Шәйәхмәтов Фазулла Зәйнулла улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Шәйәхмәтов Фазулла Зәйнулла улы
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 22 апрель 1929({{padleft:1929|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Тамьян-Ҡатай кантоны, Ишкен
Вафат булыу көнө 10 ноябрь 2002({{padleft:2002|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (73 йәш)
Вафат булған урыны Рәсәй, Башҡортостан Республикаhы, Учалы районы, Рәсүл
Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре
Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы

Шәйәхмәтов Фазулла Зәйнулла улы (22 апрель 1929 йыл10 ноябрь 2002 йыл) — ауыл хужалығы алдынғыһы. 1959—1989 йылдарҙа Учалы районы «Коммунар» колхозының тракторсылар бригадаһы етәксеһе. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Фазулла Зәйнулла улы Шәйәхмәтов 1929 йылдың 22 апрелендә Башҡорт АССР-ының Тамъян-Ҡатай кантоны[1] Ишкен ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.

1945 йылдан «Коммунар» колхозында эшләй башлай. Башта колхозда тракторсы, ә 1949 йылдан — иген культураларын эшкәртеү буйынса механизацияланған отряд начальнигы, 1959—1989 йылдарҙа — трактор бригадаһы бригадиры булып эшләй. Тулайым иген йыйыу эшендә ҙур уңыштарға өлгәшә.

1959—1965 йылдарҙа Шәйәхмәтов бригадаһы 923 тонна иген әҙерләй, иген культураларының уңышы гектарынан 17,6 ц, шул иҫәптән бойҙайҙыҡы 19,1 ц тәшкил итә. Ул 1965 йылда план буйынса 700 гектар урынына 1250 гектар һөрөнтө ер эшкәртә.

Ғүмер буйы колхоз баҫыуында эшләй. Ҡатыны Әсмә Мөхәмәҙей ҡыҙы менән бергә 10 бала тәрбиәләп үҫтерәләр: 5 ҡыҙ һәм 5 ул. 1994 йылдан хаҡлы ялда.

Башҡортостандың Учалы районындағы Рәсүл ауылында йәшәй. 2002 йылдың 10 ноябрендә вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Платонов М. Любовь к земле // Герои труда Башкирии: очерки о Героях Соц. Труда. Уфа, 1970.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]