Шәке (тау)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Шәке
урыҫ Чека
Характеристикалары
Абсолют бейеклеге558,3[1][2] м
Урынлашыуы
52°35′01″ с. ш. 59°05′05″ в. д.HGЯO
Страна
РФ субъектыСиләбе өлкәһе
Рәсәй
Красная точка
Шәке
Силәбе өлкәһе
Красная точка
Шәке
 Шәке Викимилектә
Шәке тауы башында геодезия билдәһе(558,3 м)

Шәке (рус. Чека) - Көньяҡ Уралдағы тау-ҡалҡыулыҡ, Силәбе өлкәһенең көньяғындағы иң юғары нөктәһе. Бейеклеге 558,3 м. Силәбе өлкәһенең далалы зонаһында Ҡыҙыл районы территорияһында урынлашҡан. Силәбе өлкәһенең тәбиғәт ҡомартҡыһы [1]. Тау биләмәһендә Силәбе өлкәһенең Ҡыҙыл китабына ингән 11 төр үҫемлектәр үҫә.

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тау дөрөҫ конус формаһында, тирә-яҡтағы ҡалҡыулы даланан күтәрелеп тора һәм бөтә яҡтан яҡшы күренә. Тау алһыу-һоро һәм ҡыҙғылт-һоро граниттар, гранит-порфирҙарҙан һалынған. Тауҙа йырындар һәм үҙәндәр бик күп, шуларҙың күбеһендә шишмәләр аға. Шекә тауының итәгендә бер нисә шишмәнең башы урынлашҡан. Ошонда уҡ "Чека" археология комплексы ла табылған, унда тау түбәһендә неолит дәүере ғибәҙәтханаһы, иртә һәм һуң күсмә тормош дәүеренең 10-дан ашыу ерләү һәм иҫкә алыу комплексы, бронза быуат дәүере менгирҙары урынлашҡан. Әлеге ваҡытта яңы сыҡҡан диндәргә ышанған кешеләр араһында ныҡ популярлыҡ яулаған. Был тауҙы улар русса "Гора Власти" йәки "Кайлас" тип йөрөтәләр, һәм бында үҙҙәренең төрлө мистик йолаларын үткәрәләр. Был инде кешеләрҙең күп йыйылған сағында урындағы тәбиғәткә зыян килтерергә мөмкин.[3]

Флора[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Был тауҙа һирәк, эндемик, реликт һәм юғалыу сигендә торған үҫемлек төрҙәренең күп (энәле ҡәнәфер, урыҫ сыбар сәскәһе һәм башҡалар). Был урында әлегә тиклем һаҡланып ҡалған иң ҡиммәтле сиҙәмле дала ята. Шәке тауының төньяҡтағы битләүенең урта тирәһендә ҙур булмаған ҡайын урманы үҫә.

Этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шәке, Урал йылғаһының һул ярында Бамаҡтан 50 км көнсығыштараҡ тау. Татарлашҡан ҡаҙаҡса шокы «осло түбәле ҡалҡыулыҡ» һүҙенән килеп сығыуы мөмкин. XIX быуатта геолог Г. П. Гельмерсен Ҡара Шәке тип билдәләгән.

[4] Стәрлетамаҡ ҡалаһы янында урынлашҡан Шахтауҙыңда боронғо атамаһы «Шәкетау».

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]