Шульженко Клавдия Ивановна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Шульженко Клавдия Ивановна
рус. Клавдия Шульженко
Зат ҡатын-ҡыҙ[1]
Рәсем
Гражданлыҡ  Украинская Народная Республика[d]
 СССР
Тыуған көнө 11 (24) март 1906
Тыуған урыны Харьков, Рәсәй империяһы[2]
Вафат булған көнө 17 июнь 1984({{padleft:1984|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:17|2|0}})[3][4] (78 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР
Ерләнгән урыны Новодевичье зыяраты[d]
Һөнәр төрө актёр, йырсы
Кемдә уҡыған Natalia Tagliori[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Йырсы тауышы сопрано[d]
Музыка ҡоралы вокал[d]
Жанр эстрада[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены СССР-ҙың халыҡ артисы Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены «Ленинградты обороналаған өсөн» миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы «Хеҙмәт ветераны» миҙалы «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы РСФСР-ҙың халыҡ артисы РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы В. И. Лениндың тыуыуына 100 тулыу айҡанлы юбилей миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә егерме йыл» юбилей миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә утыҙ йыл» юбилей миҙалы юбилейная медаль «50 лет Вооружённых Сил СССР» юбилейная медаль «60 лет Вооружённых Сил СССР» «Мәскәүҙең 800 йыллығы иҫтәлегенә» миҙалы медаль «В память 250-летия Ленинграда»
 Шульженко Клавдия Ивановна Викимилектә

Шульженко Клавдия Ивановна (11 март (24 март) 1906 йыл, Рәсәй империяһы, Харьков ҡалаһы — 17 июнь 1984 йыл, СССР, Мәскәү) — эстрада йырсыһы, актриса. СССР-ҙың халыҡ артисы (1971). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.

Биографияһы һәм ижады[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Кла́вдия Ива́новна Шульженко 1906 йылдың 11 (24) мартында Харьков ҡалаһы Александровский дауаханаһында[5]тыуған. Уның атаһы Иван Иванович Шульженко Тимер юлдары баш идаралығында бухгалтер булып эшләгән[6]. 1923 йылдан Москалёвкала — Владимирская урамы, 45-се йорт, 6-сы фатирҙа йәшәй.

1910 йылдар аҙағында халыҡ йырҙарын башҡара башлай. Харьков консерваторияһы профессоры Н. М. Чемезовта[7] нота грамотаһы һәм йыр буйынса шәхси дәрестәр ала. 1923 йылда Н. Н. Синельников етәкселегендәге Харьков драма театры артисы була. Шул уҡ йылда «Яза» спектаклендә йырсы «Күктә йондоҙҙар» романсын башҡарып беренсе тапҡыр йырсы булараҡ сығыш яһай. Театрҙа бирелгән бөтә дивертисменттарҙа ҡатнаша һәм бер үк ваҡытта ҡала йәйге эстрада майҙандарында эшселәр клубында сығыш яһай. Был осорҙа ул башҡарған «Шахта № 3» һәм «Кирбес заводы тураһында йыр» йырҙары хәҙерге заман көнкүреш йырҙарының тәүге өлгөләре һанала. 1925 йылдың йәйендә Харьковтағы Краснозаводск драма театрында эшләй башлай. 1927 йылда композитор Юлий Мейтус махсус уның өсөн тиҙ арала популяр булып киткән бер нисә яңы әҫәр («Ҡыҙыл мәк», «Ҡыҙыл армия», «Гренада») яҙа.

1928 йылда Ленинград Мария театры сәхнәһендә Матбуғат көнөнә арналған концертта йырсының дебюты була.

19291942 йылда — Ленгосэстрада артисы, Я. Б Скоморовский етәкселегендәге джаз-оркестр солисы булып эшләй[8].

1931 йылдың октябрендә Ленинград мюзик-холлында үткән «Шартлы үлтерелгән» спектакле премьераһы була, йырсы Машенька Фунтикова ролен башҡара. Спектаклгә музыканы Дмитрий Шостакович яҙа, ә дирижёрлыҡ пульты артында Исаак Дунаевский тора. Шулай уҡ «Аттракцион ғәмәлдә» программаларында ҡатнаша. 1934 йылда режиссёр М. А. Авербахтың «Һинең дуҫың кем?» кинофильмда Вера ролендә төшә. 1936 йылда уның йырҙары граммофонға беренсе тапҡыр яҙҙырыла. 1939 йылдың көҙөндә 1-се Бөтә Союз эстрада артистары конкурсы үтә. Бик ҡаты һәм абруйлы жюри, конкурсанттар араһында байтаҡ талантлы артистар булһа ла, берәүгә лә беренсе премияны бирмәй. Йырсы башҡарған өс йыр— «Челита», «Ҡыҙыҡай, һау бул» һәм «Записка» йырҙары жюриға ла, тамашасыға ла онотолмаҫлыҡ көслө тәьҫир итә. Мария Миронова менән өсөнсө премияны бүлешеп, Клавдия конкурс лауреаты була. Уның танылыуы арта бара. Шульженко грампластинкалар яҙҙыра, һәм улар прилавкаларҙа оҙаҡ ятмай. Уның репертуарына «Йонсоған ҡояш» популяр тангоһы, «Дуҫлыҡ» («Ҡасан ябай һәм яғымлы ҡараш менән…»), «Андрюша», «Ваня ағай» фокстроттары инә; ул «Ҡулдар», «Записка» сюжетлы йырҙарын актёрҙарса «уйнай».

Клавдия Шульженконың яугирҙәр алдында сығышы. Ленинград фронты, 1941 йыл

1940 йылдың ғинуарында Ленинградта Клавдия Шульженко һәм уның ире Владимир Коралли етәкселегендә джаз-оркестр төҙөлә, ул бик популяр булып китә һәм 1945 йылдың йәйенә тиклем ғәмәлдә ҡала. «Мөхәббәт тураһында әйтеп тораһы ла түгел», «Күгәрсенкәйем» йырҙары башҡарыла.

Бөйөк Ватан һуғышы башланыуы тураһында иғланды йырсы Ереван ҡалаһындағы гастролдәренедә ишетә. Ул үҙ ирке менән ғәмәлдәге Ҡыҙыл Армия сафына баҫа. Ленинград фронтында булды, улар менән. Ире Коралли менән Шульженконың оркестры Ленинград фронты яугирҙәре алдында йөҙҙәрсә тапҡыр сығыш яһай, Ленинград Фронт джаз-ансамбле булдырыла. Уның йырҙары фронттың алғы һыҙығында һәм госпиталдәрҙә яңғырай. Һуңынан барлыҡҡа килгән поляк композиторы й уның репертуарына легендар 1941 йылдың аҙағында йырсының репертуарында поляк композиторы Ежи Петерсбурскийҙың «Күк яулыҡҡай» йыры барлыҡҡа килә. 1942 йылда Михаил Максимов яҙған яңы текст менән (шул уҡ йылда «Фронтта концерт» фильмына инә) һуңғараҡ легендар йырға әйләнә. Журналистар, Шульженконың һөҙөмтәле ижади кредоһы, художество темаһы һәм уның лирик героиняһы һуғышы йылдарында формалашты, сөнки уның репертуарында башҡаса «осраҡлы» йырҙар булманы, тип яҙҙы. Ысынында иһә, йырҙар, һаман төрлө булһа ла, артист уларҙы «үҙенеке» итә белде. Ленинград блокадаһы осоронда ул һалдаттарға 500-ҙән ашыу концерт бирҙе. «Күк яулыҡҡай», «Кил, тартып алайыҡ» һәм башҡа фронт йырҙарын башҡарыуы арҡаһында Шульженко Бөтә Союз танылыуына ирешә. 1942 йылдың 12 июлендә Ҡыҙыл Армияның Ленинград Йорто сәхнәһендә йырсының һәм Фронт джаз-ансамбленең 500-сө концерты үтте. Артист ансамбль менән һуғыш йылдарында гастроль менән бөтә ғәскәрҙәрҙә сығыш яһаны.

1943 йылдан — Мәскәүҙә, Бөтә Рәсәй гастроль-концерт берекмәһе, һуңынан Москонцерт артисы. 1945 йылдың йәйендә йырсы яңғыҙ сығыш яһай башлай. Сит илдәрҙә гастролдәрҙә була.

Һуғыштан һуң концерт эшмәкәрлеген дауам итә. Был 1947 йылда уның репертуарында һуңғараҡ киң билдәлелек алған «Полкташ дуҫтар» йыры барлыҡҡа килә. 1954 йылда йырсының тәүге оҙаҡ уйнаусы пластинкаһы сыға. Шул уҡ йылдың мартында ул режиссёр В. П. Строеваның "Шат йондоҙҙар"кинофильмда төшә.

1956 йылдыңа июлендә йырсыға 1940 йылда уҡ, осраҡлы ғына уның пластинкаһын һатып алғандан һуң, ғашиҡ булған кинооператор Георгий Кузьмич Епифанов менән таныша. Ә бер нисә ай үткәс, уның Ленинградтағы концертына эләккәндән һуң, тулыһынса. «ғишыҡ утында янғанын» аңлай. Күп йылдар дауамында үҙенең командировкаларынан «Г. Е.» тип яҙып, хаттар, асылмалар һәм телеграммалар ебәрә. Һуңынан асыҡланыуынса, шундай мул почта алыусы йырсы «Г. Е.»-ның хаттарын айырым һаҡлаған була. Ысынбарлыҡ тормошта уны осратҡандан һуң, йырсы ла уға ҡарата хистәрен йәшермәй. Епифанов Клавдия Ивановнанан 12 йылдан ашыу йәш булһа ла, һәр саҡ үҙен өлкәнерәк, уны ҡыҙ кеүек яҡларға һәм һаҡларға кәрәк тигән тойғо менән йәшәүен әйтә. Ул хәҙер инде Шульженко гастроль сәфәренән ебәргән хат һәм телеграммаларын ҡәҙерләп йыйып бара: «Бөгөн һинең өсөн генә йырланым, минең, һөйөклө Жоржым! Һин минең бер мәғәнәһе һәм ҡыҙығы ҡалмаған тормошома килеп индең.Һине минең тормошома ғүмер бирҙең. 1956 йылдың 21 июлендә, беҙ осрашҡан көн, — минең өсөн бөйөк көн, минең һөйөү хаҡына икенсе тапҡыр тыуған көнөм. Миңә күпме ҡалған — барыһы ла һинеке». Был 1964—1976 йылдарҙан һуң тарҡалған гражданлыҡ никахы Клавдия Ивановнаның Союздар Йортоноң Колонналы залында уҙған юбилей концертындағы сығышынан тетрәнгән Епифановтың инициативаһы менән яңыра.

1965 йылдың октябрь айында үткән Мәскәү дәүләт эстрада театрында үткән совет эстрада йырҙары фестивалдә ҡатнаша. Ә 1967 йылда ул был фестивалдең жюри ағзаһы була.

1980 йылда үҙенең һуңғы оҙаҡ уйнай торған «Портрет» пластинкаһын яҙҙыра. 1981 йылда «Йәш гвардия» нәшриәтендә уның"Әгәр минән һораһағыҙ…" (Глеб Скороходовтың әҙәби яҙмаһы) мемуарҙары сыға. 1983 йылдың декабрендә йырсы «Һеҙҙе саҡыра Клавдия Шульженко саҡыра» (режиссеры — С. Журавлев) телевизион фильмын төшөрөүҙә ҡатнаша, 18 декабрҙә Үҙәк телевидениеның беренсе каналында уның премьераһы була.

Йырсы тормошта бик хикмәтле характеры менән айырылып торған. Аҡсаны ҡыҫып тота белмәгән: парфюмерия һәм билдәле модельерҙар теккән ҡиммәтле кейемдәргә өҫтөнлөк бирә. Шул уҡ ваҡытта уның бер ҡасан да үҙ автомобиле булмай.

Клавдия Ивановна 1984 йылдың 17 июнендә үҙенең мәскәү фатирында, ҡасандыр Дмитрий Шостакович Исаак Дунаевскийға преферанс уйнаған рояль ултырған бүлмәлә вафат була. Оҙаҡ ауырый, үлер алдынан ике аҙна һушһыҙ булып ята кома. Шәхси әйберҙәре араһында —ул саҡта әле билдәлелек яулап өлгөрмәгән модельер Вячеслав Зайцев концерт күлдәге. Яҙыуҙар теркәгән китабында — Ҙур театр поликлиникаһы телефондары һәм ныҡлы дуҫлыҡ ептәре менән бәйле улған Аркадий Райкиндың өй телефоны. Мәскәүҙә Новодевичье зыяратында (10-сы участка) ерләнгән. Шаһиттар хәтерләүенсә, уны ерләгән көндә ямғыр яуған, әммә табутты ҡәбергә төшөргән саҡта, ҡояш сыға. Владимир Коралли 11 йыл үткәс вафат була, һәм элекке ҡатыны менән йәнәшә ерләнә.

Ғаиләһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Ире (1930—1956) — Владимир Филиппович Коралли (ысын фамилияһы — Кемпер; 1905—1995), эстрада йырсыһы һәм йәнле һөйләү жанры артисы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1979).[9]
    • Улы— Игорь Владимирович Кемпер (1932), "Мосгаз"дың баш инженеры булып эшләй.
  • Фактик никахта (1956—1964 һәм 1976 йылдан) — Георгий Кузьмич Епифанов (1918—1997), кинооператор[10][11].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Репертуары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фильмографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 1933 — Кто твой друг — Вера
  • 1936 — На отдыхе — озвучание — исполнение песни «Не звала его я, не искала…» (роль Т. Гурецкой — лётчица Маруся)
  • 1941 — Дочь моряка — исполнение за кадром песни «Мы из Одессы моряки»
  • 1942 — Концерт фронту — исполнение песни «Синий платочек»
  • 1954 — Весёлые звёзды — исполнение песен «Молчание» и «Звёзды милой Родины»
  • 1962 — Голубой огонёк (телепередача) — исполнение песни «Посмотри на меня повнимательней»
  • 1975 — Военные сороковые (фильм-спектакль)
  • 1983 — Я возвращаю ваш портрет (документальный, автор сценария и режиссёр В. Виноградов)
  • 1983 — Вас приглашает Клавдия Шульженко (документальный, автор сценария Г. Скороходов, режиссёр С. Журавлёв)
Архив кадрҙар
  • 2006 — Три вальса (документальный)
  • 2006 — Клавдия Шульженко (из цикла передач телеканала ДТВ «Как уходили кумиры») (документальный)

Хәтер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Файл:Памятник К.И. Шульженко.JPG
Бюст К.И. Шульженко в Харькове
  • Тыуған илендә Харьковта йырсы бюсы ҡуйылған.
  • Мәскәүҙә йырсы 1948—1962 йылдарҙа йәшәгән Спиридоновка (элекке Алексей Толстой) урамындағы 22-се йортҡа (2-се корпус) мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
  • Харьковта: йырсы йәшәгән Владимир урамындағы йортҡа, йырсы сығыш яһаған мәҙәниәт йортона (элекке Харьков электромехзаник заводы), хәҙер К. И. Шульженко исемен йөрөткән 12-се Харьков балалар музыка мәктәбе бинаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
  • Харьковта К. И. Шульженкоға арналған йорттарға муралдар биҙәлгән.
  • 1996 йылдың 26 майында Харьковта Байкал тыҡрығы, 1 адресы буйынса, К. Шульженко исемендәге билдәле харьковлылар ҡала музейы асылды. Музей экспозицияһында уның шәхси әйберҙәре, концерт костюмдары, документтары һәм башҡа ҡомартҡылары күрһәтелгән.
  • «Йыл йыры» финал концертында «Клавдия Шульженко исемендәге премия» тапшырыла.
  • Харьковта һәм Харьков өлкәһендәге Люботинда Клавдия Шульженко урамдар бар.
  • Харьковта К. И. Шульженко исемендәге Эстрада йырҙары халыҡ-ара фестивалдәре даими үткәрелә.
  • Мәскәүҙә Эстрада йондоҙҙары майҙанында Клавдия Ивановна Шульженко йондоҙо ҡуйылды.
  • Астероид 4787 «Шульженко» йырсы исемен йөрөтә.
  • К. Шульженконың 100 йыллығына Һарытау Ретро джаз-оркестры йырсы сығыш яһаған ансамбль һәм оркестрҙарҙың ысын партитуралары буйынса программа әҙерләне. 2006 йылда был йырҙар Мәскәүҙә Союздар Йортоноң Колонналы залында яңынан сәхнәлә яңғыраны.
  • 2014 йылдың 9 майында Леся Украинка исемендәге Киев рус драма театрында (төп ролдә Ольга Когут)[12] йырсы тормошо һәм ижады тураһында «Клавдия Шульженко. Боронғо вальс» спектакле премьераһы үтте.
  • 2016 йылдың 24 мартында, Шульженконың тыуыуына 110 йыл тулған көндә, Google интернет-порталы йырсыға Doodle арнаны.
  • 2018 йылда К. Шульженко хөрмәтенә Анатолий Журавлёв «Клава» тип аталған спектакль-концерт ҡуйҙы, «ир» йырҙарын үҙе башҡарҙы, ә ҡатын-ҡыҙ йырҙарын — Полина Приходько-Журавлёва.
  • 2019 йылдың август башында Харьков ҡалаһында, Т. Шевченко исемендәге баҡсала К. Шульженко һәм И. Дунаевский фигураларынан торған скульптура композицияһы (авторы Катиб Мәмәдов)[13]ҡуйыла.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Record #14967780 // VIAF (билдәһеҙ)[Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
  2. Шульженко Клавдия Ивановна // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохоров — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  3. Internet Movie Database (ингл.) — 1990.
  4. Bibliothèque nationale de France Klavdiâ Ivanovna Šulʹženko // идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  5. Это подтверждает запись в метрической книге больничной церкви Феодора Стратилата. См.: Де та коли насправді народилася Клавдія Шульженко // Официальный сайт харьковской газеты «Слобідський край» (опубликовано 27.12.2019 16:00).
  6. В год 100-летия со дня рождения Шульженко во многих СМИ без каких-либо ссылок на источники была опубликована версия, согласно которой она якобы родилась в селе Гущевка Чигиринского уезда Киевской губернии (ныне с.Витово Чигиринского района Черкасской области Украины), откуда в 1910 году её родители перебрались в Сибирь, и только с 1923 года жили в Харькове. Публикация этой версии в 2007 году в справочнике «Міста і села України. Черкащина 2007» (см.: Пироженко О. П., Коцуренко С. А. Село Рацеве. Рацівській сільській раді підпорядковане село Вітове // Портал Української конфедерації журналістів «who-is-who-ua») придала этой информации «авторитетности». Однако и документы, и многочисленные книги и публикации, в том числе воспоминания само К. И. Шульженко, свидетельствуют о её рождении в Харькове. Документально обоснованное опровержение альтернативной версии см.: Де та коли насправді народилася Клавдія Шульженко // Официальный сайт харьковской газеты «Слобідський край» (опубликовано 27.12.2019 16:00).
  7. Зарубин В. И. Шульженко Клавдия Ивановна // Музыкальная энциклопедия. — Т. 6. — М, 1982.
  8. Клавдия Шульженко. Одиночество в розовом цвете — «Аргументы и факты», № 10 (1063) от 07.03.2001. Официальный веб-сайт газеты «Аргументы и факты». Дата обращения: 27 март 2011. Архивировано из оригинала 12 ғинуар 2010 года.
  9. Владимир Филиппович Коралли
  10. Сын Клавдии Шульженко Игорь Кемпер: «Навещая маму, Алла Пугачева дарила ей французские духи» — Газета «ФАКТЫ и комментарии»
  11. Поэма о любви Клавдии Шульженко
  12. Клавдия Шульженко. Старинный вальс
  13. В саду Шевченко появилась скульптура известного киноактера

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Китаптар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Шульженко К. И. «Когда вы спросите меня…»: кн. мемуаров. — М.: Молодая гвардия, 1985. — 222 с.
  • Скороходов Г. А. Клавдия Шульженко. Судьба актрисы — судьба песни. — М.: Советский композитор, 1974. — 1325 с.
  • Василинина И. А. Клавдия Шульженко. — М.: Искусство, 1979. — 176 с.
  • Хотулёв В. В. Клавдия Шульженко: Жизнь, любовь, песня. — М.: Олимп — Смоленск: Русич, 1998. — 410 с.
  • Шульженко Клавдия Ивановна // Карнацевич, В. Л. 100 знаменитых харьковчан. — Харьков: Фолио, 2005. — С. 477—482.
  • Берлин В. Д. К. И. Шульженко и Е. И. Брейтигам // Берлин В. Д. Мне б только растревожить старину… — Харьков: Ранок-Веста Харків, 2004. — С. 61-64. — 208 с.
  • Бондарчук П. М. Шульженко Клавдія Іванівна // Енциклопедія історії України: у 10 т. Редкол.: В. А. Смолій (голова) та ін. — К.: Наукова думка, 2013. — Т. 10 Т-Я. — С. 667. ISBN 978-966-00-1359-9.

Мәҡәләләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Шульженко К. Песня о Верочке // Советская эстрада и цирк. — 1965. — № 3. — С.15.
  • Шульженко К. Волшебное «чуть-чуть» //Советская эстрада и цирк. — 1966. — № 5. — С. 8-10.
  • Шульженко К. Счастье петь для России (Интервью) // Советская эстрада и цирк. — 1975. — № 1. — С. 1—3.
  • Берлин В. Д. Родом из детства: [К. И. Шульженко в Харькове] // Музыкальная жизнь. — 1988. — № 5. — С. 8-9.
  • Изгаршев И. Клавдия Шульженко. Одиночество в розовом цвете //Аргументы и факты. — 2001. — № 11(294). — С.21.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]