Эстәлеккә күсергә

Шәшмәҡәм

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Тажикстанда шәшмәҡәм

Шәшмәҡәм [1][2] (үзб. shashmaqom / шашмақом, таж. шашмақом, перс. شش‌مقام‎) – Үҙәк Азияла тыуып, хәҙерге Тажикстан һәм Үзбәкстан территорияларында үҫеш алған мәҡәм вокаль-инструменталь музыканың төрө. Кешелектең матди булмаған мәҙәни мираҫы исемлеге составына инә.

Шашмаком йәки шәшмәҡәм һүҙмә-һүҙ алты мәҡәм, йәғни алты төп модустан торған системаны (бузрук йәки бузург, рост, наво йәки науа, дугох йәки дугах, сегох, ирок йәки ираҡ) тигәнде аңлата. Модустар араһында күсеү өсөн һаны егерменән ашыу өҫтәмә мәҡәмдәр аша модуляциялар ҡулланылған[3]. XVI быуатта шашмакомдың классик ансамбле ике танбур, дутар, гиджак һәм даирәләрҙән торған, шулай уҡ 2-3 башҡарыусыны үҙ эсенә алған; бындай состав әлегә тиклем ҡулланыла[4].

Шәшмәҡәмде уҡытыу, башҡа Үҙәк Азия жанрҙары кеүек үк, телдән, ноталарһыҙ, уҡытыусы артынан ҡабатлау ысулы менән алып барылған; нота яҙмаһы тик XIX быуатта ғына Хиуала уйлап табыла[5]. XXI быуатта «шашмаком» һөнәре буйынса белемде Ташкент консерваторияһы[6], Тажик милли консерваторияһы (Дүшәнбе) Һәм Макама Академияһы (Хужанд) бирә.[7]

  1. ЮНЕСКО. UNESCO World Report: Investing in Cultural Diversity and Intercultural Dialogue. — ЮНЕСКО, 2009. — С. 315. — ISBN 9789234040778.
  2. Шашмаком // Музыкальный энциклопедический словарь / под ред. Г. В. Келдыша. — М.: Советская Энциклопедия, 1990. — С. 633. — 672 с. — ISBN 5-85270-033-9.
  3. Allworth, 1994, p. 469—470
  4. Broughton, 2000, p. 27
  5. Allworth, 1994
  6. UNESCO
  7. Академия макама. Дата обращения: 6 июль 2015. Архивировано 16 июль 2015 года.