Шпенглер кубогы
Spengler cup | |
![]() Шайбалы хоккей | |
Нигеҙләнгән: | |
---|---|
Илдәр: |
Швейцария, Канада, Рәсәй, Германия, Чехия, Финляндия һәм башҡа Европа илдәре |
Регион: |
Европа һәм Төньяҡ Америка |
Ваҡыт: |
һәр йыл |
Командалар һаны: |
6 |
Ғәмәлдәге еңеүсе: |
|
Титулдарҙың иң ҙур һаны: | |
TV партнёрҙар: |
|
Рәсми сайт: |
Шпенглер кубогы — Швейцарияның Давос ҡалаһында йыл һайын декабрь аҙағында үткәрелә торған хоккей буйынса турнир. Был кубок 1923 йылда ойошторола. Ярыштар католиктарҙың Раштыуа (25 декабрь) һәм Яңы йыл байрамдары араһында үткәрелә. Шпенглер кубогында традицион рәүештә «Давос» (Швейцария чемпионатының иң яҡшы уйынсылары менән көсәйтелә) һәм Европала уйнаған хоккейсыларҙан торған Канада йыйылма командалары ҡатнаша. Турнирҙың бөтә уйындары «Давос» хоккей клубының Вайллант Аренаһында үтә. Башҡа командалар ойоштороусолар ҡарары буйынса саҡырыла.
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Иң тәүге тапҡыр 1923 йылда кубокты Канада студенттарынан торған Оксфорд университетының хоккей клубы еңә[1]. 1965 йылдан 1983 йылға тиклем турнирҙы йә чехословак, йә Советтар союзы клубтары еңә. 1984 йылдан алып Канада йыйылма командаһы ҡатнаша башлай һәм шул ваҡыттан башлап турнирҙа 15 тапҡыр еңә. Канаданың составына тулыһынса тиерлек Европала уйнаған Канада хоккейсылары эләгә.
Ярыштар 1978 йылға тиклем асыҡ һауала үткәрелә. Асыҡ һауалағы каток әле лә арена эргәһендә бар һәм ул донъялағы иң ҙур катоктарҙың береһе тип һанала. 1978 йылдан башлап бөтә уйындар Вайллант Арена эсендә үтә.
1956 йылда кубок үҙенең классик һәм билдәле формаһын ала. 2010 йылда уны яңы эшләнгән кубок алмаштыра.
Башҡортостан «Салауат Юлаев» хоккей клубы был турнирҙа дүрт тапҡыр ҡатнаша. 2007 йылда команда турнирҙың финалына етә һәм шунда Канада йыйылма командаһына отола. 2013 йылда «Салауат Юлаев» сирекфиналда төп көрәштән төшөп ҡала, ә 2014 йылда финалда «Женева-Серветт» хоккей клубына отола. 2019 йылда Өфө командаһы был турнирҙа тағы уйнаясаҡ.
Еңеүселәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ The Isis, 23 Jan. 1924, page 19. (Future Prime Minister of Canada Lester Pearson was a member of the Oxford University team in the spring of 1923; however, he returned to Canada in the summer of 1923 and therefore did not compete in the first Spengler Cup played at the end of December 1923 and early January 1924. See: Pearson, Lester B. Mike : The Memoirs of the Right Honourable Lester B. Pearson. Toronto: University of Toronto Press, 1972, page 50.)
- ↑ Матч между командами Оксфордского университета и ЛТЦ Прага закончился со счётом 0:0 (после овертайма). Обе команды признаны победителями.
- ↑ 3,0 3,1 .
- ↑ 4,0 4,1 .Үткәрелмәне