Эйгенсон Александр Сергеевич
Александр Сергеевич Эйгенсон | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны | |
Вафат көнө | |
Вафат урыны | |
Ил | |
Ғилми даирәһе |
химия |
Эшләгән урыны | |
Альма-матер | |
Ғилми дәрәжәһе |
техник фәндәр кандидаты |
Награда һәм премиялары | |
Тышҡы һүрәттәр | |
---|---|
Александр Эйгенсон |
Эйгенсон Александр Сергеевич (15 июль 1912, Армавир, Кубань өлкәһе, Рәсәй Империяһы — 4 апрель 1999, Өфө, Рәсәй) — СССР һәм Рәсәй химиктехнологы һәм уҡытыусы. Техник фәндәр кандидаты (1949). БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1966), СССР‑ҙың почётлы нефтехимигы (1976). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971), «Почёт Билдәһе» (1952, 1955) ордендары менән бүләкләнгән.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Эйгенсон Александр Сергеевич 1912 йылдың 15 июлендә Кубань өлкәһенең Армавир ауылында тыуа.
1935 йылда ул Әзербайжандың Баҡы ҡалаһындағы М.А. Азизбеков исемендәге индустриаль институтын инженер-технолог һөнәре буйынса тамамлай. 1932 йылдан алып Баҡы ҡалаһында эшләй башлай: нефть эшкәртеү заводтарында, 1935 йылдан башлап Әзербайжан нефть ғилми тикшеренеүҙәр институтында, бер үк ваҡытта 1938 йылдан алып Әзербайжан индустриаль институтында уҡыта.
1941 йылдан алып Александр Эйгенсон П. А. Джапаридзе исемендәге нефть эшкәртеү заводында баш инженер вазифаһын биләй. 1943 йылдан — Краснокамск НЭЗ‑ы директоры (Молотов өлкәһе), 1946 йылдың апреленән сентябргә тиклем Мәскәүҙә СССР Көнсығыш райондары нефть сәнәғәте министрлығының көнсығыш райондарҙа нефть эшкәртеү буйынса Баш идаралығында техник бүлек начальнигы урынбаҫары булып хеҙмәтен үтәй.
1946 йылдан алып — 417‑се заводтың үҙәк лаборатория начальнигы, 1947 йылдан башлап — Өфө нефть сәнәғәте ҒТИ‑нда баш технолог, ғилми эштәр буйынса директор урынбаҫары булып эшләй. 1949 йылда Эйгенсон техник фәндәр кандидаты исемен яҡлай.
Александр Сергеевич бер үк ваҡытта Өфө нефть институтында уҡытыу эшен алып бара, 1954 йылдан башлап Өфө НЭЗ‑ында баш инженер вазифаһын биләй. 1956—1976 йылдарҙа Эйгенсон өҙөклөк менән үҙе ойошторған Башҡортостан нефть эшкәртеү ҒТИ‑нда директор вазифаһы буйынса эшләй.
1959—1963 йылдарҙа Башҡортостан совнархозының техник идаралыҡ начальнигы булып эшләй.
1952 һәм 1955 йылдарҙа — «Почёт Билдәһе», 1971 йылда Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендарына лайыҡ була.
1966 йылда Александр Сергеевич БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре, 1976 йылда — СССР‑ҙың почётлы нефтехимигы исемдәре менән бүләкләнә.
Эйгенсон ҡарамағында республикала химия һәм нефтехимия комплексын үҫтереү буйынса программаһы төҙөлгән. Илдә тәүгеләрҙән булып көкөртлө нефтте, шул иҫәптән шуларҙың юғары температурала ҡайнаған дистилляттарын, тәрән эшкәртеүҙең технологик алымдары яһалған, Волга буйы, Көнбайыш Себер, Көнбайыш Урал нефттәренең классификациялары булдырылған. Александр Сергеевич VIII - X донья нефть конгрестарында ҡатнаша.
Эйгенсон 300 тирәһе ғилми эштәр һәм 30 уйлап табыу авторы була.
1999 йылдың 4 апрелендә Өфөлә вафат була.
Наградалары һәм исемдәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Почёт Билдәһе» ордены (1952, 1955)
- БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1966)
- СССР‑ҙың почётлы нефтехимигы (1976)
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1971)
Ғилми хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Закономерности компонентно‑фракционного состава и химических характеристик пластовых и резервуарных нефтей. Томск, 1986 (авторҙ.)
- Опыт генетической интерпретации закономерностей состава природных углеводородных систем. Томск, 1991
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- М. М. Әхмәтов. Эйгенсон Александр Сергеевич // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Эйгенсон Александр Сергеевич - организатор нефтяной промышленности
- Свободная энциклопедия Урала 2021 йыл 2 март архивланған.
- 15 июлдә тыуғандар
- 1912 йылда тыуғандар
- 4 апрелдә вафат булғандар
- 1999 йылда вафат булғандар
- Техник фәндәр кандидаттары
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- «Почёт Билдәһе» ордены кавалерҙары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Алфавит буйынса ғалимдар
- Армавирҙа тыуғандар
- Алфавит буйынса химиктар
- Әзербайжан дәүләт нефть һәм сәнәғәт академияһын тамамлаусылар
- Әзербайжан дәүләт нефть һәм сәнәғәт университеты уҡытыусылары
- Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусылары
- СССР химиктары
- СССР уҡытыусылары
- СССР почётлы нефтехимиктары
- Рәсәй химиктары
- Рәсәй уҡытыусылары
- Башҡортостан уҡытыусылары
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәрҙәре
- Өфөлә вафат булғандар