Эстәлеккә күсергә

Элемтә юлдашы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
АҠШ Ҡораллы Көстәренең элемтә юлдашы MILSTAR

Элемтә юлдаштарыяһалма Ер юлдаштары, Ер өҫтөндәге туранан-тура күренмәгән нөктәләр араһында радиосигналдар тапшырыу өсөн махсуслашҡан йыһан караптары[1]

Юлдаш сигналын ҡабул итеү мөмкинлеге булған майҙан уның ҡаплау майҙаны тип атала. Ҡаплау майҙаны юлдаштың орбиталағы урыны, йүнәлеше һәм техник үҙенсәлектәре менән билдәләнә.

Төрлө модуляциялар ҡулланып, юлдаш аша һанлы мәғлүмәтте лә һәм аналог сигналдарҙы ла тапшырырға мөмкин.

Күпселек юлдаштарҙа бер нисә тапшырыусы — һәр береһе билдәле йышлыҡ диапазонын ҡаплаған транспондерҙар бар. Транспондерҙар шулай уҡ поляризация, улар эшләгән йышлыҡ диапазоны, һәм тапшырыусы антенна геометрияһы менән айырылалар.

Элемтә юлдаштары, ғәҙәттә, түңәрәк йәки түңәрәккә яҡын орбиталарҙағы өс зонаның береһендә урынлаштырылалар:

  • геостационар юлдаштар Ер өҫтөндә экваторҙан 35 786 км бейеклектә урынлашҡандар (әйләнеү периоды Ерҙең әйләнеү периодына тигеҙ булған геостационар орбитала, һөҙөмтәлә улар Ер өҫтөнә ҡарата үҙ тороштарын һаҡлайҙар);
  • Уртаса бейеклектәге юлдаштар уртаса ер орбиталарында урынлашҡандар (орбита бейеклеге 2000-дән 36 000 километрға тиклем); Бөтә Ер өҫтөн ҡаплау өсөн ошондай 10-ға яҡын юлдаш кәрәк. Бындай юлдаштар GPS/ГЛОНАСС һ.б глобаль позициялау системаларында ҡулланыу таптылар;
  • Түбән орбиталы юлдаштар түбән Ер тирәләй орбиталарҙа урынлашҡандар (орбита бейеклеге 160-тан 2000 км-ға тиклем); бөтә Ер шарын элемтә менән ҡаплау өсөн кәмендә илле юлдаш кәрәк.

Әммә ҡайһы бер элемтә юлдаштары юғары эллиптик орбиталарҙа (атап әйткәндә, «Молния» тип аталған орбитала) урынлашҡандар.

Юлдаш элемтәһенең етешһеҙлектәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Электромагнит тулҡынынына юлдаш орбитаһына тиклемге араны үтеү өсөн кәрәкле ваҡыт менән бәйле сигналдың юғары тотҡарланыуы. Мәҫәлән, 35 786 км бейеклектәге юғары орбиталы юлдашҡа сигнал 119 мс ( яҡтылыҡ тиҙлеге менән) йөрөй, йәғни ике ер станцияһы араһында сигнал таралыу тотҡарланыуы яҡынса 239 мс (һәм сигналға интерактив яуап тотҡарланыуы яҡынса 477 мс).
  • Юлдаш ер станцияһы — Ҡояш һыҙығын үткәндә сигналдың периодик интерференцияһының (ҡамасаулауының) ҡотолғоһоҙлоғо.
  • Ер өҫтөндәге станцияның геостационар булмаған орбиталы юлдаштарҙы күҙәтеү кәрәклеге.

Ай элемтә юлдашы булараҡ

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Радиобәйләнеште Айҙан сағылған радиосигналды ҡабул итеү юлы менән булдырырға мөмкин. Ай тапшырыу нөктәһендә лә һәм ҡабул итеү нөктәләрендә лә күренергә тейеш. Был элемтә төрөн хәрби һәм һәүәҫкәр радиооператорҙар ҡуллана (ҡара: EME).

  1. Virgil Labrador. Satellite communication (ингл.). britannica.com (19 февраль 2025). Дата обращения: 8 март 2025. Архивировано 18 май 2015 года.