Эйек заказнигы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эйек заказнигы
урыҫ Икский заказник
Төп мәғлүмәт
Нигеҙләнгән ваҡыты26 апрель 1972
Урынлашыуы
52°42′50″ с. ш. 56°37′37″ в. д.HGЯO
РФ субъектыБашҡортостан
Рәсәй
Точка
Эйек заказнигы
Башҡортостан Республикаһы
Точка
Эйек заказнигы

Эйек заказнигы (урыҫ. Икский заказник) — Башҡортостандың махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәһе, Күгәрсен районының Оло Эйек һәм Кесе Эйек йылғалары (Һаҡмар йылғаһы бассейны) бассейнында урынлашҡан[1].

Физик-географик ҡылыҡһырлама[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Эйек заказнигы 1972 йылда Күгәрсен районы территорияһында һунар йәнлектәре популяцияһын тергеҙеү маҡсатында зоологик заказник булараҡ ойошторола. Әммә 1998 йылда Эйек заказнигының бер өлөшө Мораҙым тарлауығы тәбиғи паркына бүлеп бирелә. Заказник 2012 йылдан "Башҡортостан Уралы" биосфера резерваты (тулыһынса һаҡланған, йәғни кеше ҡулы теймәгән биләмә) составына инә. 29 300 гектар майҙанды биләгән тәбиғәт ҡомартҡыһы территорияһының күп өлөшө урман менән ҡапланған (71 процент). Көнбайыштағы майҙаны ныҡ йырғыланған арҡалар теҙмәһенән торһа, көнсығышы һөҙәк арҡалы йылға араларынан һәм тәрән үҙәндәрҙән ғибәрәт. Урманында ҡайын, имән, йүкә һәм ҡарағай ағастары үҫә, ҡарағастар ҙа осрай, ә һыу ятҡылыҡтары ярҙары ерек, талдар менән ҡапланған[1].

Заказникта үҫемлектәрҙең Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына индерелгән бойҙагөл, Гельм астрагалы, йәшел таш абағаһы, Карелин астрагалы, ҡыя һуған һәм башҡа һирәк төрҙәре үҫә, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының һәм РСФСР‑ҙың Ҡыҙыл китаптарына ингән Залесский ҡылғаны, ҡаурый ҡылған, Литвинов торна борсағы, рус сыбар сәскәһе, төклө ҡылған, һылыу ҡылған, шырттөклө еҙүлән, ысын кәкүк ситеге һәм һирәк үҫемлектәрҙең башҡа төрҙәре лә үҫә. Биләмәлә Америка шәшкеһе кеүек ҡиммәтле тиреле йәнлектәр менән бер рәттән ҡабан, ҡоралай, мышы, тейен, һеләүһен, һоро айыу, һыуһар, ҡырағай ҡоштарҙан ҡор, ҡурпысыҡ, һуйыр һәм башҡа ҡоштар йәшәй[1].

Шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына индерелгән ҡама, осар тейен, ваҡ ярғанат, һыу төн күбәләге, күк ҡарға, һоро ағуна, һоро өкө, һоро торна, баҡыр йылан, орсоҡ йылан, үлән тәлмәрйене был төбәкте төйәк иткән. Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының Ҡыҙыл китаптарына ингән балабан, бөркөт, ваҡ һайыҫҡан, көсөгән, ҡарағош, өкө, сапсан, европа бәрҙеһе, зөгәй һәм башҡа һирәк осрай торған ҡоштар ҙа осрай[1].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Икский. — «Рәсәйҙең махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре» мәғлүмәт-аналитика сайты мәғлүмәте: (ИАС «ООПТ РФ»)  (рус.).
  • Башкирская энциклопедия, Уфа, 2015 г., стр. 656. 3000 экз.,(http://bashenc.online/ru/).
  • Овсянникова М. М., Кулясова А. Е. «ТУРИСТИЧЕСКИЕ МАРШРУТЫ Ишимбайского района Республики Башкортостан» (Уфа, Информреклама, 2012 г., стр. 80, 500 экз.).
  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.