Шоллар һыуы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Шоллар һыуы
Commons-logo.svg Шоллар һыуы Викимилектә

Шоллар һыуы (әзерб. Şollar suyu) — шишмә һыуы, Әзербайжан Республикаһы Хачмаз районының Шоллар ауылында сығарыла.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Төҙөү Баку — Шоллар һыу үткәргесе төҙөлөшө. XX быуат башы.

XIX быуат урталарында Баҡыла, таҙа эсәр һыу етешмәгәнлектән, ҡот осҡос хәл барлыҡҡа килә: ҡоҙоҡтарҙағы һыуҙан тоҙ тәме сыға, өҫтәүенә йыш ҡына ул таҙа ла булмай. Ҡалала ваба, дифтерия, скарлатина, ҡорһаҡ тифы, сабыртмалы тиф сирҙәре менән ауырыу осраҡтары йышая. Шуға күрә 1860-сы йылдар аҙағында Баҡы крепосының тирә-яғында эсәр һыу эҙләү эштәре башлана.

1879 йылдың сентябрендә Баҡы ҡала думаһы ултырышында думаның гласныйы Гаджи Зейналабдин Тагиев һыу эҙләүгә һәм төҙөләсәк һыу үткәргестең проектын төҙөүгә 1000 һум аҡса бүлергә тәҡдим итә. Геолог Бецевич етәкселегендә ер аҫты һыуҙары тикшерелә һәм, һыу күп, әммә уның сифаты насар, тигән һығымта яһала. 1880 йылдың май айында Баҡы думаһы Баҡының тирә-яғында ер аҫты һыуҙарын эҙләү буйынса комиссия булдыра.

1884 йылда инженер Отто Ленц Баҡының Маштаги һәм Бузовна ауылдарында һыу таба, әммә ул эсеү өсөн яраҡһыҙ булып сыға. Унда тоҙ миҡдирпы бик күп була, ә таҙартыу бик ҡыйбатҡа төшөсөк.[1].

Һыу үткәргес[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Худат янында Баҡы-Шоллар һыу үткәргесе

1899 йылдың октябрендә инглиз инженеры Уильям Линдлейшишмәләргә һәм йылғаларға бай Куба өйәҙендә эсәр һыу сығанағын эҙләү эштәрен башлай. Талаптарҙы ҡәнәғәтләндерерлек һыу Баҡынан яҡынса 180 километр алыҫлыҡта, ҡалҡыу тигеҙлектә урынлашҡан Шоллар һәм Ферсаль тораҡ пункттарында табыла. 1901 йылдың майында, Баҡы ҡалаһына ҡабатлап килгәнендә, Линдлей Баҡы думаһына үҙ докладын тапшыра, 1901 йылдың 23 июнендә проект раҫлана, уны тормошҡа ашырыу өсөн 35.000 һум бүленә (ул аҡсаның 25. 000 һумын думаның гласныйы Алимарданбек Топчибашев шәхсән индерә.

1902 йылда Дума һыу үткәргес төҙөлөшөнә 182 мең һум аҡса бүлә. 1903 йылдың көҙөндә Линдлейҙың вәкиле һыу үткәргес проектанының һуңғы вариантын тапшыра.

Скважиналарҙы быраулау менән француз компанияһы Линдлейҙың шәхси контроле аҫтында шөғөлләнә. 1904 йылдың февралендә һыу үткәргес төҙөү эштәре башлана, әммә революция ваҡиғалары һәм бер нисә холера эпидемияһы төҙөлөш эштәрен алып барыуҙы һуҙа.

Ниһайәт, 1909 йылдың 5 майында, Баҡы ҡала думаһында Рәсәйҙә оҙонлоғо буйынса Рәсәйҙә берҙән-бер булған Баҡы-Шоллар һыу үткәргесен (177 километр) төҙөү тураһындағы мәсьәлә хәл ителә: управа янында «Һыу үткәргес төҙөү буйынса бүлек» булдырыла, проект инженеры итеп автор үҙе тәғәйенләнә. 1912 йылдың ғинуарында Баҡы думаһы биргән юллауға бәйле император Николай II билдәле бер күләмдәге ерҙең Баҡы ҡалаһы милкенә күсерелеүе тураһында указ сығара.

1916 йыл аҙағына Баҡы-Шоллар һыу үткәргесен төҙөү, нигеҙҙә, тамамлана. 1917 йылдың 21 ғинуарында Баҡының Красноводский урамында (хәҙер С. Вургун урамы) тәүге шоллар һыуын алып эсергә мөмкин була. Һыу үткәргес тәүлегенә 3 миллион биҙрә һыу бирергә һәләтле була. Шоллар ауылындағы артезиан насостартарынан алып Сумгаит ҡалаһына яҡын урынлашҡан Насосный ҡасабаһына тиклем (яҡынса 190 километр самаһы) һыу үҙенән-үҙе ағып килә[2].Вспоминая о грандиозности выполненных работ, сэр Линдлей признавался:

Только в Западной Европе мною были проведены водопроводные и канализационные сооружения в 35 городах, но такой технически грандиозной работы и столь сложной, как постройка данного водопровода, на мою долю не выпадало.


Только в Западной Европе мною были проведены водопроводные и канализационные сооружения в 35 городах, но такой технически грандиозной работы и столь сложной, как постройка данного водопровода, на мою долю не выпадало.Страница Ҡалып:Шаблон:Конец цитаты/styles.css не имеет содержания.

1991 йылда Әзербайжанда һыу үткәргес төҙөү тарихына һәм уның сифатына арналған «Тере Һыу» тип аталған документаль фильм төшөрөлә .

Составы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Шоллар һыуының тәме лә, сифаты ла яҡшы, шуға уны махсус рәүештә таҙартыу ҙа талап ителмәй — уға бары тик хлор ғына һалына[2]. Микробиологияк һәм химик тест һөҙөмтәләре буйынса (Kaiser & Dr. Woldmann (Гамбург, Германия) шоллар һыуы Әзербайжанда иң яҡшы сифатлы эсәр һыу тип таныла[3].

Етештереү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бер нисә компания һыуҙы туранан-тура шоллар һыу үткәргесенән ала[4]. Шоллар һыуын 0,5 литрҙан алып 20 литрға тиклемге һыйымдарға «Shollar Bottling Company», «AquaVita», «Coca-Cola Azerbaijan», «Pepsi-Cola Azerbaijan» һәм башҡа компаниялар ҡоя[5]. «Кока-Кола» компанияһының Әзербайжандағы рәсми вәкиле «Бонаква» һыуындағы әсе тәмдең шоллар һыуының составына бәйле булыуы тураһында белдерә.[6].

Галерея[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Шулай уҡ ҡара[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]