Шәйәхмәтов Суфый Әхмәтзыя улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Шәйәхмәтов Суфый Әхмәтзыя улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 25 август 1951({{padleft:1951|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})
Тыуған урыны Ҡарткиҫәк, Асҡын районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 18 ноябрь 2020({{padleft:2020|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:18|2|0}}) (69 йәш)
Вафат булған урыны Стәрлетамаҡ, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Һөнәр төрө спортсы, тренер
Спорт дисциплинаһы самбо[d]

Шәйәхмәтов Суфый Әхмәтзыя улы (25 август 1951 йыл — 18 ноябрь 2020 йыл) — спортсы. Самбо көрәше буйынса СССР-ҙың спорт мастеры (1978). Самбо буйынса ирҙәр араһында СССР-ҙың лётчик-космонавты, Советтар Союзы Геройы П. И. Беляев иҫтәлегенә Бөтә союз турниры чемпионы (1977). Самбо буйынса күп тапҡыр Бөтә союз ярыштары, Башҡортостан Республикаһы чемпионы. Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы тренеры (2002). Самбо, дзюдо буйынса юғары категориялы тренер — преподаватель. СССР-ҙың һәм Рәсәйҙең самбо көрәше буйынса 18 спорт мастерын, Бөтә Союз, Бөтә Рәсәй турнирҙары, Башҡортостан Республикаһы, Рәсәй, профсоюздарҙың ЦС ДСО, ВЦСПС чемпионаты һәм беренселегендә, Йәштәр уйындары, Европа һәм Донъя чемпиондарын, призёрҙарын тәрбиәләгән.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бала сағы, мәктәп йылдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Суфый Әхмәтзыя улы Шәйәхмәтов 1951 йылдың 25 авгусында Башҡорт АССР-ының Асҡын районы Ҡарткиҫәк ауылында тыуған. Атаһы Әхмәтзыя Шәйәхмәт улы — Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Әсәһе Хәйәт Мөғтәбәр ҡыҙы — алдынғы малсы, «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. Ғаиләлә ете бала үҫә. Суфый Шәйәхмәтов 10 класты Арбаш мәктәбендә уҡый. Үҫмер йылдарында уҡ район һабантуйҙарында үҙен һынап ҡарай: көрәшеп, төп приздар ала. Ирекле көрәш буйынса бер нисә алым үҙләштереп өлгөрә. Буласаҡ һөнәре спорт менән бәйле булырын аңлай.

Хәрби хеҙмәте[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

19701971 йылдарҙа Суфый Әхмәтзыя улы Мелитополь хәрби часында десант ҡоролмалары буйынса авиамеханик булып хеҙмәт итә. Ул хеҙмәт иткән часта спорттың иң популяр төрө көрәш була. Осетиндар Чермен Ваниев, Руслан Забоев, Батрат Дагоев уның беренсе тренерҙары була ла инде. Хеҙмәттәштәре уға был спорт төрөн ташламаҫҡа тәҡдим итә, үҙе лә инде киләсәк тормошон спорттан башҡа күҙ алдына ла килтерә алмай.

Техникумда уҡыу йылдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Армиянан һуң ул, 1972 йылда, Өфөләге Башҡорт республика физкультура техникумына уҡырға инә. Һуңынан техникум Стәрлетамаҡ ҡалаһына күсерелә. Техникумда уҡыған йылдарында ныҡлап самбо менән шөғөлләнә башлай. Остазы — Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған тренеры Наил Нәҡи улы Абсатаров. 1973 йылда Суфый Шәйәхмәтов самбо буйынса мастерлыҡҡа кандидат исеменә лайыҡ була. 1974 йылда техникумды тамамлай.

Хеҙмәт юлы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тренерының тәҡдиме менән Стәрлетамаҡта ҡала, спорт менән шөғөлләнеүен дауам итә, тренер булып эш башлай. Бер үк ваҡытта 21-се ҡала ПТУ-һында физкультура уҡыта. Уның беренсе тәрбиәләнеүсеһе Виталий Алексеев армияға тиклем — самбо буйынса мастерлыҡҡа кандидат, һуңынан — СССР-ҙың спорт мастеры.

Ғаилә хәле[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Суфый Шәйәхмәтов тормош иптәше Зинира Кашафетдин ҡыҙы менән өс бала тәрбиәләп үҫтергәндәр: улдары Азат, Эдуард, ҡыҙы Әлиә. Ейәне Оскар (11 йәш)- оҫта шахматсы, олатайы менән гел шахмат уйнаған. Самбо секцияһына йөрөгән, киләсәктә лә самбо көрәше буйынса шөғөлләнеүен дауам итергә уйлай. Ейәнсәре Радмила (14 йәш) самбо- дзюдо секцияһында шөғөлләнә. Ейәнсәре Аринаға 4 йәш.

« Атайым аҙ һүҙле, талапсан, иғтибарлы, абруйлы тренер, тыйнаҡ кеше булараҡ, үҙенә иғтибарҙы яратмай ине. Кесе йәштән үк һүрәт төшөрөргә әүәҫ булған. Уның ғаилә ағзаларын эшләгән күп кенә портреттары ғаилә архивында һаҡлана. Ә наградалары, миҙалдары менән келәм түшәрлек. Беҙ уның чемпион таҫмаларын, кубоктарын, статуэткаларын, миҙалдарын, диплом, маҡтау ҡағыҙҙарын, орденын, бүләкләү документтарын — бөтәһен дә ҡәҙерләп һаҡлайбыҙ, »

 — ти ҡыҙы Әлиә.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Самбо буйынса Бөтә Союз турнирында еңеп сығып, спорт мастеры нормативын үтәй (1978 йыл)
  • «СССР-ҙың спорт мастеры» (1978)
  • «Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы тренеры» почёт билдәһе (2002)
  • «Тыуған ил алдындағы хеҙмәттәре өсөн» Рәсәй - Афғанстан ветерандары Союзы ордены (2016).

Тәрбиәләнеүселәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шәйәхмәтов Суфый Әхмәтзыя улы СССР һәм Рәсәйҙең 18 спорт мастерын, халыҡара спорт мастерҙарын, Бөтә Рәсәй, Европа, донъя чемпиондарын тәрбиәләгән. Улар араһында Виталий Алексеев, Әнүәр Ибраһимов, Марат Садыков, Юрий Мельников, Руслан Кинйәбаев, Светлана Зарипова (Нагаева) бар.

  • Эдуард Мурашкин — Башҡортостан, Бөтә Рәсәй турнирҙарында өс тапҡыр призлы урын яулай, Башҡортостан йыйылма командаһы ағзаһы, донъя чемпионы (2016)
  • Алексей Филимонов — Самбо һәм дзюдо буйынса спорт мастеры, ике тапҡыр самбо буйынса Рәсәй Беренселегендә , Башҡортостан Республикаһы, Бөтә Рәсәй турнирҙарында күп тапҡыр еңеүсе.
  • Анжелика Карамзина — Башҡортостан чемпионы, уның ағаһы Михаил — Башҡортостан призёры.
  • Анастасия Леонтьева — Башҡортостандың самбо көрәше буйынса ҡыҙҙар араһында өс тапҡыр призёр.
  • Лилиә Сәләхетдинова — Самбо һәм дзюдо буйынса Рәсәйҙең спорт мастеры, самбо көрәше буйынса Европа һәм Донъя беренселегендә еңеүсе.
  • Константин Горячев — самбо буйынса Бөтә Союз турниры призёры

Суфый Әхмәтзыя улы ҡарткиҫәклеләрҙең дә остазы.

  • Илһам Нурмөхәмәтов — Рәсәй Федерацияһының ҡул көрәше буйынса спорт мастеры, 2020 йылда самбо буйынса спорт мастерҙары араһында донъя чемпионаты бронза призеры, хәрби-спорт бергә-бер көрәш буйынса Рәсәй чемпионы (1993), Асҡын районының «Батыр» физкультура-һауыҡтырыу комплексы директоры
  • Яүһәт Шәйәхмәтов — Асҡын районының «Батыр» физкультура-һауыҡтырыу комплексы тренеры, яугир-интернационалист
  • Әлфис Харисов — гер күтәреү, саңғы, өҫтәл теннисы буйынса район чемпионы,
  • Вадим Харисов — ат сабыштары буйынса республикала призлы урын, күтәрелеү буйынса республика чемпионы, саңғы, ат сабыштары, еңел атлетика буйынса район чемпионы, районда көрәш буйынса ярыштарҙа, республикала еңел атлетика, полиотлон, ирҙәр фестивалдәрендә ҡатнашыусы. Ҡарткиҫәк урта мәктәбенең физкультура уҡытыусыһы. Саңғы, еңел атлетика һәм башҡа төр спорт ярыштарында бик күп район чемпиондарын тәрбиәләгән. Уның уҡыусылары республика спорт ярыштарында призлы урындар яулай.
  • Илшат Хужиәхмәтов, Гөлсинә Ғәләүетдинова, Ренат Гәрәевтар Стәрлетамак физкультура колледжын тамамлаған , үҙҙәренең яҡташтарында беренсе күнекмәләрен алған.
  • Руслан Аббязов, Асҡын районының «Батыр» физкультура-һауыҡтырыу комплексы физик культура буйынса инструкторы, тренер:
« Суфый Шәйәхмәтов — ул Аллаһ тарафынан билдәләнгән тренер. Үҙе бик талапсан, шул уҡ ваҡытта йомшаҡ күңелле кеше. Мин 9 йәшемдән уның тәрбиәләнеүсеһе. Беренсе еңеүем 12 йәшемдә Самара ҡалаһында үткән дзюдо буйынса Бөтәрәсәй турнирында булды. Самбо буйынса 27 тапҡыр республика чемпионы, 4 тапҡыр Рәсәй призеры, 2020 йылда Минскиҙа үткән самбо буйынса донъя чемпионатында спорт мастерҙары араһында алтын миҙал яуланым. Хәҙер мин үҙемдең тренерымдың тыуған районына эшкә килеп, уның эшен дауам итәм, эшемдә гел уның кәңәштәрен, алымдарын ҡулланам. Бөгөн үҙебеҙҙең тәрбиәләнеүселәребеҙ араһында уңыштарыбыҙ ҙа күп. Мәҫәлән, Фирзән Дилмиев — донъя чемпионы. »

Хәтер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Суфый Шәйәхмәтов 2020 йылдың 18 ноябрендә Стәрлетамаҡ ҡалаһында ауыр сирҙән вафат була. Тыуған ауылы Ҡарткиҫәк музейында «Суфый Шәйәхмәтов һәм уның тәрбиәләнеүселәре» тигән стенд, альбом эшләнде. 2021 йылдың 20 июлендә музейҙа туғандары, ауылдаштары, тәрбиәләнеүселәре менән осрашыу үткәрелде. Суфый Шәйәхмәтов призына уның тәрбиәләнеүселәре Вадим Харисов, Илһам Нурмөхәмәтов, Яүһәт Шәйәхмәтовтар уҡыусылар араһында ярыштар ойоштора. 2021 йылдың 25 авгусында 70 йәше тулыу көнөнә тантаналы рәүештә Стәрлетамаҡта хеҙмәттәштәре, тәрбиәләнеүселәре тарафынан уның ҡәберенә яҙыулы, фотоһы менән иҫтәлекле плитә урнаштырылды.


Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Фаниря Набиуллина. Талантливый тренер Суфый Шаяхметов. — Аскинский район: РИК Аскинская новь, 2015, 15 апреля.
  • Р. Илькина. Путёвка в жизнь. — Стерлитамак: Нивы, 2011, 18 августа.
  • Аскинская новь. 20.07.2021
  • Йәнтөйәк. 20.07.2021