Шөгөр районы (ТАССР)
Шөгөр районы | |
Нигеҙләү датаһы | 10 август 1930 |
---|---|
Рәсми атамаһы | Шөгер районы |
Дәүләт | СССР |
Административ үҙәк | Шугурово[d] |
Административ-территориаль берәмек | Татар Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы[d] |
Халыҡ һаны | 39 148 кеше (1939)[1] |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 12 октябрь 1959 |
Майҙан | 1800 км²[2] |
Шөгөр районы (татар. Шөгер районы, рус. Шугурский район) — 1930 йылдан 1959 йылға тиклем ғәмәлдә булған Татарстан АССР-дың юҡ ителгән административ-территориаль берәмеге. Ленинтаудан көньяҡ-көнбайышҡа 25 саҡрым, Татарстандың төньяғында урынлашҡан. Административ үҙәк - Шөгөр ауылы.
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шөгөр районы территорияһы 1920 йылға тиклем Һамар губернаһының Бөгөлмә өйәҙендә, 1920 йылдан 1930 йылға тиклем Бөгөлмә кантонында урынлашҡан.
1930 йылдың 10 августында элеккеге Бөгөлмә кантоны территорияһында барлыҡҡа килә.
1952 йылдың 8 майында Татарстан АССР-дың Чистай өлкәһе составына, ә 1953 йылдың 21 февралендә Бөгөлмә өлкәһе составына инә. 1953 йылдың 30 апрелендә өлкәләр бөтөрөүгә бәйле рәүештә Татарстан АССР-дың туранан-тура ҡарамағына ҡайтарыла.
1959 йылдың 12 октябрендә Шөгөр районы юҡҡа сыға, ә уның территорияһы Лениногорск һәм Беренсе Май райондарына тапшырыла.
Административ бүленеш
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1945 йылға районда 21 ауыл Советы булған: Керкәле, Кирлегәс, Ҡуаҡбаш, Ҡузай, Мордва Ивановкаһы, Мордва Ҡармалҡаһы, Мөкмин-Ҡаратай, Түбәнге Шыршылы, Яңы Иштирәк, Яңы Сережкино, Сарабиҡҡол, Спиридоновка, Иске Варваринка, Иске Иштирәк, Иске Ҡуаҡ, Суғышлы, Туҡтар Урдалыһы, Урмышлы, Федотов, Шөгөр Юлтимер. Район майҙаны 1800 км² тәшкил иткән.
Халыҡ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1939 йылда халыҡ һаны 39148 кеше тәшкил иткән, шул иҫәптән татарҙар - 68%, мордва - 13,5%, урыҫтар - 13%.