Эстәлеккә күсергә

Шәрмәйет (ауыл)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Шәрмәйет
Дәүләт  Рәсәй
Административ үҙәге Шермейское сельское поселение[d][1]
Административ-территориаль берәмек Барҙы районы
Урын Пермь крайы
Халыҡ һаны 253 кеше (2010)[2]
Почта индексы 618154
Урындағы телефон коды 34261
Карта

ШәрмәйетПермь крайының Барҙым районындағы ауыл. Шәрмәйет ауыл биләмәһенең административ үҙәге.

Барҙы ауылынан төньяҡ-көнсығышҡа табан яҡынса 17 км өҫтәрәк урынлашҡан.

Ауылдың атамаһы Шәрмәйет йылғаһы исеменән сыҡҡан ( "шәрми" фин-уғыр телендә "тәртипле" тигәнде аңлата, башҡорт телендә уның аңлатмаһы юҡ). Тағы бер фараз буйынса Ширәмәт-кеше исеме (Шеремет фамилияһы төрки тамырға эйә. Бер версия буйынса, ул «етеҙ, еңел аҙымлы», йә «тупаҫ, ярһыусан, ҡыҙыу» тигәнде аңлата. Бәлки, ул сыуаш теленән дә килгәндер, унда seremet һүҙе бар - "бахыр, хәсрәт тоҡсайы, меҫкен, йәлләүгә лайыҡ" тигәнде аңлата.

Ауыл барлыҡҡа килгән урын башҡорттарға ҡараған һәм Башҡортостан территорияһында урынлашҡан Башҡортостан (тарихи)). Был ерҙәрҙе Уҫы даруғаһы Ғәйнә улусы башҡорттары биләгән. 1758 йылда А.И.Глебов императрица Елизавета Петровнаға Туҡтамыш Ишбулатов етәкселегендә Уҫы даруғаһы Ғәйнә улусы башҡорттарының Башҡортостанда завод төҙөү теләген еткерә. Был тәҡдим императрица тарафынан башҡорт ерҙәрен һатып алыу, шунда крепостной крәҫтиәндәрҙе күсереү һәм 1557 йылдың грамотаның тейешлеген юҡҡа сығарыу маҡсаты менән ҡабул ителә (Уҫы даруғаһы Ғәйнә улусы башҡорттарының бөтә Урал ерҙәренә биләмә хоҡуҡтары тураһындағы батша Иван Грозный грамотаһы)[3][4]. 1759 йылдың 7 июнендәге указ менән урыҫ һәм башҡорт телендә ерҙәргә хоҡуҡ Глебовҡа беркетелә. Межалау Өфө өйәҙенең Шәрмәйет йылғаһынан алып 50 -шәр саҡрым дүрт яҡҡа башлана, шулай итеп «Шәрмәйет дачаһы» барлыҡҡа килә, унда баҡыр иретеү заводы төҙөлөшө башлана.

2010 йылда халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса ауыл халҡы һаны 253 кеше тәшкил итә, шул иҫәптән 123 ир-ат һәм 130 ҡатын-ҡыҙ [5].

2005 йылда халыҡ һаны 271 кеше иҫәпләнгән[6].

Элегерәк халҡы һаны 1869 йылда 688 кеше, 1926 йылда 884 кеше тәшкил иткән[7]

Бында Социалистик Хеҙмәт Геройы Ванюков Геннадий Иванович тыуған.

  1. ОКТМО (урыҫ)
  2. ВПН-2010. Численность и размещение населения Пермского края (урыҫ)
  3. Историческая записка о местности прежней уфимской провинции, где был центр древней Башкирии, Санкт-Петербург, 1867, стр.10
  4. Шермяитский завод XVIII в. (недоступная ссылка). Дата обращения: 28 октября 2012. Архивировано 21 октября 2013 года.
  5. Численность и размещение населения Пермского края. Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Пермскому краю. Дата обращения: 1 сентябрь 2012. Архивировано 17 октябрь 2012 года. (недоступная ссылка)
  6. Решение Земского Собрания Бардымского района от 24 июня 2005 г. №72 «О перечне населённых пунктов Бардымского муниципального района». Нормативно-правовые акты Российской Федерации — Министерство юстиции Российской Федерации. Дата обращения: 14 октябрь 2012. 2016 йыл 14 март архивланған.
  7. Шермейка (недоступная ссылка). Энциклопедия "Пермский край".Дата обращения: 14 октября 2012.Архивировано 10 марта 2016 года.