Шәрифуллин Шәйҙулла Шәрифулла улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Шәрифуллин Шәйҙулла Шәрифулла улы
Заты ир-ат
Тыуған көнө 1883
Тыуған урыны Рәсәй, Дүртөйлө районы, Семилетка ауыл Советы (Дүртөйлө районы), Ҡораласыҡ
Вафат булған көнө 1959
Вафат булған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Илеш районы, Иҫке Күктау ауыл Советы (Илеш районы), Ибраһим
Һөнәр төрө шағир

Шәйҙулла Шәрифулла улы Шәрифуллин (18831959) — башҡорт шағир-импровизаторы, сәсән.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Шәрифуллин Шәйҙулла Шәрифулла улы 1883 йылда Өфө губернаһының Бөрө өйәҙе Ҡораласыҡ ауылында (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дүртөйлө районы) тыуған. Милләте буйынса — башҡорт.

Башланғыс белем ала. Мулла булып хеҙмәт итә. 1931 йылдың 26 мартында репрессияға дусар ителә һәм 3 йылға иркенән мәхрүм ителә[1].

1920‑се йылдарҙан алып Башҡорт АССР-ының Бөрө кантонында йәшәй, Башҡорт АССР-ы Илеш районы колхозында эшләй.

1959 йылда Башҡорт АССР-ының Илеш районы 5-6-сы участка ҡасабаһында (хәҙер Башҡортостан Республикаһы Илеш районы Ибраһим ауылы) вафат була. 1989 йылдың 6 майында аҡлана.

Ижади эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сәсән үҙенең әҫәрҙәрендә халыҡ араһында аң-белем таратыуҙы пропагандалаусы ролендә сығыш яһай. Шәйҙулла Шәрифуллин буйынса, мәҙәниәтле кешегә сәнғәткә, шул иҫәптән сәсән сәнғәтенә хөрмәтле мөнәсәбәт хас булырға тейеш[2].

Уның «Сәсән» һәм «Милли музыка» шиғырҙары башҡорт милли рухы менән һуғарылған, ә «Эш һәм намыҫ» һәм «Трактористар йыры» шиғырҙары кеше хеҙмәтен данлай. 1953 йылда А. И. Харисов Шәйҙулла-сәсәндән яҙып алған әҫәрҙәр «Башҡорт халыҡ ижады» йыйынтығына индерелгән. Уның ҡулъяҙмалары Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәге ғилми архивында һаҡлана[3].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Галин С. Ә. Шәйҙулла сәсән. // Башҡорт халҡының ауыҙ‑тел ижады. Өфө, 2009.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]