Эндокринология

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эндокринология
Өйрәнеү объекты гормондар һәм Эндокрин система
 Эндокринология Викимилектә

Эндокринология - (грек. ἔνδον — эскә, κρίνω — бүлеү һәм λόγος — һүҙ, фән) — эске секреция биҙҙәренең эске төҙөлөшө һәм функциялары тураһында фән (эндокрин биҙҙәр). Эске секреция биҙҙәре эшләп сығара торған матдәләрҙең (гормондар), барлыҡҡа килеүе һәм уларҙың кеше һәм хайуандар организмында үтәгән функцияларын өйрәнә.

Шулай уҡ, был биҙҙәренең эшмәкәрлеге боҙолоу сәбәптәрен һәм һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән сирҙәрҙе асыҡлай.[1].

Эндокринология — иң йәш һәм шәп үҫешкән медицина[2] тармаҡтарҙың береһе. Эндокрин системаһы эшмәкәрлегенең боҙолоуы, эндокринология мәсьәләләре ғәмәлдә медицинаның бөтә өлкәләренә лә тиерлек ҡағыла (кардиология, онкология, офтальмология, гастроэнтерология, нефрология, урология, неврология, гинекология[2]).

Эндокринология бүлектәренең береһе — диабетология. Диабетология шәкәр диабетының барлыҡҡа килеүен, үҫешен, барышын өйрәнә. Диагностикалау, дауалау, сирҙе һәм уның ҡатмарлашыуын иҫкәртеү ысулдарын асыҡлай.

Һуңғы тиҫтә йылда уның этиологияһы һәм патогенезы тураһында яңы мәғлүмәттәр алына. Шулай уҡ, инсулиндың етешмәүенә йәки бөтөнләй эшләнмәүенә[3] бәйле, шәкәр диабетының клиник күрһәткестәренең үтә ныҡ ҡатмарлы булыуы(полиморфный хронический синдром) асыҡлана. Сиргә бәйле метаболик тайпылыштарҙы коррекциялау бик ҡатмарлы булыуы, бөтә донъяла шәкәр диабеты проблемалары киҫкен тороуы диабетологияның эндокринологиянан айырым тармаҡ булып сығыуына килтерә.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хәҙерге эндокринологияның барлыҡҡа килгән йылы итеп 1848 йылды һанайҙар. Тап шул йылда Британия табибы Томас Аддисон ҡурҡыныс сирҙәрҙең береһен тикшерә башлай. Сир мускулдарҙың хәлһеҙләнә барыуы, арыуҙың көсәйәүе, организмдың синегеүе менән башлана һәм үлем менән тамамлана.

Мәйетте асып ҡарағанда, ғалим бөйөр өҫтө биҙҙәренең ҡабыҡ ҡатламы зарарланыуына иғтибар итә.

1855 йылда Шарль Броун-Секар бөйөр өҫтө биҙҙәренең ҡабығында организмдың нормаль эшмәкәрлеген көйләй торған матдәләр эшләнәлер тип фаразлай. Башҡа биҙҙәрҙә лә организм функцияларын көйләүсе матдәләр етештерәлер тигән фекергә килә. Артабанғы тикшеренеүҙәр был фаразды раҫлай .

1905 йылда инглиз физиологтары Бейлис Уильям һәм Эрнст Старлинг тәүге тапҡыр «гормон» төшөнсәһен индерә.

Эске секреция биҙҙәре (эндокрин биҙҙәр)[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Эндокрин биҙҙәр (Эске секреция биҙҙәре ) — үҙҙәре эшләп сығарған гормондарҙы организмға туранан-тура ҡанға(капиллярҙарға) бүлеп сығарыусы биҙҙәр һәм параганглийҙар. Уларҙың тышҡы секреция биҙҙәренән айырмалы, эшләнгән секрецияны тән ҡыуышлығына йәки тышҡа сығарыу өсөн махсус юлдары булмай.

Эске секреция биҙҙәре :

  • Ҡалҡан биҙ
  • Параҡалҡан биҙ
  • Тимус
  • Бөйөр өҫтө биҙҙәре
  • Параганглийҙар
  • Ашҡаҙан аҫты биҙендәге Лангерганс утраусыҡтары
  • гипоталамус, гипофиз
  • Эпифиз
  • Енес биҙҙәре: орлоҡлоҡтар һәм йомортҡалыҡ биҙҙәре (енес гормондары эшләп сығарыусы урындары)

Шулай уҡ, ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Эндокринолог

Иҫкәрмә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Большая российская энциклопедия : [в 35 т.] / гл. ред. Ю. С. Осипов. — М. : Большая российская энциклопедия, 2004—2017.
  2. 2,0 2,1 Клиническая эндокринология. Руководство / под ред. Н. Т. Старковой. — 3-е изд., перераб. и доп. — СПб.: Питер, 2002. — С. 8. — 576 с. — (Спутник Врача). — 4000 экз. — ISBN 5-272-00314-4.
  3. Клиническая диабетология / Ефимов А. С., Скробонская Н. А. — 1-е изд. — К.: Здоровья, 1998. — С. 3. — 320 с. — 3000 экз. — ISBN 5-311-00917-9.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]