Шәйехзада Бабич музейы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Шәйехзада Бабич музейы
Нигеҙләү датаһы 1995
Дәүләт Flag of Russia.svg Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Әсән
Урынлашыу Башҡортостан Республикаhы
Рәсми асылған ваҡыты 1995
Рәсми сайт literatmuzey.ru/?page_id…

Шәйехзада Бабич музейы — күренекле башҡорт шағиры, башҡорт әҙәбиәте классигы, Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре, 1917—1919 йылдарҙа Башҡорт Хөкүмәте ағзаһы Шәйехзада Бабичтың Башҡортостан Республикаһы Дүртөйлө районының Әсән ауылында урынлашҡан музейы.

Ул 1995 йылда Шәйехзада Бабичтың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы асыла, 2002 йылдан —Башҡортостан Республикаһы «Милли әҙәбиәт музейы» дәүләт бюджет мәҙәниәт һәм сәнғәт учреждениеһы филиалы.

Музей өс экспозиция залынан тора. «Әсән ауылы тарихы» залында ауыл тарихына бәйле документтар, шәжәрәләр, ауылдан сыҡҡан билдәле шәхестәр тураһында мәғлүмәттәр тупланған.

«Шәйехзада Бабич ижады һәм тормошо» залында шағирҙың автографтары ҡуйылған «Аҡмулла» журналының ҡайһы бер һандары, 1922 йылда Ҡазанда баҫылған «Шиғырҙар мəжмүғəһе» китабы, ҡулъяҙма шиғырҙар йыйынтығы (1912), «Ҡармаҡ», «Шура» журналдарында, «Ваҡыт», «Тормош» гəзиттәрендә баҫылған шиғырҙары, визит карточкаһының күсермəлəре һаҡлана. Экспозицияла рəсем сəнғəте, графика һəм скульптура əҫəрҙəре, 19 быуаттың көнкүреш һəм биҙəү‑ҡулланма сəнғəте əйберҙəре, шағирҙың тормошо һəм эшмəкəрлеге тураһында фото- һəм документаль материалдар күрһəтелгəн.

«Этнография» залында ауыл һәм район халҡының мәҙәни-көнкүреш үҙенсәлектәре, ғөрөф-ғәҙәттәре сағылыш тапҡан.

Музейҙа билдәле шағирҙар, яҙыусылар менән осрашыуҙар уҙғарыла, шиғриәт кисәләрендә уҡыусылар Бабич шиғырҙарын һөйләй[1].

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]