Ырғыҙ (роман)
| Ырғыҙ | |
| Атамаһы | Ырғыҙ |
|---|---|
| Төп тема | Беренсе донъя һуғышы, Октябрь революцияһы һәм Рәсәйҙә Граждандар һуғышы |
| Сәнғәт формаһы | әҙәбиәт һәм роман |
| Автор | Дәүләтшина Һәҙиә Лотфулла ҡыҙы |
| Нәшер ителеү ваҡыты | 1957 |
| Ил | Башҡортостан Республикаһы |
| Әҫәрҙең теле | башҡортса |
| Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
«Ырғыҙ» — күренекле башҡорт яҙыусыһы Һәҙиә Дәүләтшинаның 1942—1952 йылдарҙа яҙылған романы. 1957 йылда әҫәр башҡорт телендә сыға, ә 1961 йылда, беренсе баҫмаға инмәгән айырым бүлектәрен һәм өҙөктәрен индереп, яңынан нәшер ителә. Шул уҡ йылда ул Мәскәүҙә рус телендә сыға. 1967 йылда (үлгәндән һуң) яҙыусыға Салауат Юлаев исемендәге премия бирелә. Романда яҙыусы 70-тән ашыу геройҙың яҙмышын һүрәтләй[1].
Һәҙиә Дәүләтшина ижадының үҙенсәлеге шунда: һәр геройҙың тиерлек ысын тормоштағы прототиптары була[1].
«Ырғыҙ» романы — башҡорт халҡының XX быуаттың тәүге йылдарынан алып 20-се йылдар башына тиклемге ике тиҫтә йыл ваҡытты, өс революцияны, Беренсе донъя һәм Граждандар һуғышы ваҡиғаларын үҙ эсенә ала.
Уҡытыу башҡорт телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының 10-сы класы өсөн әҙерләнгән башҡорт әҙәбиәте буйынса хрестоматия китабына индерелгән.
Романдың яҙылыу тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Романды яҙыу уйы (замысел) Һәҙиә Дәүләтшинала 30-сы йылдарҙың башында уҡ тыуа; егерме йылдан ашыу (1930—1952) әҙиптең күңелен биләп тора. 1932 йылда яҙыусы «Партизан» тигән хикәйәһен яҙа. Хикәйәлә «Ырҙыҙ»ҙың кульминацияһы булып торған ваҡиға — аҡ бандиттарҙың Гөлйөҙөмдө урлап китеүҙәре, Ныязғолдоң ҡыҙы Хаяттың күрһәтеүе буйынса Айбулатты тотоп алып язалап үлтереүҙәре тасуир ителә. «Партизан» хикәйәһенә 1932 йылғы баҫмала яҙыусы үҙе «Ялҡынлы йылдар» хикәйәһенә бер киҫәк тигән аңлатма бирә. «Ялҡынлы йылдар»ҙың төп уйы яҙыусы алдына яңынан-яңы ижади проблемалар ҡуя. 1937—1942 йылдарҙа Һәҙиә Дәүләтшинаның ижад эше өҙөлөп тора. 1942 йылда ул Өфөгә ҡайта һәм «Ялҡынлы йылдар» өҫтөндә ныҡлап эшләй башлай. Әҫәрҙең бер нисә вариантын яҙа. Ул йөкмәткеһе яғынан киңәйә, повесть күп планлы романға әйләнә. «Ырғыҙ» романы (ул саҡта әле — «Ырғыҙ буйҙары») 1953 йылдың аҙағында Башҡортостан Яҙыусылар союзының проза секцияһында тикшерелә, Һәҙиә Дәүләтшина унда әйтелгән иҫкәрмәләр буйынса эшләүен ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем дауам итә. Ҡулъяҙмала рецензенттар күрһәткән етешһеҙлектәрҙе төҙәтеү эшен, Һ. Дәүләтшина үлгәндән һуң, уның яҡташы, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәшит Ниғмәти тамамлап ҡуя. Романдың беренсе баҫмаһы 1957 йылда нәшер ителә һәм әҫәр башҡорт әҙәбиәтендә ҙур ваҡиға тип ҡабул ителә. 1961 йылда, В. Василевский тарафынан рус теленә тәржемә ителеп, Мәскәүҙә баҫыла. 1967 йылда һәҙиә Дәүләтшинаның был әҫәре Салауат Юлаев исемендәге республика премияһы менән билдәләнә[2].
Ваҡиғалар урыны һәм ваҡыты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ваҡиғаларҙың урыны һәм ваҡыты мәсьәләһе мөһим идея-эстетик проблема булып күтәрелә. Ырғыҙ буйҙарында барған ҡораллы көрәш Башҡортостан һәм Бәтә Рәсәй өсөн дә характерлы, типик булғанлыҡтан, яҙыусы ваҡиғаларҙың урыны итеп Ырғыҙ буйҙарын һайлай. Ваҡиғаларҙың урыны художество дөйөмләштереп алына. Ырғыҙ буйында Айҙаҡай исемле ауыл булмаған, ул ижади дөйөмләштереү булып әҫәргә ингән. Шул уҡ ваҡытта Ырғыҙ буйындағы Диңгеҙбай, Бөрйән, Таллы, Никольский, Сергеевка, Ивановка ауылдары исемдәре үҙгәртелмәй алынған. Романдыың үҙәгенә Айҙаҡай ауылын ҡуйыу халыҡ тормошона яҡыныраҡ килергә, уның социаль, милли, көнкүреш үҙенсәлектәрен, ғөрөф-ғәҙәт һәм йолаларын да конкрет һүрәтләргә мөмкинлек бирә. Ваҡиғаларҙы яҙыусы башҡа ауылдарға, Имель волосына, Һамарға, Петроградҡа, Смольныйға күсереп, уларҙы киң ерлектә тасуирлай[3].
Ырғыҙ буйҙарында барған ҡанлы көрәштә төплөрәк аңлау өсөн, яҙыусыға ваҡиғаларҙың ваҡыт арауыҡтарын да киңәйтергә тура килә. Ырғыҙ романы ваҡиғаларға бай осорҙо, 1902—1922 йылдарҙы, эсенә ала: рус-япон һуғышы, беренсе рус революцияһы, унан һуң килгән ҡара реакцияның, беренсе империалистик һуғыш һәм бөтә Рәсәйҙә барған революцион күтәрелештең, Февраль буржуаз-демократик һәм Бөйөк Октябрь революцияһының Ырғыҙ буйҙары һәм Айҙаҡай ауылы тормошона килеп ҡағылыуын күрһәтә торған материалдар туплай[3].
Сюжет
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Яҙыусы «Ырғыҙ» романында тарихи әһәмиәткә бай булған ҙур дәүерҙе ала. Автор 1902—1922 йылдарҙағы башҡорт халҡының тормошон, революция йылдарында, Граждандар һуғышы осоронда иҙеүселәргә ҡаршы аяуһыҙ көрәшен, большевиктар партияһы етәкселегендә бәхетле тормошҡа сығыуын күрһәтә. Әҫәрҙең нигеҙендә — Айҙаҡай ауылы башҡорттарының ауыр тормошо һүрәтләнгән[1].
Сюжет үҙәгенә Айбулат ҡуйыла. Ваҡиғалар бүлектән бүлеккә уның тирәһенә туплана. Быны бүлекәрҙең исемдәре үк күрһәтеп тора: «Көтөүселәр», «Эш эҙләгәндә», «Йәш дуҫтар», «Дядя Гриша», «Гөлйөҙөм», «Тыуған ауылда», «Таныш булмаған дуҫтың бүләге», «Иҫтәлктәр», «Баш эйгәндә», «Барыбер яттарға ҡалдырмам», «Самарканан үткәндә», «Ялҡын йәйелә», «Яңынан байҙар тупһаһында». Һ. Дәүләтшина Айбулаттың донъя менән бәйләнештәрен киңәйтә бара, башҡа сюжет ептәрен дә үҫтерә. Әҫәрҙең төп сюжет һыҙығы тамамланмаҫ элек үк,-үҙәк герой — Айбулат үлеп ҡала. Ләкин был хәл романдың композицияһын тарҡатмай. Уның эшен көрәштәш дуҫы Зөфәр Мурзин һәм башҡалар дауам итә. Романдың композицияһы төп геройҙарҙың характры үҫеүен асыуға буйһондоролған[3].
- Сюжеттың ҡайһы бер үҙенсәлектәре
«Ырғыҙ» романында яҙыусы 70-тән ашыу геройҙың яҙмышын һүрәтләй. Уларҙың һәр береһенең тиерлек ысын тормоштағы прототибы булған. Быны Һәҙиә Дәүләтшина ижадының төп үҙенсәлеге тип әйтергә мөмкин: уның әҫәрҙәрен биографик, ҡайһы берҙә автобиографик тип атау яраҡлы[1].
Персонаждар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Төп герой — Айбулат Айҙаров. Уның образы аша яҡты киләсәккә ышаныс, фиҙаҡәрлек, революция эшенә һәм халыҡ мәнфәғәттәренә тоғролоҡ бирелә. Айбулат образын яҙыусы үҫештә һүрәтләй, уның рухи эволюцияһын, эске биографияһын тасуирлауға баҫым яһай[4].
Гөлйөҙөм — матур, эшсән, ҡыйыу. Ул хеҙмәтсән халыҡтың яҡшы һыҙаттары, рухи юғарылығын сағылдырған образ. Айбулат менән Гөлйөҙөмдөң мәхәббәтен тасуирлауға романда киң урын бирелә. Мөхәббәт темаһы романдың идея-художество йөкмәткеһен асыуҙа мөһим урын тота. Гөлйөҙөмдө Айбулат ҡасырып алып китә. «Был ғүмерҙә ғөрөф-ғәҙәттә булмаған, дингә лә, законга ла һыймай торған ғәжәп хәл бөтә ауылдың иҫен китәрә». Айбулат менән Гөлйөҙөмдән тыш романда байтаҡ башҡа колоритлы характерҙар бирелгән. Айбулаттың ағаһы Ҡотлояр, еңгәһе Мәғфүрә, Тимерғәле ҡарт, Үмәр ҡарт, Әхмәҙи образдары бай социаль-психологик йөкмәткеле булыуҙары менән айырылып торалар.
Ныязғол — Һамар губернаһының иң эре алпауыты. Ныязғол — төптән фекер йөрөтөүсе, аҡыллы дошман. Ҡәрҙәш, ырыуҙаш, үҙ кеше тип, аптыраған саҡтарында аҙ-маҙ ярҙам итеп, ауылдаштарын аҡрынлап үҙенә буйһондора, юҡ ҡына хаҡ менән ерҙәрен ала. Ата-әсәһе үлеп, етем ҡалғас, Айбулаттың да опекуны булып алып, ерҙәрен биләй. Быларҙың барыһына ла ҡәрҙәшлек, яҡындарына ярҙам итеү төҫөн бирә. Ныязғол улус старшинаһы Йәнғол Йомағол улы Йомағоловтан күсерелгән йәки прототибы[1]. Нызғолдоң өс ҡатыны бар; һәр ҡатынының ғаиләлә үҙ урыны һәм романда үҙ характеры бар. Бөтәһе лә Ныязғолға һүҙһеҙ буйһона. Яҙыусы уларҙың һәр береһен билдәле социаль-психологик һыҙаттар менән һүрәтләгән. Бай ошондай мөнәсәбәтте һаҡлау һәм нығытыу хәстәрен күрә. Уртансы бисәһе Ғәзимә тәү килеп төшкән йылдарҙа үҙенең йәш кәләш булыуы менән маһайып ҡарағанда, Ныязғол уны тиҙ өйрәтә[4]:
Сөйҙә элеүле торған бөҙөргәле ҡамсыға ҡырын ғына күҙ һалған да бик тыныс тауыш менән: «Ғәзимә, абай бул! Минең өйөм эсендә тауыш сығыр булмаһын. Мин һине Рәхимәнән артыҡ икән, һылыу икән, тип алғаным юҡ. Ирҙең быуыны һайын ҡатын тигән мәҡәл бар. Ләкин ирҙең һәр бер ҡатынының үҙ урыны бар, шуны белергә кәрәк!» — ти.
Имай — Ныязғолдоң улы. Ул патриархаль-феодаль ҡараштарҙан һәм йолаларҙан ситләшкән. Күберәк ваҡытын ҡалала үткәрә, бөтә ҡала эштәрен, иген эштәрен ул йөрөтә. Имай ул хужалыҡты хәҙерге заман талаптарына ярашлы алып барыу, игенде машина менән эшкәртеү, яҡшы сортлы орлоҡ сәсеп, ерҙән күберәк килем алыу юлын ҡыуа. Имайға буржуаз эшҡыуарлыҡ, сослоҡ хас[4].
Шаһиҙә әбей һәм Асҡар образдары романдың төп ваҡиғаларына оҫта үрелә. Романда Урал әбейе тигән махсус бүлек тә бирелгән. Шаһиҙә әбей улынан ҡалған изге яҙыуҙарҙы муҡсаһы менән һәр саҡ эргәһендә йөрөтә, һөйләгәндә, кешеләргә күрһәтә, уларҙы мираҫ итеп тапшырыу өсөн, улы кеүек батыр. ҡыйыу егетте көтә[3].
Ғәҙел һәм хаҡлы баһа
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рус яҙыусыһы Леонид Соболевтың Рәсәй Федерацияһы яҙыусыларының Беренсе съезында һөйләгән докладында (1958) ошо мәшһүр әҫәр хаҡында әйткән һүҙҙәре хәҙер ҙә актуаль яңғырай. «һәҙиә Дәүләтшинаның „Ырғыҙ“ романын белмәй тороп, — тине ул, — башҡорт халҡының тормошон аңлау мөмкин түгел».
Күренекле әҙәбиәт белгесе Әнүр Вахитов[2]:
| «Ырғыҙ» романын «башҡорт тормошоноң егерме йыллыҡ хроникаһы» тип атай. Әҫәр «егерме йыл эсендә башҡорт халҡының эволюцияһын күрһәтә». Халыҡ бында тарихтың төп көсө, ысын ижадсыһы булып күҙ алдына баҫа. Роман ысын-ысынында тарихилыҡ принцибына ҡоролған, тарихи оптимизм тойғоһо менән һуғарылған. Әҫәр иң элек лексик байлығы, телмәр төҙөлөшөнөң камиллығы, музыкаллеге, һығылмалығы менән таң ҡалдыра. «Ырғыҙ»ҙың теле, халыҡсан, образлы һөйләү стиле беҙҙең әҙәбиәтебеҙҙә тел оҫталығының классик өлгөһө булып ҡала. «Ырғыҙ» романы милли әҙәбиәтебеҙҙә роман жанрында күп планлы һүрәтләүҙе нығытты, ваҡиға романынан характер романына булған үҫештә этап әҫәре ролен уйнаны. |
Күренекле башҡорт яҙыусыһы Баязит Бикбай: «Ырғыҙ» романының авторын, үҙенең оло йөрәкле ҡәләмдәшен, «прозала ысын шағир, тормошта оло йөрәкле кеше» тип атай, «һәҙиә Дәүләтшина, барыһынан элек, гүзәл тел оҫтаһы. Ул һүҙҙәрҙе туп кеүек уйната. Бай, ғәжәп һутлы тел. Яҙыусы китаптың һәр битендә тип әйтерлек, халыҡ араһында булып та, әлегә әҙәбиәттә ҡулланылмай килгән яңы һүҙҙәр ҡуллана. Шуның арҡаһында уның образдары, һүрәтләнгән ваҡиғалары ысын булып күҙ алдына баҫа, һине ышандыра».
Ҡаҙаҡ яҙыусыһы, Ҡаҙағстан Фәндәр академияһы академигы Сабит Моҡанов үҙ ваҡытында һәҙиә Дәүләтшинаны Совет Шәреғе ҡатын-ҡыҙҙары араһынан сыҡҡан беренсе талантлы романсы тип атаны һәм уның, үҙ яҙмышындағы ҙур ауырлыҡтарҙы еңеп сығып, халыҡ тормошо тураһында монументаль роман тыуҙырыуын ысын мәғәнәһендә ижад батырлығы тип баһаланы. Сабит Моҡанов әйтеүенсә, «шуның менән яҙыусы үҙенә мәңгелек һәйкәл ҡойоп ҡалдырҙы»[2].
Театрҙа һәм операла
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]XX быуаттың 60-сы йылдарында Салауат драма театры романдағы ваҡиғаларға нигеҙләнеп, шул уҡ исемле спектакль сәхнәләштерә (реж. Л. В.Вәлиев). Был спектакль 1967 йылда Мәскәүҙә үткән Бөтә Рәсәй драма, музыкаль һәм балалар театрҙары спектаклдәрен ҡарау конкурсында лауреат исемен яулай; Романға нигеҙләнеп Рәүеф Мортазин һәм Рәғиҙә Янбулатова «Дауыл» тигән опера ижад итә һәм ул Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында ҡуйыла[4][5].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1 2 3 4 5 Сөләймәнова Р. М. «Ыргыҙ» романы геройҙары һәм уларҙың прототиптары. Русское поле. Дата обращения: 7 апрель 2026.
- 1 2 3 Һәҙиә Дәүләтшинә. Ырғыҙ. — Өфө: Китап, 2020 й.. — С. 5—10. — 433 с. — ISBN 978-5-295-07477-6.
- 1 2 3 4 Зиннәтуллинә Х. Ш. Башҡорт әҙәбиәте. — Өфө: Китап, 1986 й.. — С. 104—123. — 188 с.
- 1 2 3 4 Ырғыҙ (роман) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Тимерғәле Килмөхәмәтов. Әҙәбиәттең сағыу биҙәктәре. — Өфө: Китап, 2005. — С. 17. — 173 с. — ISBN 5-295-03546-8.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Һәҙиә Дәүләтшинә. Ырғыҙ. — Өфө: Китап, 2020 й.. — С. 5—10. — 433 с. — ISBN 978-5-295-07477-6.
- Зиннәтуллинә Х. Ш. Башҡорт әҙәбиәте. — Өфө: Китап, 1986 й.. — С. 104—123. — 188 с.
- Тимерғәле Килмөхәмәтов. Әҙәбиәттең сағыу биҙәктәре. — Өфө: Китап, 2005. — С. 17. — 173 с. — ISBN 5-295-03546-8.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ырғыҙ (роман) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- РУсское поле. Сөләймәнова Р. М «Ыргыҙ» романы геройҙары һәм уларҙың прототиптары
- Сөләймәнова Р. М. «Ыргыҙ» романы геройҙары һәм уларҙың прототиптары. Русское поле. Дата обращения: 7 апрель 2026.
- Һәр кем уҡырға тейешле 100 башҡорт китабы