Эндокрин система
Эндокри́н систе́ма — гормондар ярҙамында эске ағзалар эшмәкәрлеген көйләүсе система. Гормондар эндокрин күҙәнәктәр тарафынан ҡанға сығарыла, йәки күҙәнәктәр араһындағы арауыҡ аша күрше күҙәнәктәргә тарала.
Не́йроэндокри́н (эндокрин) система бар ағзалар һәм ағзалар системаһын көйләй, эске мөхит тотороҡлоғон һаҡлай, кешенең ғәҙәти эшмәкәрлеген тотоп тора, үҙгәреүсән тирәлеккә яраҡлашыуҙа булышлыҡ итә. Нейроэндокрин системаһының эшмәкәрлеге иммунитетлы система менән ныҡ бәйле.
Эндокрин система гландуляр эндокрин системаһына (гландуляр аппарат), унда эндокрин күҙәнәктәр йыйылып, эске секреция биҙен барлыҡҡа килтерә, һәм һүренке (диффузиялы) эндокрин системаһына бүленә. Эске секреция биҙе гландуляр гормондарҙы етештерә, улар араһына стероид гормондар, ҡалҡанса биҙе гормондары һәм башҡа күпселек пептид гормондар. Һүренке эндокрин системаһы бар организм буйлап таралған эндокрин күҙәнәктәрҙән тора, улар агландуляр гормондарҙы — пептидтарҙы — эшләп сығара (кальцитриолдан башҡа). Организмдың һәр бер туҡымаһында тиерлек эндокрин күҙәнәктәр бар.
Эндокрин системаһы эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Организм эшмәкәрлеген химик яҡтан көйләй, бар ағзалар һәм системалар эшендә ҡатнаша.
- Тышҡы үҙгәрештәр ваҡытында организмдың эшмәкәрлеген һаҡлай.
- Нервы һәм иммунитетлы системалар менән берлектә:
- үҫеү;
- организм үҫеше;
- енси, ишәйеү эшмәкәрлеге;
- энергияның барлыҡҡа килеүе, ҡулланыу, һаҡлауҙа ҡатнаша.
- Нервы системаһы менән гормондар:
- хис-тойғолар;
- психик эшмәкәрлектә ҡатнаша.
Эндокрин сирҙәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Эндокрин сирҙәр — эндокрин биҙҙәр ҡаҡшау сәбәпле килеп сыҡҡан ауырыуҙар төрө. Бындай ауырыуҙар нигеҙендә эске секреция биҙҙәре эшмәкәрлегенең артыуы, түбәнәйеүе, йәки боҙолоуы ята.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Был мәҡәләгә түбәндәгеләр етешмәй. Ошоларҙы төҙәтеп йә өҫтәп, һеҙ уны яҡшырта алаһығыҙ?:
|
![]() |
Был медицина буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. Мөмкин булһа был иҫкәрмәне анығырағы менән алыштырыр кәрәк. |