Ырымбурҙың тарихи мәсеттәре

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ырымбурҙың тарихи мәсеттәре
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Ырымбур

Ырымбурҙың тарихи мәсеттәре (рус. Исторические мечети Оренбурга) — Ырымбур ҡалаһында 1917 йылға тиклем төҙөлгән мәсеттәр. 1746 йылда Ырымбурҙан көньяҡҡа табан Сауҙа йорто (Меновой двор) төҙөлөшө менән бергә Урал аръяғында тәүге ҙур булмаған мәсет төҙөлә. Әммә 1749 йылда бөтә комплексты яҙғы йылға ташҡыны юҡ иткән. 1782 йылда ҡаҙаҡтарҙы һәм Урта Азия сауҙагәрҙәрен йәлеп итеү өсөн Екатерина II Өфө наместниклығы һәм Тубыл губернаһы сигендә мәсет төҙөргә бойороҡ бирә.

Беренсе йәмиғ мәсете (ХIХ быуат аҙағындағы фото)

Йәмиғ мәсеттәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Икенсе йәмиғ мәсете (1876-1888 йылдарҙағы фото)
Өсөнсө йәмиғ мәсете (ХХ быуат башындағы фото)
Өсөнсө йәмиғ мәсете (Үҙәк)


Алтынсы йәмиғ мәсете (ХХ быуат башында фотолар)
Етенсе йәмиғ мәсете (Рамаҙан)

Меновой мәсете — таш мәсет 1785 йылда ҡаҙна иҫәбенә Сауҙа йорто янында төҙөлгән. Таштан һалынған 1 ҡатлы бина, нигеҙе 6 × 6 сажин, көмбәҙле һәм икешәр яруслы 3 манара, дөйөм бейеклеге 10 сажин. 1789—1817 йылдарҙа мәсет ҡарамағында ҡаҙаҡ байҙары балалары өсөн Мосолман училищеһы эшләгән. 1930 йылда ябылған, Сауҙа йорто комплексы менән бергә һүтелгән. Әле уның хаҡында «Меновой двор» тимер юл станцияһы һәм йәмәғәт транспорты туҡталышы ғына иҫкә төшөрә (Донгузская урамы, 46 янында).

Беренсе йәмиғ мәсете (Ҡаҙна мәсете) — таш мәсет 1804 йылда ҡаҙна иҫәбенә төҙөлгән. Ул урынлашҡан урам Мәсетле (хәҙер Левашов тыҡрығы, 12) тип аталған. 1830 һәм 1876 йылдарҙа яңыртып төҙөлгән. Һөҙөмтәлә төньяҡ ҡабырғанан ҙур манаралы 2 ҡатлы таш бинаға әүерелгән. Мәсет ҡарамағында XIX-XX быуат сиктәрендә «Вәлиә» тип аталған мәҙрәсә эшләгән. Мәсет 1930 йылда ябылған, уның бинаһы студенттарға дөйөм ятаҡ итеп тапшырылған, һуңынан иһә пединститут уҡытыусыларына фатир итеп бирелгән. Әлеге ваҡытта торлаҡ йорт итеп файҙаланыла. Адресы: Левашов урамы, 1.

Икенсе йәмиғ мәсете (Каруанһарай) — таш мәсет 1846 йылда Каруанһарай комплексы составында Башҡорт-мишәр ғәскәренең административ ихтыяждары өсөн төҙөлгән. 1865 йылда ғәскәр таратылған һәм Каруанһарай донъяуи ихтыяждарға тапшырылған, әммә мәсет эшен дауам иткән. 1930 йылда мәсет ябылған. Уның бинаһы тура тәғәйенләнеше буйынса файҙаланылмаған (ятаҡ, клуб, планетарий). 1991 йылда дин тотоусыларға ҡайтарылған. Адресы: Парковый проспекты, 6 / 1.

Өсөнсө йәмиғ мәсете (Үҙәк мәсет) — 1885 йылда бесән баҙары эргәһендә төҙөлгән. Бина таштан һалынған, бер ҡатлы, манаралы. 1890 йылда мәхәлләлә 700 кеше иҫәпләнгән, 1908 йылда — 2 мең самаһы кеше. Мәсет эргәһендә мәктәп һәм мәҙрәсә эшләгән. Имам хатибтары — К. И. Ҡотоев (1881 йылдан), А. Әбделкәримов (1908 йылдан). 1931 йылда ябылған бинала балалар йорто һәм тегеү фабрикаһы урынлашҡан. 1945 йылда бина дин тотоусыларға ҡайтарылған, 1991 йылдан Үҙәк йәмиғ мәсете эшләй. 2001 йылдан «Хөсәйениә» мәҙрәсәһе эшләй. Адресы: Терешкова урамы, 10А.

Дүртенсе йәмиғ мәсете (Хәбибиә) — мәсетте 1885 йылда (Ырымбур губерна идараһы журналы буйынса — 27.06.1885) төҙөү рөхсәт ителә. Тәүҙә уға Ырымбур ҡалаһындағы 3-сө йәмиғ мәсете мәхәлләһенең 833 мосолманынан 330-ы килгән. Яңы күсеп килеүселәр артыу менән бәйле был район әүҙем төҙөлә. 1890 йылда мәхәллә ҡалала иң аҙы булған һәм 530 кеше иҫәпләнгән (280 ир-егет һәм 250 ҡатын-ҡыҙ), 1908 йылға иһәмосолмандар һаны 3251 кешегә еткән. (Шул тәртиптә 1669 һәм 1582). Йәмиғ мәсете менән күрше ихатала 1 ҡатлы ағас мәктәп урынлашҡан, ә 1914 йылда иғәнәгә мәҙрәсә бинаһы төҙөлә башлаған. 1917 йылда «Хәбибиә» мәҙрәсәһендә 71 уҡыусы иҫәпләнә. Имам хатибтар — Ғиләжетдин Ғәбделмән улы Мостафин (1885—1902), Кәшәфетдин Ҡасим улы Хәбибуллин (1902 йылдан). 1923 йылға йәмиғ мәсетенә әүҙем йөрөгән мосолмандар һаны 145 кеше тәшкил иткән. 1930 йылда ул ябылған. Манараһын юғалтҡан бинала клуб, 28-се мәктәп, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында 3327-се госпиталь урынлашҡан. Артабан төҙөлөш дауам итеү арҡаһында мәсет бинаһы Ырымбур һуғыш ветерандары госпитале биләмәһендә булып сыҡҡан һәм уның хужалыҡ биналарының береһе булараҡ ҡулланыла. Мәсет адресы: Орджоникидзе урамы, 202 / 1.

Бишенсе йәмиғ мәсете (Сөләймәниә) — 1887 йылда төҙөлгән. Бинаһы таштан, 2 ҡатлы, манараһы булған. 1890 йылда мәхәлләлә −1941 , 1923 йылда 420 мосолман булған. Мәсет янында мәктәп һәм мәҙрәсә эшләгән, 1‑се ҡала мосолман китапханаһы (1917 йылдан алып). Имам хатибы: З. Х. Ҡашаев (1887 йылдан алып), А. З. Ҡашаев йыл (1917-нән). 1931 йылда ябыла. 1992 йылда бина диндарҙарға ҡайтарыла, мәсет «Сөләймәниә» тип атала. Адрес: Завод урамы тыҡрығы, д. 41.

Алтынсы йәмиғ мәсете (Хөсәйениә) — 1892 йылда 1-се гильдия сауҙагәр А. Ғ. Хөсәйеновтың аҡсаһына төҙөлгән. Бина таштан, манаралы, 2 ҡатлы. Мәсет ашлыҡ, мүк һәм тоҙ баҙарҙарына яҡын урынлашҡан булған. 1908 йылда мәхәлләлә 650 кеше иҫәпләнгән. Мәсет эргәһендә «Хөсәйениә» мәҙрәсәһе эшләгән. Имам хатибы — Ғ. Дәүләтшин (1890 йылдан алып). 1931 йылда ябылған, бина Татар педагогия техникумына ятаҡ итеп тапшырылған, 1992 йылда дин тотоусыларға ҡайтарылған. Адресы: Киров урамы, 3.

Етенсе йәмиғ мәсете (Рамаҙан) — 1910 йылда төҙөлгән. Бинаһы таштан, 2 ҡатлы. 1932 йылда мәхәллә мосолмандары 300-гә яҡын иҫәпләнә, 1936-ла — 1 мең кеше тирәһе. Мәсет ҡарамағында мәҙрәсә эшләй. Имам хатибы — З. Әхмәтйәнов (1909-ҙан). 1937 йылда ябыла, 1996 йылда бина диндарҙарға кире ҡайтарылған, мәсет «Рамаҙан» исеме йөрөтә. Адресы: Лобовская урамы, 112.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Денисов Д. Д. Исторические мечети Оренбурга // Мечети в духовной культуре татарского народа (XVIII в. — 1917 г.). Мат-лы Всеросс. научно-практ. конференции (25 апр. 2006, Казань). — Казань: Ин-т ист. АН РТ, 2006. — С. 53-72.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]