Шәҙилилек
Шәҙилилек | |
Хөрмәтенә аталған | Әш-Шәҙили |
---|---|
Нигеҙләүсе | Әш-Шәҙили |
Шәҙилилек (ғәр. الشاذلية — шәҙилиәт; рус. Шазилия) йәки Шәҙили тәриҡәте — суфый тәриҡәте.
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Тәриҡәткә шәйех Әбүл-Хәсән әш-Шәҙили XIII быуатта нигеҙ һалған. Төп иғтибар нәфескә ҡаршы көрәшкә һәм үҙ-үҙеңде эске камиллаштырыуға йүнәлтелә. Һәр адепт остазының рөхсәте менән кварталға бер көндән дә кәм булмаған ваҡытын яңғыҙлыҡта үткәреүгә бүлергә тейеш. Яңғыҙланыу таң атҡандан алып ҡояш байығанға тиклем ураҙа тотоп үткәрелә. Шулай уҡ зекерҙең төрлө төрҙәре бар, уларҙа Аллаһ исеме ҡабатлана, йәки төрлө мотив менән шәһәҙәт уҡыла[1].
Шәҙилиҙәрҙең үҙенсәлеге булып тәриҡәт уларға мәңгелектән алдан билдәләнгән, рухи иерархия башлығы ҡотоб һәр ваҡыт уларҙың тәриҡәте ағзаһы буласаҡ тип инаныу тора[2]. Тәриҡәт адепттарының береһе — Рене Генон[3]. Шәҙилиҙәр, башҡа суфыйҙар кеүек үк, берләшеп зәүиәләрҙә йәшәгән. Мәҫәлән, Ғабдул-Ҡадир әл-Фәси үҙе уҡытҡан зәүиәлә ерләнгән.
Таралыуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Тарихи яҡтан шулай килеп сыҡҡан — ул Төньяҡ Африкала һәм Мысырҙа ҙур йоғонтоға эйә булған һәм ислам әҙәбиәтенә күп өлөш индергән
Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Ислам это или не ислам? Заметки с международной суфийской встречи 2007 йылдың 30 сентябрь көнөндә архивланған.
- ↑ Суфийские ордены и братства 2007 йылдың 6 октябрь көнөндә архивланған.
- ↑ Рыцарь Святого Грааля
Һылтанма[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Али-заде, А. А. [890 Шазили] // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8 (рус.).
- Шазилийский тарикат — Sufizm.Ru
Был ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |