Шуматова Елизавета Николаевна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Шуматова Елизавета Николаевна
Заты ҡатын-ҡыҙ[1]
Гражданлығы Flag of the United States.svg Америка Ҡушма Штаттары
Тыуған көнө 6 октябрь 1888({{padleft:1888|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:6|2|0}})
Тыуған урыны Рәсәй империяһы, Харьков[2]
Вафат булған көнө 30 ноябрь 1980({{padleft:1980|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:30|2|0}})[3] (92 йәш)
Вафат булған урыны Америка Ҡушма Штаттары, Нью-Йорк, Нассо[d], Глен-Ков[d]
Һөнәр төрө рәссам
Жанр портрет[d]
Собрание работ Коллекция Фрика[d][4], Художественная галерея Олбрайт-Нокс[d], Музей изящных искусств Бостона[d] һәм Маленький Белый дом[d]
Автор булараҡ авторлыҡ хоҡуҡтары статусы эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d]
Файлы артиста по адресу Frick Art Reference Library[d]

Елизавета Николаевна Шуматова (ингл. Yelizaveta Nikolayevna Shumatova тыумыштан Авинова ингл. Avinoff; 6 октябрь 1888({{padleft:1888|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:6|2|0}}), Харьков[2]30 ноябрь 1980({{padleft:1980|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:30|2|0}})[3] (92 йәш), Глен-Ков[d], Нью-Йорк)[5] — урыҫ сығышлы америка рәссамы, уның иң билдәле әҫәре Франклин Д. Рузвельттың тамамланмаған портреты. Сәйәсмәндәр Линдон Б.Джонсон һәм леди Бёрд Джонсондың портреттарын яҙа[6].

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Шуматова Елизавета Николаевна 3 (6) октябрь 1888 йылда Харьковта, аристократ ғаиләһендә кинйә бала булып тыуа[7]. Атаһы — Авинов Николай Александрович (1844—1911), Император рус армияһының генерал-лейтенанты[8].

Өлкән ағаһы Николай өлкән ағаһы (1881—1937), финанс хоҡуғы уҡытыусыһы, 1937йылда репрессиялана һәм атып үлтерелә. Марья Юрьевна Новосильцеваға өйләнгән була (1882—1975). Икенсе өлкән ағаһы Авинов Андрей Николаевич (1884—1949), күренекле рәссам һәм энтомолог. 1917 йылда Шуматова ире Лео Шуматов менән бергә АҠШ-ҡа күсенә, Октябрь революцияһынан һуң тыуған иленә ҡайтмаҫҡа ҡарар итә. Ире менән Лонг-Айлендта йәшәй[9]. 1928 йылда ире Шуматов Лео пляжда һыуға батып үлә.

Ижады[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Шуматованың һынлы сәнғәткә ғәҙәти булмаған һәләттәре портрет сәнғәтенә алып килә, уның картиналарын Американың, Бөйөк Британияның Һәм Европаның бай ғаиләләре һатып ала башлай. Уға төрлө күренекле ғаилә вәкилдәре, шул иҫәптән Бөйөк герцог Люксембургский ғаиләһе лә заказ бирә[6]. Ул Джорджия штатындағы Уорм-Спрингста АҠШ-тың Президенты Франклин Рузвельттың портретын яҙа, был көндә, 1945 йылдың 12 апрелендә, уның мейеһенә ҡан һауа[10]. Эш ваҡытында ул уға: «Минең ҡот осҡос башым ауырта» «ингл. I have a terrific headache»[11] тей.

Мираҫы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һуңғы йылдарҙа Нью-Йоркта, Локаст-Веллиҙа йәшәй, 1980 йылдың 30 ноябрендә Глен-Ковта 92 йәшендә вафат була[5]. Уның поместьеһында тамамланып бөтмәгән Франклин Рузвельттың портретына эскиздар табыла, улар Франклин Д.Рузвельт мираҫының Америка үҙәгенә тапшырыла[12]. Шуматованың һуңғы осорға ҡараған ҡайһы бер эштәре хәҙер Америка сәнғәтенең архивында һаҡлана[13]

Галереяһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Б Линдон Б.Джонсон протреты, 1968

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. OCLC. VIAF[Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
  2. 2,0 2,1 http://www.fdrlibrary.marist.edu/archives/collections/franklin/index.php?p=collections/findingaid&id=311
  3. 3,0 3,1 Section D; Column 1; Cultural Desk; Obituary // The New York Times / D. BaquetManhattan, NYC: The New York Times Company, A. G. Sulzberger, 1851. — Iss. December 1, 1980, Monday, Late City Final Editio. — P. 13. — ISSN 0362-4331; 1553-8095; 1542-667X
  4. https://collections.frick.org/people/284/elizabeth-shoumatoff/objects
  5. 5,0 5,1 Saxon, Wolfgang. Elizabeth Shoumatoff, 92, Dead; Painted Portraits of 2 Presidents, The New York Times (1 декабрь 1980). 30 апрель 2021 тикшерелгән.
  6. 6,0 6,1 Shoumatoff, Elizabeth FDR's Unfinished Portrait: A Memoir — First Edition. — University of Pittsburgh Press[en], 1991. — Б. 137. — ISBN 978-0-8229-3659-6.
  7. Elizabeth Shoumatoff Papers, 1945-1994 | Franklin D. Roosevelt Presidential Library Museum(англ.).www.fdrlibrary.marist.edu.Дата обращения: 30 апреля 2021.
  8. The American Philatelist — American Philatelic Association. — 1110 б.
  9. Robert H. Ferrell The dying president: Franklin D. Roosevelt, 1944-1945 — Columbia: University of Missouri Press, 1998. — Б. 185. — ISBN 978-0-8262-1171-2.
  10. Elizabeth Shoumatoff (англ.). In Roosevelt History. Дата обращения: 30 апреля 2021.
  11. FDR's Final Days  (инг.). History Channel Club (2009-07-08). 2013 йылдың 17 май көнөндә архивланған.
  12. Elizabeth Shoumatoff  (инг.). American Heritage Center Museum (2012-05-14). 2008 йылдың 7 август көнөндә архивланған.
  13. Elizabeth Shoumatoff papers, 1945-1991(англ.).www.aaa.si.edu.Дата обращения: 30 апреля 2021.