Шпаннагель
| Шпаннагель | |
|---|---|
| нем. Spannagelhöhle | |
Колкганг галереяһында | |
| Төп күрһәткестәр | |
| Тәрәнлеге | 2521 м |
| Оҙонлоғо | яҡынса 10 000 м |
| Асылған йылы | 1919 |
| Төрө | эзбизле |
| Инеү юлдары һаны | 4 |
| Килеүселәр өсөн | |
| Туристар өсөн асыҡ | 500 м |
| Яҡтыртыу | электрика |
| Урынлашыуы | |
| 47°04′49″ т. к. 11°40′18″ кс. о.HGЯO | |
| Ил | |
| Төбәк | Тукс |
Шпаннагель (нем. Spannagelhöhle) — Австрияның Тироль федераль ерендәге Циллерталь Альптарында урынлашҡан экскурсия мәмерйәһе. 2010 йылдар аҙағына мәмерйәнең яҡынса 10 километры тикшерелгән; экскурсиялар мәмерйәнең 500 метрында үткәрелә. Уның инеү урыны Шпаннагельхаус (2531 м) — элек Австрия туристик клубы (ÖTK) биләгән тау бинаһы аҫтында урынлашҡан. Мәмерйә һәм тау приюты 1902—1904 йылдарҙа ÖTK президенты булған доктор Рудольф Шпаннагель хөрмәтенә аталған.
Формалашыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Циллерталь Альптарының ҙур өлөшө кристаллик баштағы тоҡомдарҙан, плутондарҙан һәм метаморф тау тоҡомдарынан тора, улар мәмерйәләр яһалыуға булышлыҡ итмәй. Карстлашыуға һәләтле эзбизташ, доломит, гипс һәм башҡа карбонаттар кеүек ҡатламдар («кеҫәләр») генә иҫкәрмә булып тора. Был ҡатламдар, ғәҙәттә, ҡалын түгел һәм ҙур булмаған мәмерйәләр яһалыуына ғына мөмкинлек бирә. Мәмерйәләр барлыҡҡа килһен өсөн тоҡомдарҙың һыуҙа иреүсәнлеге лә талап ителә. Шпаннагель мәмерйәһе Хохштеген формацияһының юра осорона ҡараған ҙур кальцитлы мрамор ҡатламында барлыҡҡа килгән[1]. Ундағы карбонат миҡдары 90 %-тан ашыу, ул Көнбайыш Тауэрн тектоник «тәҙрәһе» мантияһы аша үтә. Был киң мәмерйәнең геологик коррозия (һәм коррозиялар ҡатнашыуы) һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килеүе төбәктең тектоникаһы менән аңлатыла.
Үҙенсәлектәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мәмерйә үтә дымлы булыуы һәм һыуҙың күп үтеп инеүе (атҡалауы) менән айырылып тора (был хатта каскадтар яһалыуына килтерә). Төрлө ағымлы үткәүелдәр (Mündungslöcher) тик һыу аҫтынан ғына үтеп булған ерҙәрҙә сифондар яһай. Яҡтылыҡтан алыҫ урынлашҡан мәмерйә өлөштәрендә һирәк осрай торған геликтиттар бар. Шпаннагель мәмерйәләр системаһы Гефрорн-Ванд-Кис боҙлоҡонан алып Лярмштангеға тиклем һуҙылған. Ул бөгөнгө көнгә үлсәнгән 10 километр оҙонлоғо менән Европалағы иң бейек ҙур мәмерйә булып тора. Экскурсиялар барышында мәмерйәнең күп кенә үҙенсәлектәре (төҫлө мрамор, төрлө кальцинизацияланған агломерациялар, спелеотемдар, кристалдар һәм колктар) тураһында һөйләнә. Бынан тыш, мәмерйәнең йәше һәм барлыҡҡа килеү процесы, шулай уҡ уның флораһы һәм фаунаһы, климаты һәм үпкә ауырыуҙарынан яфаланғандар өсөн файҙалы булған атмосфераһы тасуирлана. Ярғанаттар мәмерйәнән сығыу урындарына яҡын ғына күренә, шулай ҙа ҡайһы берҙәре инеү урынында аҙашып ҡала. Был үткәүелдең көнсығыш өлөшөндә мәмерйә музейы ойошторолған, унда тау ҡуйынында табылған бер нисә экспонат күрһәтелә.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Spannagel Cave, Austria (ингл.). www.bookrags.com. Дата обращения: 22 май 2022. at www.bookrags.com. Ҡалып:Reflang-old
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Spannagelhaus (ингл.). www.spannagelhaus.at. Дата обращения: 22 май 2022.