Эклиптика
| Эклиптика | |
![]() | |

Эклиптика (лат. (linea) ecliptica, бор. юнан. ἔκλειψις - тотолоу) — күк сфераһының ҙур түңәрәге, уның буйлап Ерҙән күренгәнсә Ҡояштың йондоҙҙарға ҡарата йыллыҡ хәрәкәте бара[1].. Ҡояштың Ерҙән күренгән эклиптика һәм зодиак йондоҙлоҡтар буйлап сәйәхәте көнбайыштан көнсығышҡа табан бара, был Ҡояштың көнсығыштан көнбайышҡа табан күренгән көндәлек хәрәкәтенә ҡаршы[2]. Шуға ярашлы, эклиптика яҫылығы — Ерҙең Ҡояш тирәләй әйләнеү яҫылығы (Ер орбитаһы яҫылығы). Эклиптиканың хәҙерге, анығыраҡ билдәләмәһе — күк сфераһының Ер-Ай системаһы бариүҙәгенең (масса үҙәге) Ҡояш тирәләй әйләнеү орбитаһы яҫылығы менән киҫелеше[3][4].
Ҡояш системаһындағы бөтә билдәле планеталар һәм ундағы башҡа есемдәрҙең күбеһе эклиптика яҫылығына яҡын, Ер менән бер йүнәлештә хәрәкәт итәләр. Эклиптика яҫылығында ятҡан йондоҙлоҡтарҙы зодиак йондоҙлоҡтары тип атайҙар. Эклиптика яҫылығы — эклиптика координаталар системаһының төп яҫылығы, унда күк есеменең координаталары эклиптика киңлеге һәм эклиптика оҙонлоғо менән бирелә[5].
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Эклиптика» исеме (юнан. ἐκλειπτική - тотолоу [һыҙыҡ]) термины боронғо факт менән бәйле: Ҡояш һәм Ай тотолоуҙары Ай үҙенең орбитаһының эклиптика менән киҫешеү нөктәләренә яҡын булғанда ғына була. Күк сфераһындағы был нөктәләр Ай төйөндәре тип атала. Уларҙың эклиптика буйынса әйләнеү периоды, яҡынса 18 йыл, сарос, йәки дракон периоды тип атала.
Ҡояштың күренешле хәрәкәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Беренсе яҡынлаштырыу буйынса Ер Ҡояш тирәләй яҫы орбитала хәрәкәт итә. Әммә Ай орбитаһы эклиптикаға ҡарата ауыш, ә Ер Ай-Ер системаһының бариүҙәге тирәләй әйләнгәнгә күрә, ысын Ҡояш[6] һәр ваҡыт теүәл эклиптика өҫтөндә урынлашмай, ә бер нисә секунд дуғаға тайпылырға мөмкин. Башҡа планеталарҙан килгән боларыуҙар, шулай уҡ күҙәтеүсенең Ер өҫтөндәге урыны ла Ҡояштың күренешле урынына йоғонто яһай ала.
Әммә быны иҫәпкә алмағанда ла Ҡояштың эклиптика буйлап хәрәкәте тигеҙ түгел. Ер орбитаһы түңәрәк түгел, шуға ла Ерҙең Ҡояш тирәләй хәрәкәт итеүенең мөйөшлө тиҙлектәре төрлө ваҡытта үҙгәрә. Ҡояш уртаса эклиптика буйлап көнсығышҡа табан тәүлегенә яҡынса 1° тиҙлек менән хәрәкәт итә, уртаса ҡояш тәүлеге 24 сәғәт дауам итә, ә йондоҙ тәүлеге 23 сәғәт 56 минут дауам итә[5].
Эклиптика һәм күк экваторы .
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Эклиптика менән экватор яҫылыҡтары тап килмәй; 2000 йылда улар араһындағы мөйөш 23°26' тәшкил иткән. Ошо сәбәптән Ҡояш ауышлығы йыл дауамында үҙгәрә, был йыл миҙгелдәренең алмашыныуына килтерә[5].
Эклиптика һәм күк экваторы күк сфераһында ике нөктәлә киҫешә: яҙғы һәм көҙгө көн менән төн тигеҙлеге нөктәләрендә. Прецессиия (Ер күсәренең конус буйлап хәрәкәте) арҡаһында күк экваторының эклиптикаға ҡарата торошо (шуның менән бергә көн менән төн тигеҙлеге нөктәләре) 26 000 йыл периоды менән үҙгәрә. Экватор яҫылығы менән эклиптика яҫылығы араһындағы мөйөш тә даими түгел: һуңғы 5 миллион йылда Ер күсәренең прецессияһы арҡаһында ул 22,0°-тан 24,5°-ҡа тиклем диапазонда үҙгәргән[8].
«Астрономик альманах 2010» мәғлүмәттәренә ярашлы, экватор менән эклиптика араһындағы мөйөш яҡынса түбәндәге формула[9] менән һүрәтләнә:
- бында — J2000.0 эпохаһынан иҫәпләнгән быуаттар һаны.
Был формула бер нисә быуат ваҡыт арауығы өсөн генә етерлек дөрөҫ һәм прецессия йоғонтоһон ғына иҫәпкә ала, әммә нутацияны иҫәпкә алмай[10].
Ҡояш системаһы яҫылығы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Ҡояш системаһындағы күпселек есемдәр Ҡояш тирәләй эклиптика яҫылығына яҡын бер үк йүнәлештә әйләнә. Был Ҡояш системаһының протопланета дискынан барлыҡҡа килгәне менән аңлатыла, уның яҫылығы инвариант яҫылыҡ (үҙгәрмәй торған яҫылыҡ): ул эклиптика яҫылығы менән тап килмәй, әммә уға яҡын.
Инвариант яҫылыҡ импульстар моменттары суммаһы менән билдәләнә, уға Юпитерҙың орбита буйлап хәрәкәте 60 проценттан ашыу өлөш индерә[13].
J2000.0 эпохаһында был яҫылыҡтар араһындағы мөйөш 1,57° тәшкил итә. Инвариант яҫылыҡ, билдәләмә буйынса стационар, ә эклиптика экватор яҫылығына ҡарағанда күпкә яйыраҡ булһа ла, үҙ торошон үҙгәртә ала. Шуға ҡарамаҫтан, үҙгәрмәй торған яҫылыҡтың теүәл урынын билдәләүе ауыр, шуға күрә эклиптик яҫылыҡ йышыраҡ ҡулланыла[13]
Ҡояш системаһы планеталары орбиталарының эклиптика яҫылығына ауышлыҡ мөйөштәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]| Планета | Эклиптикаға ҡарата ауышлыҡ |
|---|---|
| Меркурий | 7,01° |
| Венера | 3,39° |
| Ер | 0° |
| Марс | 1,85° |
| Юпитер | 1,31° |
| Сатурн | 2,49° |
| Уран | 0,77° |
| Нептун | 1,77° |
Әҙәбиәттә эклиптика
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Станислав Лемдың «Пиркс хикәйәһе»ндә («Пилот Пиркс тураһында хикәйәләр» циклынан) эклиптика яҫылығы йыһан караптары өсөн тыйылған зона булып тора, әммә Пилот Пиркс ҡайһы бер сәбәптәр арҡаһында унда осорға мәжбүр була. Тап шуның өсөн ул күптән һәләк булған сит планета карабын күрә ала, уны эклиптика яҫылығына системанан тыш метеорит өйөрө килтергән була.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ «Эклиптика» — статья в Малой советской энциклопедии; 2 издание; 1937—1947 гг.
- ↑ Для Земли и суточный оборот вокруг своей оси, и годовой виток вокруг Солнца происходит одинаково против часовой стрелки для наблюдателя над северным полюсом, из-под северного неба, либо одинаково по часовой стрелке для наблюдателя над южным полюсом, из-под южного неба (т.е. в координатах Земли, её вращение происходит с запада на восток, соответственно, небесная сфера вращается с востока на запад), однако, более медленное, годовое, вращение небесной сферы, вызванное витками вокруг Солнца, складывается с более частыми суточными оборотами, выглядя уже не как движение остальных светил по небу (с востока на запад), а как постепенное смещение Солнца по небесной сфере в противоположном направлении (с запада на восток) по линии эклиптики и зодиакальным созвездиям, или как «отставание» Солнца от звёзд в ходе суточного вращения небесной сферы, см.также звёздные и солнечные сутки.
- ↑ Эклиптика. Астронет. Астронет.
- ↑ Эклиптика // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- 1 2 3 Кононович Э.В., Мороз В.И. Общий курс астрономии. — 2-е, исправленное. — УРСС, 2004. — С. 26—30. — 544 с. — ISBN 5-354-00866-2.
- ↑ То есть точные координаты центра солнечного диска в реальный момент времени. В астрономии термин «истинный» в отношении небесных тел и точек их орбит (например, узлов) подразумевает противоположность термину «средний». «Средний» здесь означает «усреднённый», для упрощения расчётов полученный с помощью интерполяции реальных положений.
- ↑ Laskar, J. Secular Terms of Classical Planetary Theories Using the Results of General Relativity (инг.) : journal. — 1986. — , table 8, at SAO/NASA ADS
- ↑ Berger, A. L. Obliquity and Precession for the Last 5000000 Years (инг.) // Astronomy and Astrophysics : journal. — 1976. — Т. 51. — № 1. — С. 127—135. —
- ↑ Astronomical Almanac 2010, p. B52
- ↑ Newcomb, Simon. A Compendium of Spherical Astronomy. — MacMillan Co., New York, 1906. , p. 226—227, at Google books
- ↑ Dziobek, Otto. Mathematical Theories of Planetary Motions (инг.). — Register Publishing Co., Ann Arbor, Michigan, 1892., p. 294, at Google books
- ↑ Плоскость Эклиптики. Астронет. Астронет. Дата обращения: 26 апрель 2020. Архивировано 2 ноябрь 2019 года.
- 1 2 D. Souami, J. Souchay The solar system’s invariable plane (инг.) // Astronomy and Astrophysics. — EDP Sciences, 2012. Архивировано из первоисточника 29 сентябрь 2020.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Panchenko D. Who found the Zodiac? // Antike Naturwissenschaft und ihre Rezeption. — 1998. — Vol. 9. — P. 33—44.
- Brack-Bernsen L. The Path of the Moon, the Rising Points of the Sun, and the Oblique Great Circle on the Celestial Sphere // Centaurus. — 2003. — Vol. 45. — P. 16–31.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Эклиптика // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- [ Эклиптика] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
- Движение Солнца через зодиакальные созвездия. Анимация
