Петербургта Видеман гимназияһын тамамлай. 1916 йылда Петроград университетын, академик Б. А. Тураев, уҡытыусылар С. А. Жебелев, М. И. Ростовцев һәм В. В. Струве ҡулы аҫтында уҡып, тамамлай.

1917 йылдан алып Пермь ҡалаһында йәшәй, 1918 йылдан алып Пермь университетының боронғо иҫтәлектәрҙе һаҡлаусы музейында эшләй, музейға материалдар йыя. 1919—1924 йылдарҙа Пермь дәүләт университетында археология һәм Пермь крайы тарихы буйынса, Боронғо Көнсығыш һәм тәүтормош мәҙәниәте тураһында лекциялар уҡый. 1920 йылда Пермь крайҙы өйрәнеү музейы менән хеҙмәттәшлек итә, музейҙың археология бүлегенең мөдире булып эшләй. Пермь губернаһы өйәҙҙәренә Урал боронғо иҫтәлектәрен өйрәнеү өсөн күп тапҡырҙар сәйәхәт ҡыла.

1923 йылдан алып СССР Фәндәр академияһының Азия музейындағы Ширҡиәт коллегияһында[1] , СССР Фәндәр академияһының антропология һәм этнография музейында Африка бүлеге мөдире булып эшләй. Фәндәр академияһын «таҙартыу» осоронда музейҙағы эшенән сығарыла. Билдәле булыуынса, 1925 йылдың 24 мартында А. В. Шмидт ҡулға алып, хөкөм ителә һәм өс йылға Турухан крайына һөргөнгә ебәрелә.

Һеңлеһенең Екатерина Павловна Пешковаға мөрәжәғәт итеүе арҡаһында 1925 йылдың 17 июлендә бер ҡайҙа ла сыҡмаҫҡа тигән ҡарар аҫтында һөргөндән азат ителә[2]

1929—1935 йылда А. В. Шмидт Матди мәҙәниәт тарихы Дәүләт академияһында (ГАИМК) ғилми хеҙмәткәр булып эшләй, А. И. Герцен исемендәге Ленинград педагогия институтында уҡыта.

1932—1933 йылдарҙа ГАИМК-тың Кама археологик экспедицияһының етәксеһе сифатында Пермь өлкәһендә һәм Башҡорт АССР-ында археология эштәре алып бара.

1920—1930 йылдарҙа Кама буйы боронғо халыҡтарының тарихын һәм этногенез проблемаларын, Урал халыҡтарының дине һәм сәнғәтенең килеп сығышын, үҫешен, мәҙәниәтен тикшерә, археология мәҙәниәтенең үҙ ваҡыты өсөн классификацияларҙың бөтөн методикаһын барлыҡҡа килтерә, уларҙы осорҙарға бүлә һәм аныҡ хронологияһын эшләй. Быға тиклем билдәһеҙ булған Урал ҡомартҡыларын археологик ҡаҙыу эштәре ваҡытында таба, шул иҫәптән — Левшинский неолит торағын, бронза дәүерендәге Турбинский ҡәберлеген, Ҡара-Абыз ҡаласығын, Ҡасҡын, Неволинский һәм Бахмутин ҡәберлектәрен аса. Өфө (Шайтан) ҡаласығы һәм Соҡор (Воронки) торағын, Бажино ауылы янындағы Таштау ҡаласығын, «Ыласын таш», Чандар торағын һәм Благовещен янындағы ҡаласыҡты ҡаҙып таба[3]

Раҫланмаған мәғлүмәттәр буйынса, Алексей Шмидт 1933 йылда ҡулға алына һәм Ленинградта тикшереү эштәре алып барылғанда 1935 йылдың 26 апрелендә вафат була. Уның ерләнгән урыны билдәһеҙ[4].

Иҫкәрмә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Худяков М. Г. Вклад А. В. Шмидта в археологию Прикамья и Приуралья // Проблемы истории докапиталистических обществ. Л., 1935. № 9-10;
  • Богословский Е. С. Материалы к изучению научной деятельности А. В. Шмидта в Пермском университете (1917—1924) // Труды Камской археолгической экспедиции. Пермь, 1968. Вып. IV. С. 146—156. (Учен. зап. Пермского ун-та. № 191);
  • Шмидт Алексей Викторович // Уральская историческая энциклопедия / гл. ред. В. В. Алексеев; РАН. УрО. Ин-т истории и археологии. Екатеринбург: УрО Ран, Изд-во «Екатеринбург», 1998. 624 с.
  • Инзельберг В. Д. Шмидт Алексей Викторович // Краеведы и краеведческие организации Перми: биобиблиографический справочник / сост. Т. И. Быстрых, А. В. Шилов. — Пермь, 2000.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]