Эстәлеккә күсергә

Штейнберг Исаак Захарович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Штейнберг Исаак Захарович
идиш יצחק נחמן שטײנבערג
Рәсем
Зат ир-ат[1][2]
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 13 июль 1888({{padleft:1888|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:13|2|0}})[2][3]
Тыуған урыны Даугавпилс, Двинский уезд[d], Витебская губерния[d], Рәсәй империяһы[4]
Вафат булған көнө 2 ғинуар 1957({{padleft:1957|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:2|2|0}})[2][4][3] (68 йәш)
Вафат булған урыны Нью-Йорк, Нью-Йорк, Америка Ҡушма Штаттары[4]
Бер туғандары Штейнберг, Аарон Захарович[d]
Балалары Лео Штейнберг[d]
Яҙма әҫәрҙәр теле Идиш
Һөнәр төрө яҙыусы, адвокат, профсоюз эшмәкәре, сәйәсмән
Эшмәкәрлек төрө Сәйәсәт[5]
Биләгән вазифаһы Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышы ағзаһы[d] һәм министр юстиции[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Партия левых социалистов-революционеров[d] һәм Социалист-революционерҙар партияһы[d]
Сәйәси идеология Анархизм
 Штейнберг Исаак Захарович Викимилектә

Штейнберг Исаак Захарович(йәһүд баҫмаларында — Ицхок-Нахмен Штейнберг; 13 июль 1888 йыл, Динабург — 2 ғинуар 1957 йыл, Нью-Йорк) — РСФСР-ҙың юстиция халыҡ комиссары (1917 йылдың декабренән 1918 йылдың мартына тиклем), һул эсерҙар партияһы ағзаһы, идиш телендә яҙыусы. А. З. Штейнбергтың өлкән ағаһы.

Исаак Захарович Штейнберг 1888 йылдың 13 июлендә сауҙагәр Зерах Штейнберг һәм уның ҡатыны Эльяшева Хьена (Ковен раввинының ҡыҙы, йәһүд әҙәби тәнҡитсеһе Исроэл Бал-Махшовес בעל-מחשבות һеңлеһе) ғаиләһендә тыуған. Урыҫ шағиры, Берлиндағы йәһүд сәхнәһе режиссеры Николай Эльяшов — Исаак Захаровичтың ике туған энеһе. Исаак Захарович Штейнберг Перново гимназияһында хедерҙа уҡый.

Мәскәү дәүләт университетында уҡый, шунда эсерҙарға ҡушыла. 1907 йылда ҡулға алына һәм Тубыл губернаһына 2 йылға һөргөнгә ебәрелә. Һоргөндән һуң Германияға китә һәм магистр диссертацияһын яҡлай. Рәсәйгә әйләнеп ҡайтҡас адвокат эшмәкәрлеге һәм журналистика менән булыша. Беренсе бөтә донъя һуғышы ваҡытында һуғышҡа ҡаршы эш алып бара, күп тапҡырҙар ҡулға алына. 1917 йылда Өфөлә адвокат булып эшләй. Унда Өфө губернаһы һул эсерҙар клубы менән етәкселек итә.

Ҡала думаһына һайлана, Өфө эшсе һәм һалдат депутаттары Советы башҡарма комитеты ағзаһы була.

1917 йылдың 26 октябрендә Петроградтағы ихтилалды ғәйепләп сыға. Губревкомға игенселек буйынса комиссары составына инә. Өфө губернаһынан Ойоштороу соборына эсерҙарҙан депутат итеп һайлана. Һул эсерҙар партияһының Үҙәк комитеты ағзаһы була.

1917 йылда 10 декабрҙенән алып 1918 йылдың мартына тиклем РСФСР юстиция халыҡ комиссары була. Был эшенән тыш төрмәләрҙең шәхси составы менән етәкселек итә, енәйәт суд эшмәкәрлегендә бүлек мөхәррире булып эшләй. 1917 йылдың 18 декабрендә Дзержинский ордеры менән Ойоштороу йыйылышының бер нисә ағзаһы ҡулға алына («Ойоштороу йыйылышын һаҡлау союзы» нда ҡатнашыусы булараҡ), әммә И. З. Штейнберг уларҙы иреккә сығара[6]. 1917 йылдың 19 декабрендә ревтрибуналға кешеләрҙе, учреждениеларҙы һәм матбуғатты эҙәрлекләүҙе туҡтатыу тураһында «Инструкция» яҙа һәм шуға ярашлы телеграмманы Советтарҙың барлыҡ кимәлдәренә лә ебәрә. 1917 йылдыың декабре — 1918 йылдың ғинуарында Совнарком Штейнбергтың ВЧК-ға ҡаршы дәғүәләрен бер нисә тапҡыр тикшерә. 1917 йылдың 31 декабрендә уның инициативаһы менән Халыҡ Комиссарҙары Советы ВЧК һәм Тикшереү(Следственная)комиссияһының функцияларын айырып бүлеү тураһында ҡарар ҡабул итә.

1918 йылдың 6 ғинуарынан 7 ғинуарына ҡараған төндә Ф. Ф. Кокошкин һәм А. И. Шингарев үлтерелеү арҡаһында сыҡҡан ғауға сәбәпле, 7 ғинуарҙа Совнарком, Штейнбергтың докладын тыңлап, НКЮ-ға (Юстиция Халыҡ комиссариатына) «… ҡыҫҡа ваҡыт эсендә бөтә сәйәси тотҡондарҙы төрмәлә тотоуҙың нигеҙлелеген тикшерергә, ғәйепләү табылмаған осраҡта, уларҙы 48 сәғәт эсендә азат итергә» ҡуша.

Штейнберг тәҡдиме буйынса СНК наркомюст ағзалары большевик Козловский М. Ю. һәм П. А. Красиковтарың законды боҙоусы эшмәкәрлеген туҡтататыу тураһында тикшереүҙәр башларға бойора. 1918 йылдың 18 февралендә Штейнберг В. Бурцевты төрмәнән сығара. 1918 йылдың март-апрель айҙарында Штейнберг Ф. Э. Дзержинский менән конфронтацияға инә. 1918 йылдың 15 мартында Брест солохона протест йөҙөнән ул СНК составынан сыға һәм 19 мартта ПЛСР Үҙәк комитетының Көньяҡ делегацияһы составында Курскиға партизан отряды ойошторорға йүнәлә. Унан илдең көньяғына китә, Харьков, Дондағы Ростовҡа бара, Екатеринославта Советтарҙың Бөтә Украина съезында ҡатнаша Украин үҙәк комитет президиумы һайлана. Бөтә Украина ПЛСР-ы Президиумына Рәсәй һул эсерҙар араһынан һайлана. Д.Б Камков һәм А. В. Карелин менән берлектә Таганрогта һул эсерҙарҙың Баш хәрби штабын ойоштора. 1918 йылдың яҙында ПЛСР-ҙың икенсе съезында телмәр һөйләй, һул эсерҙарҙың СНК составынан сығыуын хуплай, совет бюрократияһының барлыҡҡа килеү ҡурҡынысы хаҡында иҫкәртә[7][8].

ВЧК тарафынан 1919 йылдың 10 февралендә ҡулға алына һәм төрмәлә 4,5 ай тотола.

1923 йылда Вена Интернационалында эшләү маҡсаты менән сит илгә сығып китә, шунан һуң уны ВЦИК совет гражданлығынан мәхрүм итә. Берлинда йәшәй. А. Шрейдер менән берлектә «Скиф» нәшриәтенә нигеҙ һала[9].

Журналистикала һәм әҙәбиәттә Штейнберг И. З. Ицхок-Штейнберг Нахмен тәхәллүсе аҫтында идиш телендә яҙа. Территориализмдың теоретигы һәм «Афн швэл» (На пороге) журналының мөхәррире була.

1933 йылда, Германияла нацистар властҡа килгәс, ул Лондонға күсенә. 1939—1943 йылдарҙа Австралияла йәшәй, унда йәһүд диаспораһын ойоштороу менән һөҙөмтәһеҙ шөғөлләнә.

1957 йылда Нью-Йоркта вафат була .

Улы — Американың билдәле сәнғәт белгесе Стайнберг Л (Залман-Лейб Штейнберг, 1920—2011).

Штейнберг хеҙмәт коллективтары үҙидара итеүгә нигеҙләнгән йәмғиәт төҙөү яҡлы булып сығыш яһай, уның ҡарашы анархизмға яҡын була. Әммә, Штейнберг, хөкүмәтһеҙ йәмғиәттә психологик һәм ойоштороу менән бәйле «власть кристалдары» булырға тейеш, тип уйлай, был пациент һәм табип, уҡытыусылар һәм уҡыусылар, йәш һәм тәжрибәле белгестәр араһындағы мөнәсәбәттәр, улар араһындағы иерархиялар мотлаҡ формаль булыуы мөмкин түгел тигән фекерҙә

Уларҙың күбеһе, формаль характерға эйә булмайынса ғына шәхсән хакимлыҡ, өҫтөнлөк алырға мөмкин. Был иерархиялар тулыһынса ирекле төҙөлһәләр ҙә, улар яңы власть пирамидаһына әүерелергә мөмкин. Ирекле йәмғиәтте Штейнберг эсендә ҡаты кристалдар йөҙгән иретмә менән сағыштыра. Шыйыҡса тулыһынса кристаллыға әйләнмәһен өсөн, уны даими болғап, кристалдарын таратып торорға кәрәк. Бындай һәр осраҡты айырым ҡарарға һәм, яңы тотороҡло иерархиялар барлыҡҡа килеүен киҫәтергә кәрәк. Әгәр был процестарҙы күҙәтеп тормаһаң. «анархияны» тулыһынса еңгән йәмғиәттең ҡабаттан диктатураға әйләнеүе бар. Шуға күрә Штейнберг үҙенең сығыштарында бындай кристаллашыуҙы булдырмай торған хөкүмәтһеҙ федерация ойоштороу тураһында һөйләй.

Көрәш майҙаны булып идаралыҡ функцияһын тарҡатыу торасаҡ. Штейнберг власты һайланған халыҡ үҙидара органдарында, үҙе шул яҡлы булған Советтарҙа, туплауҙың негатив, кире һөҙөмтәләргә килтереүе мөмкинлеге тураһында иҫкәртә, сөнки Советтарға һайланған депутаттар һайлаусылар йыйылыштары менән һәр саҡ бәйләнеш тота һәм был коллективтар һәр саҡ Советтарҙың төп йүнәлештәрен билдәләй, уларҙың эштәрен күҙәтә һәм үҙ наказдарын үтәтә.Әгәр уларҙың наказдары үтәлмәһә, һайлаусылар баштағы делегаттарҙы яңы делегаттар менән алмаштыра. Шулай ҙа Штейнберг урындағы йыйылыштарҙың юғары «власть» булыуына ҡарамаҫтан, һәр бер һайлау органдарының да эшен контролдә тота алмаясағын аңлай. Шуға күрә, Штейнберг, берҙәм совет власы йоҙроғон ҡыйратып, йәмғиәт менән идара итеүҙе сәйәси һәм иҡтисади органдар араһында бүлергә кәрәк, тип таба. Совет власының бындай ике тармаҡта тороуы уларҙы тигеҙләштереүгә килтерә һәм законды боҙоуға ҡамасаулай, тип уйлай.

Штейнбергтың идеялары һул эсерҙарҙың төп концепцияһы була.

  • Дневник социалиста-революционера. — Уфа, 1917.
  • Нравственный облик революции. — Берлин, 1923.
  • Штейнберг, И. З. От февраля к октябрю 1917 г. — Берлин-Москва, 1920.
  • Когда я был наркомом. — Берлин, 1929.
  • Spiridonova: Revolutionary Terrorist. — London, 1935.
  • Australia: The Unpromised Land. — London, 1948
  • In The Workshop Of The Revolution, 1955.
  1. Record #39498601 // VIAF (билдәһеҙ)[Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
  2. 2,0 2,1 2,2 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  3. 3,0 3,1 Isaac Steinberg // SNAC (ингл.) — 2010.
  4. 4,0 4,1 4,2 Deutsche Nationalbibliothek Record #123619505 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  5. Чешская национальная авторитетная база данных
  6. Леонов С. В. Государственная безопасность Советской Республики в пору Октябрьской революции и Гражданской войны (1917—1922 гг.) // Государственная безопасность России: история и современность. — М., 2004.
  7. Штейнберг Ицхак Нахман — Ҡыҫҡа йәһүд энциклопедияһынан (рус.)
  8. Второй Съезд Партии Левых Социалистов-революционеров-интернационалистов
  9. Издательство Скифы
  • Очерки по истории Башкирской АССР. Т. 2. — Уфа, 1966.
  • В. И. Ленин и ВЧК. Сборник документов (1917—1922). — М., 1987.