Шәһиттәр аллеяһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иҫтәлекле урын
Шәһиттәр аллеяһы
әзерб. Şəhidlər Xiyabanı
Ил Әзербайжан
Баҡы Таулы парк территорияһы
Архитектура стиле Аллея
Төҙөлгән ваҡыты 1990
Статус Дәүләт тарафынан һаҡлана

1990

Шәһиттәр аллеяһы (әзерб. Şəhidlər XiyabanıŞəhidlər Xiyabanı; 1990 й. тиклем — Киров Паркы/ Таулы парк, әзерб. Киров Паркы / Дағлыг Парк) — Баҡылағы «шәһиттәр» — нигеҙҙә «Ҡара ғинуар» ҡорбандары (126 кеше) һәм Ҡарабах һуғышында һәләк булған әзербайжандар ерләнгән туғандар ҡәберлеге. Аллеяла шулай уҡ исемһеҙ ҡәбер бар, унда танылмаған мәйеттәр күмелгән.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәсәй президенты Дмитрий Медведев һәләк булған геройҙар һәйкәле эргәһендә

Шәһиттәр аллеяһы урынында элек мосолман зыяраты була, унда 1918 йылда Баҡыла март ваҡиғаларында ҡорбан булғандар күмелә. 1935 йылда совет власы урынлашҡандан һуң, зыярат бөтөрөлә, мәйеттәр икенсе урынға сығарыла һәм уның урынында «Сергей Киров исемендәге парк» барлыҡҡа килә[1][2].

1990 йыл ваҡиғалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1990 йылдың ғинуарында паркка «Азадлыг» (әзерб. Azadlıq meydanı — «площадь свободы», бывшая «площадь Ленина» Azadlıq meydanı — «Азатлыҡ майҙанында», элекке «Ленин майҙаны») 1990 йылдың 19 ғинуарынан 20-һенә ҡараған фажиғәле төндә һәләк булғандарҙы килтерәләр. 20-21 ғинуарҙа аллеяла 120-нән ашыу ҡәбер ҡаҙыла. Ерләү бер нисә сәғәт дауам итә. 22 ғинуарҙа тағы 50 үлгән кеше ерләнә. Уларҙың өсөһө 1918 йылдың мартындағы ҡан-ҡойош ҡорбаны булып, мәйеттәре паркта ҡәбер ҡаҙғанда табыла. Өс ҡәбергә лә «1918 йыл шәһите» тип яҙыла. Ҡәберҙәргә һәм кешеләр һәләк булған урындарға ҡыҙыл ҡәнәферҙәр ҡуйыла, һуңынан улар Әзербайжанда матәм сәскәһенә әйләнә.

Хәтер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәсәй президенты Владимир Путин «Шәһиттәр аллеяһы» мемориаль комплексына венок һала

2000 йылдың 17 ғинуарында Әзербайжан Республикаһы президенты Гейдар Алиев «20 ғинуар шәһите» тигән почетлы исем биреү тураһында" указ сығара, унда һәләк булғандарҙың һәм хәбәрһеҙ юғалғандарҙың тулы исемлеге бирелә.

Бөгөн Шәһиттәр аллеяһы — Баҡының абруйлы ҡунаҡтарын алып бара торған урындарының береһе.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Майкл СМИТ. 2020 йыл 1 апрель архивланған.
  2. Day. 2017 йыл 4 май архивланған.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]