Эстәлеккә күсергә

Шәрипов Әкрәм Әғзәм улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Шәрипов Әкрәм Әғзәм улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 15 август 1919({{padleft:1919|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})
Тыуған урыны Өфө губернаһы, РСФСР
Бәләбәй өйәҙе, Өфө губернаһы, РСФСР
Наратаҫты, Шаран ауыл Советы (Шаран районы), Шаран районы, СССР
Вафат булған көнө 19 ноябрь 1991({{padleft:1991|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:19|2|0}}) (72 йәш)
Һөнәр төрө яҙыусы, тарихсы, мөхәррир
Уҡыу йорто М. В. Фрунзе исемендәге Хәрби академия
Ғилми дәрәжә хәрби фәндәр кандидаты[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ватан һуғышы ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены

Шәрипов Әкрәм Әғзәм улы (15 август 1919 йыл19 ноябрь 1991 йыл) — яҙыусы, тарихсы, мөхәррир. Хәрби фәндәр кандидаты. Полковник. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Хәрби-тарихи, героик-патриотик тематикаға, билдәле хәрби эшмәкәрҙәр хаҡында яҙылған әҫәрҙәр авторы. Генерал А. Д. Черняховскийҙың биографы. Ватан һуғышы, ике тапҡыр Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры[1].

Әкрәм Әғзәм улы Шәрипов 1919 йылдың 15 авгусында Өфө губернаһының Бәләбәй өйәҙе Наратаҫты тип аталған башҡорт ауылында ябай ғаиләлә (Башҡортостан Республикаһының Шаран районы) тыуа.

1939 йылдан Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафында хеҙмәт итә. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында мәшһүр совет полководецы, армия генералы И. Д. Черняховский етәкселегендә һуғыша[2]. 1949 йылда Мәскәүҙә М.В.Фрунзе исемендәге Хәрби академияны тамамлай. 1960 йылда Ә.Шәрипов Совет Армияһынан демобилизацияланғандан һуң Мәскәүҙә йәшәй һәм СССР Электрон сәнәғәт министрлығында эшләй. Хәрби фәндәр кандидаты диссертацияһын яҡлай.

Төрлө йылдарҙа “Юғары мәктәп” нәшриәте редакцияһы мөдире, СССР Электрон сәнәғәте министрлығы хеҙмәткәре, “Батырлыҡ” (“Мужество”) журналының баш мөхәррире була. Шулай уҡ Воронин Аркадий Иванович псевдонимы аҫтында нәшер ителә.

Хәрби‑тарихи, героик‑патриотик, билдәле хәрби эшмәкәрҙәр тематикаһына яҙылған әҫәрҙәр авторы. “Черняховский” (1971), “Полководецтың яҙмышы” (“Судьба полководца”; 1988) романдары, “Операция дауам итә” (“Операция продолжается”; 1976) документаль повесы һ.б. армия генералы, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы И.Д.Черняховскийға арналған. “Һуғышта бына шулай булды” (“Так было на войне”; 1966) очерктар йыйынтығында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың батырлығы һәм героизмы тасуирлана. Хәрби тарихҡа арналған күп кенә публикациялар авторы[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]