Эстәлеккә күсергә

Щетинина Анна Ивановна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Щетинина Анна Ивановна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 Алыҫ Көнсығыш Республикаһы[d]
 СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 13 (26) февраль 1908
Тыуған урыны Океанская[d], Владивосток, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 25 сентябрь 1999({{padleft:1999|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:25|2|0}}) (91 йәш)
Вафат булған урыны Владивосток, Рәсәй
Ерләнгән урыны Морское кладбище[d]
Ҡәбере һүрәте
Һөнәр төрө капитан судна
Уҡыу йорто Диңгеҙ дәүләт университеты
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ойошма ағзаһы Общество изучения Амурского края[d], Русское географическое общество[d] һәм International Federation of Shipmasters' Associations[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
 Щетинина Анна Ивановна Викимилектә

Щетинина Анна Ивановна (13 (26) февраль 1908(19080226) — 25 сентябрь 1999) — донъяла беренсе ҡатын-ҡыҙ — алыҫ араларға йөҙөү карабы капитаны, Социалистик Хеҙмәт Геройы.

Щетинина Анна Ивановна 1908 йылдың 13 (26) февралендә Владивосток эргәһендәге Океанский станцияһында тыуа. Атаһы Иван Иванович (1877—1946) — Томск губернаһы Чумай ауылында тыуған(хәҙерге Кемерово өлкәһенең Чебулинский районы), стрелочник, урмансы, балыҡ кәсепселегендә хеҙмәткәр, НКВД өлкә бүлеге дачаһында балта оҫтаһы һәм комендант булып эшләй. Әсәһе Мария Философовна (1876) — Кемерово өлкәһенән. Ағаһы Владимир Иванович (1919) — Владивостокта тыуа, Приморье крайының Варфоломеевка станцияһы авиазаводында цех мастеры булып эшләй.

1919 йылда Щетинина Садгородта башланғыс мәктәптә уҡый башлай. Владивостокка Ҡыҙыл Армия ингәс, мәктәптәр тарҡатыла һәм 1922 йылдан Анна Седанка станцияһының берҙәм хеҙмәт мәктәбендә уҡый башлай, 1925 йылда 8 класты тамамлай. Шул уҡ йылда Владивосток диңгеҙ техникумының суднолар йөрөтөү бүлегенә уҡырға инә.

1928 йылда моряк-радист Качимов Николай Филипповичҡа (1903—1950) кейәүгә сыға.

1929 йылда техникумды тамамлағандан һуң, Камчаткала эшләй, 1-се класлы матростан капитанға тиклем юл үтә. 24 йәшендә Анна — штурман , ә 1934 йылдың 25 ғинуарында — алыҫ араларға йөҙөү капитаны дипломына лайыҡ була. 1935 йылда Гамбургтан Одесса һәм Сингапур Петропавловск-Камчатский ҡалаһына «Чавыча» йөк пароходын алып барған тәүге рейсы менән ул бөтә донъяла билдәлелек яулай. 1938 йылдың 20 мартында Анна Ивановна Владивосток ҡалаһы балыҡ портының тәүге начальнигы итеп тәғәйенләнә. Һуғышты Балтикала ҡаршылай, унда бомба ямғыры аҫтында Таллиндан халыҡты эвакуациялай һәм стратегик тәғәйенләнештәге йөктәр ташый.

Һуғыштан һуң Анна Щетинина Балтика пароходсылығында «Аскольд», «Баскунчак», «Белоостров», «Днестр», «Псков», «Менделеев» суднолары капитаны була. 1949 йылдан алып Ленинград юғары инженер диңгеҙ училищеһында эшләй, 1951 йылдан — өлкән уҡытыусы, һуңынан суднолар йөрөтөү факультеты деканы була. 1956 йылда Анна Щетинина доцент исеме ала. 1960 йылда уны Диңгеҙ дәүләт университетына (ВВИМУ) «Диңгеҙ эштәре» кафедраһы доценты вазифаһына күсерәләр.

1964—1970 йылдарҙа СССР география йәмғиәтенең Приморье филиалы рәйесе була[1][2]. «На морях и за морями» китабы авторы (1968).

1983 йылда пенсияға сыға.

1999 йылдың 25 сентябрендә Владивостокта вафат була.

Владивостоктың Диңгеҙ зыяратында уға һәйкәл ҡуйылған.

2006 йылдың 20 октябрендә Япон диңгеҙенең Амур ҡултығындағы яр буйындағы моронға Щетинина исеме бирелә.

2008 йылдан Владивостоктың 16-сы мәктәбе А. И. Щетинина исемен йөрөтә.

2010 йылда Владивосток ҡалаһында яңы «Снеговая падь» биҫтәһендәге урамдарҙың береһенә Анна Щетинина исеме бирелә.

2013 йылдың 21 октябрендә капиталь реконструкциянан һуң Владивостокта Крыгина урамындағы скверҙа А. И. Щетинина һәйкәле асыла.

А. И. Щетинина образы «Хәрби дан ҡалаһы» стелаһында мәңгеләштерелгән.

2017 йылдың 11 февралдә РФ Хөкүмәте Рәйесе ҡарары менән Курил уртауҙарының исемһеҙ утрауҙарының берһенә донъялағы беренсе алыҫ араларға йөҙөү судноларының ҡатын-ҡыҙ капитаны Анна Щетинина бисеме бирелә[3].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Щетинина А. На морях и за морями. — Владивосток: Дальневосточное книжное изд-во, 1968. — (2-е изд. — 1974; 3-е изд. — 1978).
  • Щетинина А. По разным морским дорогам.
  1. Ныне филиалу возвращено его историческое название — Общество изучения Амурского края
  2. Анна Ивановна Щетинина. ОИАК. Дата обращения: 27 февраль 2020.
  3. Пять Курильских островов получили названия  (рус.), РИА Новости (11 февраль 2017). 5 март 2018 тикшерелгән.