Шәйхисламов Фәнүр Рәфис улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Шәйхисламов Фәнүр Рәфис улы
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 14 ноябрь 1980({{padleft:1980|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (40 йәш)
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Мәсетле районы
Һөнәр төрө юрист

Шәйхисламов Фәнүр Рәфис улы (14.11.1980) — Башҡортостан Республикаһы Тәтешле районының Хакимиәт башлығы.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Шәйхисламов Фәнүр Рәфис улы 1980 йылдың 14 ноябрендә Башҡортостан Республикаһы Мәсетле районы Айып ауылында тыуған.

Тыуған ауылындағы мәктәптә башланғыс һәм төп белем алғандан һуң, Өфөләге Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында белем ала.

Башҡорт дәүләт университетының Хоҡуҡ институтын 2003 йылда тамамлай.

Хеҙмәт юлы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

20032005 — «Толпар» Башҡорт йәмәғәт фондында юрист-консультант булып хеҙмәт юлын башлай.

20052006 — «Кинг» ЯСЙ-е юрисы; «Студия Vista Vision» ЯСЙ-е юрисы (ике эште тап килтереп); «Килич Текстиль» ЯСЙ-е директоры урынбаҫары.

2006 йылдан башлап дәүләт хеҙмәтендә.

20062007 — Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы юридик секторының әйҙәүсе белгесе.

20072009 — Башҡортостан Республикаһының Тышҡы иҡтисад бәйләнеше, сауҙа һәм эшҡыуарлыҡ министрлығының хоҡуҡи эш бүлегенең баш белгес-эксперты, хоҡуҡи эш бүлегенеңйҙәүсе белгес-эксперты.

20092010 — Башҡортостан Республикаһы Эшҡыуарлыҡ һәм сауҙа буйынса Дәүләт комитетының финанс ярҙам бүлеге начальнигы урынбаҫары.

20102011 — Башҡортостан Республикаһы буйынса Федераль казначейство идаралығы юридик бүлегенең баш белгес-эксперты.

20112016 — Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәтенең Контроль-аналитик идаралығы аналитик бүлегенең баш консультанты, мониторинг бүлегенең баш консультанты; Башҡортостан Республикаһы Башлығының Эксперт-контроль идаралығының контроль саралар бүлеге мөдире, контроль саралар бүлеге мөдиренең урынбаҫары.

2016 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары вазифаһында[1].

2020 йылдың 22 сентябрендә Шәйхисламов Фәнүр Рәфис улы Башҡортостан Республикаһы Тәтешле районы башлығы вазифаһына тәғәйенләнде. Ҡарар муниципалитет ултырышында ҡабул ителде.

Йыйылышта Башҡортостан Республикаһының Торлаҡ-коммуналь министры Борис Беляев һәм Башҡортостан Башлығының муниципаль берәмектәр менән үҙ-ара эш итеү буйынса идаралығы начальнигы Юрий Коземаслов ҡатнашты[2].

Ғаиләһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Өйләнгән, өс бала тәрбиәләй[3].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Почёт грамотаһы
  • Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. https://globalufa.ru/person/id/82 Шәйхисламов Фәнүр Рәфис улы
  2. https://www.ufa.kp.ru/online/news/4022826/ КП Бывший заместитель министра труда возглавил башкирский район
  3. https://tatyshlinski.bashkortostan.ru/about/structure/0/worker/6246/?filter_p_type=current&nav-projects=page-1