Шәймәрҙәнов Мөбәрәк Нурый улы
| Шәймәрҙәнов Мөбәрәк Нурый улы | |
| Зат | ир-ат |
|---|---|
| Гражданлыҡ |
|
| Тыуған көнө | 1909 |
| Тыуған урыны | Ломов, Күсәрбай ауыл Советы, Благовар районы |
| Вафат булған урыны | Ломов, Күсәрбай ауыл Советы, Благовар районы |
| Һөнәр төрө | ветеринар |
| Хәрби звание | старшина[d] |
| Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
| Ғәскәр төрө | кавалерия[d] |
| Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Шәймәрҙәнов Мөбәрәк Нурый улы (1909 йыл — 19? йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры. Ветеринар. Старшина. Ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1943, 1945), II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985).[1][2]
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1909 йылда Башҡортостандың хәҙерге Благовар районы Ломов ауылында тыуған. Бөйөк Ватан һуғышына тиклем ҡатыны Әминә менән ветеринария станцияһында ветеринар булып эшләгәндәр. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы составында уны төҙөй башлағандан алып, 1941 йылдың декабрь айынан, 1945 йылдың майына тиклем хеҙмәттә була. 275-се кавалерия полкы; 58-се гвардия кавалерия полкында (16 гвардия кавалерия дивизияһы) ветеринария фельдшеры булып хеҙмәт итә (Хәрби званиелары: кесе ветфельдшер; ветеринария хеҙмәте гвардия старшинаһы; ветеринария хеҙмәте старшинаһы; гвардия старшинаһы)[2]. Ике тапҡыр йәрәхәтләнә — муйыны һәм һул яҡ ботон дошман пуляһы тишеп үтә. Дивизия аттарының һаулығы тураһында ҡайғыртыу ветеринарҙар өҫтөндә була.
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡатыны — Әминә (1924), ветеринар. Балалары: Лиза (1937), Лена (1939), Рәлиф (1942), Рида (1946), Римма (1948), Рәйлә (1958).
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985)[2]
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1943)[2]
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1945)[2]
- «За боевые заслуги» миҙалы
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Шаймарданов Мубаряк Нуриевич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 8 июль 2021)
- Шаймарданов Мубарак Нуреевич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 8 июль 2021)