Шолом Владимир Юрьевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Шолом Владимир Юрьевич
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 12 февраль 1955({{padleft:1955|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:12|2|0}}) (64 йәш)
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Ғафури районы
Туған тел рус теле
Һөнәр төрө ғалим
Эшмәкәрлек төрө трибология[d]
Уҡыу йорто Серго Орджоникидзе исемендәге Өфө авиация институты
Ғилми дәрәжә техник фәндәр докторы[d]

Шолом Владимир Юрьевич (12 февраль 1955 йыл, Ғафури районы, БАССР) — совет һәм Рәсәй ғалимы, Өфө дәүләт авиация техник университетының триботехника һәм майлау ғилми-тикшеренеү институты директоры, Өфө дәүләт авиация техник университетының «Мехатронные станочные системы» кафедраһы профессоры[1]. Техник фәндәр докторы. Рәсәй инженер академияһы ағза-корреспонденты. Трибология буйынса Рәсәй милли комитеты ағзаһы. «Трение и смазка в машинах и механизмах», «Приводная техника» ғилми баҫмаларының мөхәрририәт советы ағзаһы. Рәсәй сәнәғәтселәр һәм эшҡыуарҙар сою́зының республика бүлексәһе — Башҡортостан Республикаһының эш биреүселәр Союзы етәксеһе һәм идара ағзаһы. Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт палатаһының иҡтисад һәм эшҡыуарлыҡҡа ярҙам мәсьәләләре буйынса комиссия рәйесе. «Өфө авиация институтының хужалыҡ иҫәбе ижади үҙәге» технопаркының генераль директоры (халыҡ-ара күргәҙмәләр һәм конференциялар дипломанты, иң яҡшы сәнәғәт компанияһы тип танылған (2007 й.))[2].

8 СССР авторлыҡ танытмаларының авторҙашы. 41 Рәсәй Федерацияһы патенты авторҙашы.[3][4][5][6][7][8], 200 ғилми баҫманың авторҙашы.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1980 йылда Өфө авиация институтын (авиация двигателдәре факультеты) тамамлай.

  • 1972-1973 йылдарҙа —  Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе фрезерсыһы.
  • 1980-1985 йылдарҙа — Өфө авиация институтында юғары температуралы турбиналар тармаҡ лабораторияһының өлкән инженеры.
  • 1985-1991 йылдарҙа — Өфө авиация институтының режим буйынса проректоры.
  • 1989 йылдан Өфө авиация институтының хужалыҡ иҫәбе ижади үҙәге ( ХТЦ УГАТУ) генераль директоры.
  • 2003-2006 йылдарҙа — Өфө дәүләт авиация техник университетының Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы филиалы директоры.

Монографиялары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Бикулов А. З., Нигматуллин Р. Г., Шолом В. Ю. Органические нефтяные парафиновые отложения. Уфимский государственный авиационный технический университет, 1995.
  • Бикулов А. З., Нигматуллин Р. Г., Камалов А. К., Шолом В. Ю. Органические нефтяные отложения и их утилизация. Уфимский государственный авиационный технический университет, 1997.
  • Постнов В. В., Шолом В. Ю., Шустер Л. Ш. Методы и результаты оценки контактного взаимодействия применительно к процессам металлообработки. М.: Машиностроение, 2004.
  • Нигматуллин Р. Г., Шолом В. Ю., Атрощенко В. В. Контроль и диагностика ресурса работы объекта реновации. М.: Машиностроение, 2009.
  • Кишуров В. М., Постнов В. В., Шолом В. Ю. Исследование физических явлений при резании металлов (методики и оборудование). М.: Машиностроение, 2010.

Наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]