Шәмсетдин (күл)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү

Шәмсетдин
55°25′29″ с. ш. 55°27′58″ в. д.HGЯO
Озеро Шамсутдин, Бирский район.jpg
Ил Рәсәй Рәсәй
Регион Башҡортостан
Район Бөрө районы
Диңгеҙ кимәленән бейеклеге 75[1] м
Оҙонлоғо 8,3[2] км
Киңлеге 150—400[2] км
Майҙаны 1,52[3] км²
Иң ҙур тәрәнлек 11,8[2] м
Уртаса тәрәнлек 6—7[2] м
Шәмсетдин (күл) (Рәсәй)
Blue pog.svg
Шәмсетдин
Шәмсетдин (күл) (Башҡортостан Республикаһы)
Blue pog.svg
Шәмсетдин
Commons-logo.svg Шәмсетдин Викимилектә

Шәмсетдин[4][1] (Шәмсетдин анропонимынан[5]; Шамшагин[3]) — Ағиҙел йылғаһының һул яҡ яры туғайындағы иҫке үҙәне (старица)[3], Башҡортостандағы Бөрө районының төньяғында[4], район үҙәге Бөрө ҡалаһынан[2] көнбайышыраҡ 1,5 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Күсәкәй ауыл советы һәм Бөрө ҡалаһы биләмәһенә инә[6].

Дөйөм характеристикаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Күлдең оҙонлоғо 8,3 км тәшкил итә, киңлеге төрлө урындарында 150 метрҙан 400 метрға тиклем төрләнә, уртаса тәрәнлеге 6—7 м, максималь — 11,8 м. Күл оҙонса тулҡын формалы, көньяҡ-көнбайыштан төньяҡ-көнсығышҡа табан һуҙылған. Ташҡын ваҡытында Ағиҙелгә төньяҡ ярҙағы протока аша һыу ағып төшә, шулай уҡ көньяҡ ярҙағы протока аша Баҡакүлдән даими һыу килеп тора[1][2]. Шәмсетдин күле янында бик күп башҡа ваҡ күлдәр бар (Баҡакүл, Подворное, Оло Баҡакүл һ. б.)[1]. Күл тирәһендә ҡарама — имән урмандары, ереклек һәм туғайҙар таралған[1]. Күлдә балыҡтарҙың 20 төрө һәм төрлө йөҙгөс ҡоштар йәшәй[2].

Һаҡлау[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1965 йылдың 17 авгусынан Башҡортостан Республикаһының тәбиғәт ҡомартҡыһы булып тора. Һаҡлаулы тәбиғәт биләмәһе 320 га тәшкил итә[2].

Һаҡлау объекттары:

• Үҫемлектәрҙең һирәк осрай торған төрҙәре (кесе томбойоҡ, һары ирис[2], ябай гетеропедия (ылымыҡ) һ. б.) һәм Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына индерелгән хайуандар (мөншөгөр, балыҡсы ҡарсыға, аҡ ҡойроҡло орлан һ. б.).

Махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре (ООПТ) тәғәйенләнеше:

• Бөтә тәбиғәт клмплексын һаҡлау һәм рациональ файҙаланыу.

• Рекреацион тәғәйенлеше[7].

2007 йылда көнбайыш ярының һәйбәт күренгән морононда (УГАЭС «Ивушка» ял базаһы тулыһынса биләгән ерҙәр) боронғо ултыраҡ эҙҙәре асыла. Ултыраҡҡа «Шәмсетдин — 1» исеме һәм археологик ҡомартҡыһы статусы[6].

Әһәмиәте[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Фәнни, рекреацион, эстетик һәм тәбиғәтте һаҡлау әһәмиәтендәге матур күл. Күл буйында ошо уҡ исемле ял йорто һәм бер нисә дауалау-һауыҡтырыу учреждениелары урынлашҡан (2007 йылдың 10 сентябренә тиклем ВЦСПС-тың Ял йорто ауылы тип исемләнә) . Бөрө ҡалаһында йәшәүселәрҙең популяр ял итеү һәм һәүәҫкәр балыҡ тотоу урыны[1][2].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 Карта бите N-40-015-Г. Масштаб: 1 : 50 000. Издание 2001 г.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 2,6 2,7 2,8 2,9 Ҡалып:Oopt.aari.ru
  3. 3,0 3,1 3,2 «Шамшадин» — информация об объекте в Государственном водном реестре
  4. 4,0 4,1 Реестр наименований географических объектов на территорию Республики Башкортостан по состоянию на 04.03.2016. rosreestr.ru. 26 апрель 2016 тикшерелгән.
  5. Хисамитдинова Ф. Г., Сиразитдинов З. А. и др. Русско-башкирский словарь водных объектов Республики Башкортостан. Уфа, 2005.
  6. 6,0 6,1 Архитектура: «Генеральный план» и «Генеральные планы сельских поселений муниципального района Бирский район Республики Башкортостан». admbirsk.ru. — Официальный сайт Бирского района. 26 апрель 2016 тикшерелгән.
  7. Өҙөмтә хатаһы: <ref> билдәһе дөрөҫ түгел; autogenerated1 төшөрмәләре өсөн текст юҡ

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Газета «Выбор» № 118—119 (10044-10045) от 11.08.2015. Статья «Край тысячи озёр».