Шөғәйепов Хәсән Баймөхәмәт улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Шөғәйепов Хәсән Баймөхәмәт улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Вафат булған көнө 24 февраль 1943({{padleft:1943|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:24|2|0}})
Вафат булған урыны Луганск өлкәһе, Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Хәрби звание өлкән сержант
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d], Элемтәсе ауылы[d] һәм разведчик[d]
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы яуҙа һәләк була[d]

Шөғәйепов Хәсән Баймөхәмәт улы (рус. Шугаипов Хасан Баймухаметович) (1921 йыл[1] — 22 март 1943 йыл (башҡа сығанаҡ буйынса 24 февралдә[2]) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, өлкән сержант. 112-се Башҡорт кавалерия (16-сы гвардия) дивизияһының миномет полкы яугиры. Дивизия штабы разведчигы (башҡа сығанаҡ буйынса элемтәсе[2]).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хәсән Баймөхәмәт улы Шөғәйепов Һамар өлкәһе Оло Чернигов районы Имәләй ауылында тыуған. 1928 йылда Һамар өлкәһе башҡорттары Башҡортостандың Баймаҡ районында (ата-бабалары төйәге) төпләнеп, Үҙән ауылына нигеҙ һалалар[1]. Артабан Шөғәйеповтар ғаиләһе Баймырҙа ауылында[2] йәшәй. Тыуған йылы билдәһеҙ. Бөйөк Ватан һуғышына БАССР-ҙың Баймаҡ районы хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла[3]. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында (1943 йылдың февраленән 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы) 148-се гвардия миномет полкы (ГМП) элемтәсеһе булып хеҙмәт итә. «Память народа» сайтындағы мәғлүмәт буйынса, исемлектән 1943 йылдың 22 мартында һәләк булыуы сәбәпле төшөрөлгән, Ворошиловоград өлкәһе Юлино-2 ҡасабаһында ерләнгән. Әсәһе Г. М. Шөғәйеповаға 1947 йылдың 23 авгусында хәбәр ителгән. Адресы Йылайыр тип күрһәтелгән[4][3]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]