Шүлгәнташ ҡурсаулығы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску

Шүлгәнташ дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы
МСОП буйынса категория — Ia (Строгий природный резерват)
53°02′ с. ш. 57°03′ в. д.HGЯO
Урынлашҡан урыныБашҡортостан
ИлРәсәй Рәсәй
Майҙаны22 531 га
Ойошторолған1958 йыл
Күрергә килеүселәр һаныйәй көндәре тәүлегенә меңәрләгән кеше (2016)
Сайтshulgan-tash.ru
Шүлгәнташ ҡурсаулығы (Рәсәй)
Green pog.svg
Шүлгәнташ дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы
Шүлгәнташ ҡурсаулығы (Башҡортостан Республикаһы)
Green pog.svg
Шүлгәнташ дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы
Commons-logo.svg Шүлгәнташ дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы Викимилектә

ШүлгәнташБашҡортостан Республикаһындағы дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы. Федераль статусҡа эйә. Көньяҡ Урал тауҙарының көнбайышында, Бөрйән районының тау-урман бүлкәте сиктәрендә урынлашҡан. Дөйөм майҙаны — 22 531 гектар (225 кв. км).

Ҡурсаулыҡ 1958 йылда Башҡортостан ҡурсаулығының Ағиҙел буйы филиалы итеп ойошторола, ә 1986 йылдың 16 ғинуарында үҙаллы ҡурсаулыҡҡа әйләнә. Уны ойоштороу өсөн был төбәктә саф тоҡомло бөрйән солоҡ бал ҡорто йәшәүе нигеҙ була. Филиал ҡырағай бал ҡорттарын һаҡлаусы донъялағы иң беренсе зона[1].

Рәсәйҙәге ЮНЕСКО-ның бөтөн донъя мираҫы объекттары исемлегенә инеүгә кандидат булып тороусы Алтын-Солок менән бергә Шүлгәнташ ҡурсаулығы Башҡорт Уралы комплекслы биосфера резерваты составына ингән[2].

Ғинуарҙың уртаса температураһы −16° С, июнь һәм июлдеке +16° С. Климат уртаса континенталь, йылдары ҡырҡа үҙгәреүсән, яуым-төшөмдәр 270-тән 750 мм-ға тиклем. Рельеф таулы. Эре япраҡлы һәм ылыҫлы-япраҡлы ҡатнаш урмандар биләмә майҙанының 92 процентын биләй.

Шүлгәнташ ҡурсаулығы тәбиғәт һаҡлаусы, ғилми-тикшеренеүсе һәм экологик-ағартыусы учреждение булып тора. Ҡурсаулыҡта 90 тирәһе кеше эшләй, шулар иҫәбендә 3 фән кандидаты, 2 аспирант һәм 5 фән хеҙмәткәре бар. Ҡурсаулыҡ библиографияһында 900-ҙән артыҡ эш, фәнни публикациялар йөҙгә яҡын. Йыл һайын ҡурсаулыҡта бөтөн башҡарған эш буйынса «Тәбиғәт йылъяҙмаһы» тигән ғилми отчёт әҙерләнә.

Ҡурсаулыҡта яһалма ҡыуыштарҙа — солоҡтарҙа һәм түмәр умарталарҙа — 138 бал ҡорто ғаиләһе, умарталыҡтарҙа — 242 бал ҡорто ғаиләһе ҡарала. Дәүләт һаҡ инспекторы ла, бер ваҡытта ике эштә эшләп, солоҡсолоҡ менән шөғөлләнә. Башҡортостанда тыйылған башҡа нәҫел бал ҡорттарын индереүгә ҡаршы тороу «бөрйән бал ҡорто» генофондын таҙа көйөнсә һаҡлап алып ҡалыуҙың иң мөһим проблема икәнен күрһәтә. «Бөрйән бал ҡортоноң» популяцияһын тотороҡло һаҡлап ҡалыу һәм ареалын киңәйтеү маҡсатында 1997 йылда «Алтын-Солок» (Золотая борть) заказнигы булдырылды. Яҡындағы территорияларҙа солоҡсолоҡ үҫтереүгә төплө иғтибар бирелә һәм ҡурсаулыҡты киңәйтеү проекты ҡарала. Солоҡ балының оҫта маркетингы солоҡсолоҡто рентабелле итә барған һайын, солоҡсолоҡ башҡорттарҙың көнкүрешенә яңынан әйләнеп ҡайта.

Флора һәм фауна[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Фаунаның иң киң танылған вәкиле — бөрйән тоҡомло солоҡ бал ҡорттары.

Балыҡтарҙың 30 төрө, ер-һыу йәнлектәренең — 5 төрө, һөйрәлеүселәрҙең — 6 төрө, ҡоштарҙың — 206 төрө, һөтимәрҙәрҙең — 61 төрө осрай. Умыртҡаһыҙҙарҙың яҡынса 1700 төрө асыҡланған, шул иҫәптән күбәләктәр — 378, ҡуңыҙҙар — 458.

Рәсәйҙең Ҡыҙыл китабына индерелгән төрҙәр һаны 31, Башкортостан Ҡыҙыл китабына индерелгәне — 67 төр. Бында һоро айыу йыш осрай. Ҡоштар фаунаһы күп төрлө.

Проблемалар ҙа бар: төбәктә Европа Шәшкеһен америка шәшкеһе ҡыҫырыҡлап сығара бара. Йомағужа һыуһаҡлағысын төҙөү һәм климат йылыныуы сәбәпле ҡайһы бер балыҡтар һаны кәмеүе күҙәтелә, мәҫәлән:  ҡыҙылбалыҡ, бағыр, бәрҙе.

Үҫемлектәр донъяһы күп төрлө һәм бай. 2009 йылдың башына 816 төр үрге үҫемлектәр, 184 — мүк, 233 — лишайниктар, 117 төр бәшмәк, 202 төр ылымыҡтар һәм цианобактериялар асыҡланған. 14 төр үҫемлек Рәсәйҙең Ҡыҙыл китабына, 57 — Башҡортостандыҡына индерелгән. 

Шүлгәнташ — уникаль мәҙәни-тарихи объект[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Шүлгән-таш мәмерйәһенең ауыҙы

Башҡорт халҡының күп риүәйәттәрендә һәм легендаларында телгә алына — мәҫәлән, «Урал батыр» эпосында.

Ҡурсаулыҡ территорияһында уникаль карст Шүлгәнташ мәмерйәһе урынлашҡан. Мәмерйәнең оҙонлоғо 2,9 км тәшҡил итә. Ул өс ҡатлы, эсендә Шүлгән йылғаһы аға.

Шүлгәнташ мәмерйәһендәге һүрәттәрҙең күсермәһе

1959 йылда ҡурсаулыҡ зоологы А. В. Рюмин Шүлгәнташ мәмерйәһе эсендә палеолит эпохаһынан ҡалған һүрәттәрҙе асҡан. Унда мамонт, ат һәм башҡа йәнлектәр, ҡатмарлы тамғалар, антропоморф фигуралар һүрәтләнгән. Улар охра менән төшөрөлгөн. Һуңғы заманса технологиялар ярҙамында тикшеренеүҙәр уларҙың йәше 19-39 мең йыл тип билдәләй.

Тағы ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Башкирский заповедник // Заповедники европейской части РСФСР.
  2. UNESCO World Heritage Centre Bashkir Ural - UNESCO World Heritage Centre  (инг.). whc.unesco.org. 17 март 2016 тикшерелгән.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Э. П. Позднякова, А. В. Лоскутов, Н. Н. Скокова. Башкирский заповедник // Заповедники европейской части РСФСР. II / Под ред. В. В. Соколова, Е. Е. Сыроечковского. — М.: Мысль, 1989. — С. 234—263.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]