Ыспрауник (йыр)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
«Ыспрауник»
Йыр
Жанр

башҡорт халыҡ йыры

Башҡарыу теле

башҡортса

Композитор

халыҡ

Авторы

халыҡ

Ыспрауник (йыр) — Ғафури районының Яҡтыкүл ауылында йәшәгән Вәлиулла Ҡоломбәтов яҙмаларынан алынған.

«Башҡортостан» гәзитендә «Ер һатҡанда» тигән исем менән баҫылған (1991 йыл, 28 август.)

Йырҙың тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Архангель районындағы туғыҙ ауыл башҡорто үҙҙәренең Бүләҙе тигән ерен Сафронов тигән баярға һатҡан.

Сафронов шул ерҙе бүлеп алыу өҫөн землемер килтергән. Оҙонлар ауылынан Ғәйнетдин исемле бер егет иптәштәре менән ҡаршылыҡ күрһәткән.

Ыспрауниктар, үрәтниктәр был ҡаршы кешеләрҙе ҡыуып ҡайтарғандар. Шунан был Ғәйнетдин ыспрауниктың ауылға ҡайтҡанын күҙәтеп тороп, быға тәҙрә аша мылтыҡ менән атҡан. Ғәйнетдинде ҡулға алып, төрмәгә оҙатҡандар. Төрмәгә киткәндә уны оҙатҡан халыҡ алдында Ғәйнетдин былай тип йырлаған:

Ыспрауник килгән, әй, илдәргә,

Туғыҙ ауыл ерен бүлергә.

Йөрәкле лә ирҙәр ҡаршы сыҡты

Үҙ яҙмышҡайҙарын күрергә.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Башҡорт халыҡ ижады. II том, 190-сы бит