Ырғыҙлы мәктәбе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ырғыҙлы мәктәбе
Ҡыҫҡаса исеме

БР Бөрйән районы Ырғыҙлы урта дөйөм белем биреү мәктәбе

Нигеҙләнгән

1911

Адресы

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы,Башҡортостан Башҡортостан Бөрйән районы, Ырғыҙлы ауылы

Ырғыҙлы мәктәбе — Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы Ырғыҙлы ауыл Советы биләмәһенә ҡараған Ырғыҙлы ауылындағы уҡыу йорто.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ирғыҙлы ауылында беренсе мәктәпкә 1911 йылда нигеҙ һалына, уҡыу осоро — 2 йыл. Унда яҡын-тирәләге ауылдарҙан һәм утарҙарҙан балалар ҙа уҡыған. Тәүге уҡытыусылары — С. П. Морозов, Мочалов, Рассадников, П. Н. Якушин. 1934 йылдан алып башланғыс, 1952 й. — тулы булмаған урта (ете йыллыҡ, 1959 й. — һигеҙ йыллыҡ) мәктәп. 1968 йылда урта мәктәп итеп үҙгәртелә.

Филиалдары

Ырғыҙлы мәктәбе ихатаһында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға обелиск асылған.

Етәкселәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Нуротҡолов Ильяс Һатыбал улы. Бөрйән районы
  • Ғәлина (Сәйфуллина) Лилия Миңлеғәле ҡыҙы
  • Ноғоманова (Мырҙағолова) Нәйлә Фәрхитдин ҡыҙы.
  • Ғазина Айгөл Султан ҡыҙы. 1977 йылдың 17 октябрендә Бөрйән районының Яңы Монасип ауылында тыуған.
 1983-1990 йылдарҙа Тимер урта мәктәбендә белем ала. 1990-1991  йылдарҙа Иҫке Собханғол мәктәбендә белем ала. 1992-1994 йылдарҙа Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатында белем ала. 1994-1999 БДУ Сибай филиалында уҡый. 1999 - 2006 йылдарҙа Ғәлиәкбәр урта белем биреү мәктәбендә инглиз теленән уҡыта. 2006-2015 йылдарҙа Ҡотан дөйөм белем биреү мәктәбендә эшләй.2015 йылдан Ырғыҙлы дөйөм белем биреү мәктәбендә эшләй.

Уҡытыусылары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Уҡытыусы һөнәрен һайлаусы уҡыусылары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәктәпте тамамлаусы билдәле шәхестәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәктәп тураһында матбуғатта[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Бурзянская энциклопедия[1]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Иргизлинская средняя школа // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК Башкирская энциклопедия, 2022. — С. 226. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.