Экология
| Экология | |
Экология (боронғо грек телендә «οἶκος» — йорт, өй Һәм λόγος — белеү, төшөнсә) — барлыҡ тере организмдар һәм уларҙың берләшмәләренең үҙ-ара һәм тирә-яҡ мөхит менән бәйләнештәрен өйрәнеүсе фән, биологияның бер бүлеге. «Экология» атамаһын иң беренсе немец |биология|биологы Эрнст Геккель 1866 йылда үҙенең «Организмдарҙың дөйөм морфологияһы» («Generelle Morphologie der Organismen») китабында тәҡдим итә.
Йөкмәткеһе
Билдәләмә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Экология төшөнсәһен «тирә-яҡ мөхитте һаҡлау» менән бутайҙар. Был кеше эшмәкәрлегенең (антропоген фактор)) мөхиткә яһаған тәьҫире глобаль ҡолас алыуы арҡаһында килеп сыға.
Был ике төшөнсәне («Экологияға ҡараған») һәм («тирә-яҡ мөхитте һаҡлау») өлкәләренә айырырға кәрәк. Экология төшөнсәһен тәҡдим итеүсе, уның төп асылын тасуирләүсе — Эрнст Геккель.
Экологияның төп эстәлеге: йәнле һәм йәнһеҙ тәбиғәттең үҙ-ара мөнәсәбәтен, бәйләнештәрен өйрәнеүсе фән[1].
Экология — тереклектең организмдан юғарыраҡ төҙөлөш кимәлдәрен( популяциялар, бергәлектәр, экосистемалар) өйрәнә. Төҙөлөшен, урын һәм ваҡыт арауығында, тәбиғи һәм кеше тарафынан үҙгәртелгәншарттарҙа тереклек итеү ҡанундарын өйрәнә (5-се Халыҡ—ара экологик конгреста 1990 йылда ҡабул ителгән). Тик был билдәләмә фән хәл итә торған мәсьәләләр дәирәһенән аутэкологияны алып ташлай (аҫтараҡ ҡарағыҙ). Ә был бөтөнләй ғәҙел түгел[2].
Бына ҡайһы бер «экология» фәненең аңлатмалары:
- Экология — тәбиғәттең органик һәм органик булмаған бөтә компоненттары һәм тереклектең үҙ-ара мөнәсәбәттәрен асыҡлаусы фән; матдә һәм энергия әүерелештәрен, балансын өйрәнә.
Экология — йәнле һәм йәнһеҙ тәбиғәт компоненттарының үҙ-ара бөтә бәйләнештәрен өйрәнеүсе фән. Ул бәйләнештәр Дарвин тарафынан Дарвин тәғлимәтендә йәшәү өсөн көрәш исеме алған. [3] .
- Экология — тереклектең организмдан юғарыраҡ төҙөлөш кимәлдәрен( популяциялар, бергәлектәр, экосистемалар) өйрәнә. Төҙөлөшен, урын һәм ваҡыт арауығында, тәбиғи һәм кеше тарафынан үҙгәртелгәншарттарҙа тереклек итеү ҡанундарын өйрәнә .
( Экология — биологическая наука, которая исследует структуру и функционирование систем надорганизменного уровня (популяции, сообщества, экосистемы) в пространстве и времени, в естественных и изменённых человеком условиях.
- Экология — мөхит һәм уның эсендә барған бөтә процестарҙы өйрәнә.
Фәндең тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Элек электән кешеләр хайуандар һәм мөхит араһындағы бәйләнештәрҙе белгәндәр. Бындай һорауҙар менән философия фәне шөғәлләнгән.
Антиклыҡ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Хайуандар тураһындағы тәүге һүрәтләүҙәр һинд и боронғо грек трактаттарында осрай:
- Һинд трактаты «Рамаяна», «Махабхарата» (беҙҙең эраға тиклем VI—I быуаттарҙа ) — Йәнлектәрҙең йәшәү рәүеше, (50 төрҙән күберәк), йәшәү мөхите , туҡланыуы, үрсеүе, тәүлек эсендәге әүҙемлеге, тәбиғи шарттарҙағы ҡылыҡтары.
- Аристотель — « Хайуандарҙың тарихы » — Хайуандарҙы экологик классификацияһы , йәшәү мөхите, хәрәкәт тибы , йәшәү урыны, миҙгелгә бәйле әүҙемлек , йәмәғәт менән йәшәү, йәшеренеү урындары булыу, тауышты файҙаланыу .
- Теофраст —геоботаника нигеҙҙәре бирә, төҫөндә булған үҙгәрештәрҙең хайуандар тормошонда ниндәй әһәмиәт уйнауын һүрәтләй.
- Өлкән Плиний — «Тәбиғи тарих » —зооэкологик ҡараштарҙың ихтисади яҡтарын күрһәтә.
Боронғо гректарҙың дөйөм алғанда тормошто күҙаллауы хәҙерге экологик ҡараштарға бик яҡын. [4].
Экологияның икенсе фәндәр менән бәйләнеше[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Экология, комплекс (йыйын) фән булараҡ, биология, химия, математика, география, физика, эпидемиология, биогеохимия, социология фәндәре менән тығыҙ бәйләнештә.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Геккель (1866). Общая морфология организмов. нем. Generalle Morphologie der Organismen
- ↑ Экология настоящего дня.
- ↑ Э. Геккелдең билдәләмәһе экология биологическойфәненең бер бүлеге булған саҡта яҙылған.Ә фәндеү хәҙерге эстәлеге бик киң.
- ↑ Benson, K. R. (2000). «The emergence of ecology from natural history». Endeavor 24 (2): 59–62. DOI:10.1016/S0160-9327(99)01260-0. PMID 10969480.