Штурмандарҙың Силәбе хәрби авиация институты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Штурмандарҙың Силәбе хәрби авиация институты
Нигеҙләү датаһы 1 октябрь 1936
Дәүләт Flag of the Russian Soviet Federative Socialist Republic (1918–1937).svg Рәсәй
Урынлашыу Силәбе ҡалаһы
Commons-logo.svg Штурмандарҙың Силәбе хәрби авиация институты Викимилектә

Штурмандарҙың Силәбе юғары хәрби авиация училищеһы — Силәбе өлкәһендә урынлашҡан юғары уҡыу йорто. Рәсәйҙә РФ Һауа-йыһан көстәре, башҡа минитсрлыҡтар һәм ведомстволар, шулай уҡ Яҡын һәм Алыҫ сит илдәр өсөн 1 факультетта хәрби штурман-инженерҙар һәм 2 факультетта хәрби идара итеү офицерҙарын әҙерләгән берҙән-бер уҡыу йорто.

Хәҙер — Хәрби-һауа көстәренең «Профессор Н. Е. Жуковский һәм Ю. А. Гагарин исемендәге хәрби-һауа академияһы» хәрби уҡыу-ғилми үҙәгенең Силәбе ҡалаһындағы филиалы[1].

Училищенын тамамлаусыларға «лейтенант» хәрби званиеһы һәм «инженер» квалификацияһы бирелә, юғары һөнәри белем тураһында дәүләт өлгөһөндәге дипломдар бирелә.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Штурмандарҙың Силәбе юғары хәрби авиация училищеһы 1936 йылдың 1 октябрендә РККА-ның Генераль штабы директиваһына ярашлы асыла һәм 1936 йылдың 13 февралендә «осоусы-күҙәтеүселәрҙең 15-се хәрби мәктәбе» атамаһын, 3858 һанлы хәрби часть номерын һәм өс йыллыуҡ уҡытыу мөҙҙәтен ала.

1938 йылдың 13 майында СССР НКО-һының 067-се бойороғо менән 15-се хәрби мәктәп «Осоусы-күҙәтеүселәрҙең Силәбе хәрби авиация училищеһы» (ЧВАУЛН) тип үҙгәртелә.

Осоусы-күҙәтеүселәрҙе училище 1939 йылдың 30 сентябрендә күпләп сығара (217 кеше), уларҙың күпселеге Ленинград һәм Алыҫ Көнсығыш хәрби округына ебәрелә. Быға тиклем 1938 йылдың ноябрендә 32 кеше тиҙләтелгән сығарылыш менән сығарыла, уларҙың бер өлөшө училищела уҡытыусыһы итеп ҡалдырыла, ҡалғандары артабан белем алыу өсөн профессор Н. Е. Жуковский исемендәге Хәрби-һауа академияһына йүнәлтелә.

1941 йылдың 1 ғинуарында Генераль штабтың 1940 йылдың 16 ғинуарындағы директиваһына ярашлы, ЧВАУЛН «Уҡсы-бомбардирҙарҙың Силәбе хәрби авиация мәктәбе» (ЧВАШ СБ) тип үҙгәртелә.

1941 йылдың 15 майында Уҡсы-бомбардирҙарҙың Краснодар мәктәбе менән, шул уҡ йылдың 15 сентябрендә Уҡсы-бомбардирҙарҙың Павлоград авиашколаһы менән берләштерелә.

1941 йылдың көҙөндә мәктәп базаһында 685, 686-сы төнгө бомбардировка авиация полкы һәм 688-се еңел бомбардировка төнгө авиация полкы ойошторола, улар Р-5, ТБ-3 самолеттары менән комплектлана. 1942 йылда училищеһы базаһында тағы ла ике төнгө бомбардировка полкы (373 һәм 990) ойошторола һәм Р-5, У-2 самолеттары менән комплектлана.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында училищеһын 25 сығарылыш штурмандар, 18 сығарылыш уҡсы-радистар, 12 меңгә яҡын авиация белгесе әҙерләп сығара. Форнтҡа 5 авиация полкы һәм 1 авиция эскадрильяһы әҙерләп ебәрә. Училищеның 26 кешеһе Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була. Һуғыштың бәүге йылдарында ойошторолған 5 авиаполк составынан 15 кеше шулай уҡ Советтар Союзы Геройы исемен ала, 2 меңдән ашыу сығарылыусы хәрби орден һәм миҙалдар менән наградлана. 1945 йылдың июнендә училище уҡытыуҙың яңы мөҙҙәтенә күсә.

1947 йылдың ноябрендә училищеһы «Алыҫ авиация бәйләнеше белгестәре һәм штурмандарының Силәбе хәрби авиация училищеһы» тип үҙгәртелә.

1954 йылдан училище «Штурмандарҙың Ҡыҙыл байраҡлы Силбе хәрби авиация училищеһы» (ЧВАКУШ) тип атала башлай.

КПСС Үҙәк Комитеты һәм СССР Министрҙар Советы ҡарары менән 1959 йылдың 15 майында училище 4 йыллыҡ уҡыу ваҡыты һәм штурман-инженерҙар әҙерләүсе юғары хәрби-авиация училищеһы (ЧВВАКУШ) тип үҙгәртелә.

Барлыҡҡа килгән ваҡытынан алып вуз барлығы 41 меңдән ашыу юғары квалификациялы штурмандар, уҡсы-радистар, кесе авиация белгестәре әҙерләп сығара.

1963 йылдан башлап, вузда 90-дан ашыу кеше алтын миҙал менән тамамлай, 475-е — ҡыҙыл диплом ала. Төрлө спорт төрҙәре буйынса 56 спорт мастеры һәм 18 мастерлыҡҡа кандидат тәрбиәләнә. 186 хәрби хеҙмәткәр «ҡайнар нөктәләрҙә» хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша.

1993 йылдан училище яңы программаға күсеп, курсанттарҙы биш йыл уҡыта башлай.

1966 йылдың 15 ғинуарынан вуз базаһында Г. Титов исемендәге Йәш космонавттар мәктәбе эшләй башлай (2011 йылда ябыла), 1996 йылдың 23 октябренән — башланғыс осоу әҙерлеге булған кадет мәктәп-интернаты.

2002 йылдың июнендә айында Штурмандарҙың Ҡыҙыл байраҡлы Силәбе юғары авиация институты тип үҙгәртелә (ЧКВАИШ).

Уҡыу-күнекмә осоуҙары өсөн төп күнекмә аэродромы булып Силәбенең а Шагол аэродромы тора (1938 йылда төҙөлә). Ойошторолғандан алып 1990 йылдарға тиклем шулай уҡ Першино, Баландино, Логовушка, Кустанай, Шадринск, Каменск-Уральский, Упрун аэродромдары ҡулланыла.

Хәҙерге торошо[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

РФ Хөкүмәтенең 2008 йылдағы 1951-р бойороғо менән училище айырым структура бүлексәһе булараҡ профессор Н. Е. Жуковский һәм Ю. А. Гагарин исемендәге Хәрби-һауа академияһына ҡушыла һәм һуңыраҡ ошо белем усағының хәрби уҡыу-фәнни үҙәк филаиалы тип иғлан ителә (ВУНЦ ВВС «ВВА») (Мәскәү ҡалаһы, Монино ҡасабаһы, Мәскәү өлкәһенең Щелковский ҡасабаһы)[2][3][4].

РФ Оборона министрлығының 2011 йылдың 12 июлендәге бойороғо менән Ейск (Краснодар крайы), Санкт-Петербург, Силәбе ҡалаларындағы ВУНЦ ВВС «ВВА» филиалдары бөтөрөлә[5].

2011 йылдың 19 октябрендә Силәбе училищеһы тарҡатыла, ә уның белем биреү ҡеүәте һәм курсанттары Серов исемендәге Краснодар хәрби авиация институты составына күсерелә[6].

2012 йылда беренсе тапҡыр курсанттар йыйылмай. Икенсе һәм өсөнсө курс курсанттары Борисоглебскиҙа әҙерләнә. Өлкән курстар Силәбелә уҡый: дүртенсе курста улар — специализация, бишенсе курста Шагол авиация базаһында осоу күнекмәләре үтә. 2013 йылда ЧВВАКУШ-ты тергеҙеү, үҙ аллы вуз итеү, беернсе курсҡа 492 курсант йыйыу, шул иҫәптән «штурман» һөнәре буйынса 292 кеше һәм «хәрби идаралыҡ офицеры» һөнәре буйынса 200 кеше йыйыу планлаштырыла[7].

2013 йылда училище Н. Е. Жуковский һәм Ю. А. Гагарин исемендәге Хәрби-һауа академияһы составына филиал булараҡ индерелә. 2016 йылдан төрлө һөнәрҙәр буйынса 500-гә яҡын курсант йыйыла[8].

Наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1944 йылдың 5 ноябрендәСССР Юғары Советы Президиумы указы менән Ҡыҙыл байраҡ ордены менән наградлана.

1967 йылдың 30 октябендә КПСС Үҙәк Комитеты, СССР Юғары Советы Президиумы, СССР Министрҙар Советы ҡарары менән КПСС Үҙәк Комитеты, СССР Юғары Советы Президиумы, СССР Министрҙар Советының Иҫтәлекле Байрағы менән бүләкләнә.

1968 йылдың 17 октябрендә СССР Оборона министрының 254-се бойороғо менән училищеға ВЛКСМ-дың 50 йыллығы исеме бирелә.

1972 йылдың 13 декабрендә КПСС Үҙәк Комитетының, СССР Юғары Советы Президиумының 845—285 һанлы ҡарары менән Почет билдәһе менән бүләкләнә.

1986 йылдың 28 сентябрендә РСФСР Юғары Советы Президиумы указы менән РСФСР Юғары Советының Почетлы грамотаһы менән бүләкләнә.

Начальниктары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 1936—1937 — полковник Эдуард Юрьевич Лепин
  • 1938—1941 — комбриг (1940 йылдан — авиация генерал-майоры) Емельянов Федор Емельянович
  • 1941—1954 — авиация генерал-лейтенанты Белов Василий Павлович
  • 1954—1959 — авиация генерал-майоры Бабенко Андрей Дементьевич
  • 1959—1968 — авиация генерал-майоры Бельцов Георгий Степанович
  • 1968—1974 — авиация генерал-майоры Демченко Андрей Кириллович
  • 1974—1978 — авиация генерал-майоры Жигунов Владимир Корнилович
  • 1978—1980 — авиация генерал-майоры Андреев Константин Анатольевич
  • 1980—1982 — авиация генерал-майоры Шабанов Виктор Иванович
  • 1982—1986 — авиация генерал-майоры Рассоха Борис Николаевич
  • 1986—1998 — авиация генерал-майоры Вишняков Игорь Иванович
  • 1998—2009 — генерал-майор Хоронько Сергей Николаевич
  • 2009—2011 — полковник Логунов Олег Викторович
  • 2013—хәҙергә тиклем — генерал-майор Шведтов Игорь Валерьевич

Билдәле курсанттар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Советтар Союзы Геройҙары:[9]

  • Аргунов Николай Филиппович
  • Верняев Анатолий Яковлевич
  • Волков Дмитрий Петрович
  • Гашков Алексей Вениаминович
  • Глушков Николай Николаевич
  • Гунбин Николай Александрович
  • Евдокимов Григорий Петрович
  • Жмаев Николай Романович
  • Иванов Александр Степанович
  • Ижутов Николай Степанович
  • Крупин Андрей Петрович
  • Кудрявцев Сергей Сергеевич
  • Лакатош Владимир Павлович
  • Лядов Григорий Григорьевич
  • Марьин Иван Ильич
  • Опрокиднев Борис Константинович
  • Паничкин Михаил Степанович
  • Паничкин Николай Степанович
  • Пахотищев Николай Дмитриевич
  • Петров Александр Федорович
  • Тюрин Леонид Федорович
  • Туйгунов Леонид Наумович
  • Фролов Александр Филиппович
  • Яловой Федор Степанович
  • Яновский Иван Иванович
  • Ящук Ростислав Давыдович
  • Клещ Иван Никифорович
  • Бурков Валерий Анатольевич
  • Балашов Владимир Михайлович, РФ Геройы
  • Ржавитин Игорь Викторович, РФ Геройы
  • Богодухов Владимир Иванович, РФ Геройы
  • Шендрик Владимир Георгиевич, РФ Геройы
  • Шпитонков Николай Николаевич, РФ Геройы
  • Романов Виктор Михайлович, РФ Геройы

Социалистик Хеҙмәт Геройы:

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Военный учебно-научный центр ВВС «Военно-воздушная академия» (филиал, г. Челябинск) : Министерство обороны Российской Федерации
  2. Распоряжение Правительства Российской Федерации от 24 декабря 2008 г. № 1951-р «О создании и реорганизации государственных военных образовательных учреждений высшего профессионального образования»
  3. Распоряжение Правительства Российской Федерации от 11 ноября 2009 г. № 1695-р «О создании филиалов федеральных государственных образовательных учреждений высшего профессионального образования, находящихся в ведении Минобороны РФ»
  4. Распоряжение Правительства Российской Федерации от 18 декабря 2010 г. № 2327-р «О реорганизации государственных учреждений среднего и высшего профессионального образования»
  5. Приказ Министерства обороны Российской Федерации от 12 июля 2011 г. № 1136 «О мерах по совершенствованию системы подготовки кадров в военных образовательных учреждениях высшего профессионального образования Министерства обороны Российской Федерации»
  6. newsland.com Челябинское летное училище возобновило набор курсантов
  7. В Челябинском училище штурманов появится новая специальность. Тәүге сығанаҡтан архивланған 3 ғинуар 2014. 3 ғинуар 2014 тикшерелгән.
  8. Около 500 будущих штурманов ВКС России начнут учиться в Челябинске в 2016 году(недоступная ссылка), 26.12.2015 г. ИА «ТАСС».
  9. Во имя Родины. Рассказы о челябинцах — Героях и дважды Героях Советского Союза.. Тәүге сығанаҡтан архивланған 2 ноябрь 2014. 31 ғинуар 2012 тикшерелгән.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]