Эйфель күпере (Унгень)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эйфель күпере
рум. Podul Eiffel
Нигеҙләү датаһы 1874
Рәсем
Рәсми атамаһы Podul „Gustave Eiffel”
Кем хөрмәтенә аталған Гюстав Эйфель[d]
Дәүләт  Молдова
 Румыния
Административ-территориаль берәмек Ungheni[d], Яссы[d] һәм Унгень[d]
Каталог коды MD-UN-Is-N-1578
Архитектор Гюстав Эйфель[d]
Рәсми асылыу датаһы 21 апрель 1877
Өҫтөнән/аҫтынан үтә Прут һәм Moldova–Romania border[d]
Следующая переправа ниже по течению Q123764551?
Следующая переправа выше по течению Ungheni Road Bridge[d]
Несёт на себе Căile Ferate Române Line 600[d]
Мираҫ статусы памятник истории Республики Молдова[d][1]
Изображение входа
Карта
 Эйфель күпере Викимилектә

Эйфель күпере (рум. Podul Eiffel) — Прут йылғаһы аша күпер һәм Молдавия менән Румыния араһындағы контроль-үткәреү пункты. Күпер Унгень (Молдавия) һәм Ясск жудецының Унгень коммунаһы (Румыния) араһында урынлашҡан.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Эйфель күпере, 1880

1872 йылдың 6 (18) майында батша дипломаты Иван Алексеевич Зиновьев һәм Румынияның сит ил эштәре министры Георгий Костафору тимер юл узелдәре тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуя, ул 1873 йылдың 9 (21) ғинуарында раҫлана[2].

Яссы — Унгень юлы 1874 йылдың 1 авгусында асыла. Урыҫ-төрөк һуғышына (1877—1878) әҙерлек сиктәрендә, Рәсәй империяһы 1871 йылда Кишинёв — Корнешты — Унгень (1871 йылдан 1875 йылға тиклем) тимер юлын төҙөй башлай, ул 1875 йылдың 1 июнендә асыла. Унгень таможняһы ла 1875 йылда эшләй башлай. Ә Кишинев — Корнешты тимер юл участкаһы саҡ ҡына элегерәк, 1873 йылда сафҡа инә.

Прут йылғаһындағы 1876 йылғы яҙғы ташҡында Бессарабияны һәм Румынияны бәйләүсе тимер юл күпере тотошо менән тиерлек юҡҡа сыға. Тимер юл идаралығы Гюстав Эйфелде яңы күпер проектын һәм күперҙең үҙен төҙөргә саҡыра.

Күпер 1877 йылдың 9 (21 апрелендә), урыҫ-төрөк һуғышы башланыуға ни бары өс көн ҡалғас, сафҡа индерелә. 1877 йылдың 11 (22) апрелендә урыҫ батшаһы ғәскәрҙәре Унгень күпере аша Румынияға инә, иртәгеһенә Ғосман империяһына һуғыш иғлан итә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Registrul Monumentelor Republicii Moldova
  2. Фредерик Келлог, Дорога к румынской независимости, 1995, p.84