Энциклопедия
Энциклопе́дия (бор. грек. ἐγκύκλιος παιδεία «тулы түңәрәктә уҡытыу», κύκλος «түңәрәк» + παιδεία «уҡытыу, пайдейя») — айырым тармаҡтарҙан торған һәм билдәле системаға һалынған барлыҡ кешелек туплаған белемдәр йыйынтығы. Шулай уҡ энциклопедия тип төрлө фәндәргә күҙәтеү булған (башлыса һүҙлек формаһында) фәнни-белешмә ҡулланманы атайҙар[1]. Киң мәғәнәлә — төрлө темаға бағышланған һәм күп китап уҡыусылар өсөн тәғәйенләнгән фәнни мәғлүмәт һәм белешмә йыйынтығы.
Ысынында иһә энциклопедияның маҡсаты — киләсәк быуын өсөн беҙ бер нәмә лә эшләй алманыҡ тип онотолоп ҡалмау өсөн, беҙҙән алдараҡ килгән быуындың хеҙмәте бушҡа китмәһен һәм беҙҙән һуң килгән быуын белем менән байып йомартыраҡ һәм бәхетлерәк булһын тип, бөтә донъяла таралған белемде бергә туплап, хәҙер йәшәгән кешеләргә аңлайышлы һәм беҙҙән һуң килгән быуандарға тапшырыу өсөн бер йыйылма яһау.Оригинал текст (фр.)En effet, le but d’une Encyclopédie est de rassembler les connoissances éparses sur la surface de la terre ; d’en exposer le système général aux hommes avec qui nous vivons, & de le transmettre aux hommes qui viendront après nous ; afin que les travaux des siecles passés n’aient pas été des travaux inutiles pour les siecles qui succéderont ; que nos neveux, devenant plus instruits, deviennent en même tems plus vertueux & plus heureux, & que nous ne mourions pas sans avoir bien mérité du genre humain. // iw2
— Дени Дидро[2]
Төшөнсә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Беҙгә билдәле булған энциклопедия XVIII быуатта барлыҡҡа килә. Ул һүҙлек өлгөһөндә төҙөлгән була. Уҡыусыға һүҙлек тик һүҙҙең аңлатмаһын ғына бирә, һүҙлектәр уҡыусы һүҙҙең мәғәнәһе һәм ҡулланыу даирәһе тураһында минимум мәғлүмәт бирә. Был етешһеҙлекте бөтөрөү өсөн энциклопедия предметты тәрәнерәк өйрәнә һәм был турала булған белемде тулыраҡ бирә. Йыш ҡына энциклопедия географик карталар, иллюстрациялар, библиография һәм статистика тураһында мәғлүмәтте берләштерә.
Белем өлкәһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Энциклопедиялар универсаль (мәҫәлән, «Большая советская энциклопедия», «Британия энциклопедияһы», «Википедия»), тармаҡ («Математик энциклопедия», «Техник энциклопедиия»), региональ, ғәмәли мәсьәлә һәм шәхси булыуы мөмкин.
Универсаль энциклопедиялар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Универсаль энциклопедия — донъя һәм кешелек тураһында барлыҡ белемде берләштәргән энциклопедия[3]. Император Тит Флавий Веспасиан өсөн Өлкән Плиний төҙөгән тарих китабы универсаль энсиклопедияның иң боронғо миҫалы.
Кем өсөн тәғәйенләнгән
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Энциклопедия адресланған аудитория:
- уҡыусының әҙерлек кимәле буйынса
- уҡыусының йәше буйынса
булыуы мөмкин.
Уҡыусының әҙерлек кимәле буйынса энциклопедия билдәле бер белем өлкәһенән материал бирә (мәҫәлән, медицина, философия, хәрби эш һәм юриспруденция тураһында) һәм был өлкәлә билдәле булған терминдарҙы ҡуллана.
Уҡыусының йәше буйынса әҙерләнгән энцикопедия предметты аңлатыу тәрәнлеге буйынса, шрифт һәм бәйән итеү стиле буйынса айырыла.
Төҙөү ысулы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Белешмә булараҡ ҡулланыу өсөн энциклопедияны төҙөү ысулы бик тә мөһим. Тарихи яҡтан ике төп төҙөү ысулы һаҡланып килгән: алфавит буйынса һәм иерархия буйынса.
Алфавит (йәки алфавит буйынса һүҙҙәр) буйынса төҙөү ысулы буйынса бер-береһе менән бәйләнмәгән энциклопедик мәҡәләләр алфавит буйынса урынлаша. Мәҡәләләр айырым һүҙҙәр йәки һүҙ бәйләнештәр менән айырылған энциклопедияларҙы энциклопедик һүҙлек тип атайҙар. 82 томлы Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге, 58 томлы Гранат энциклопедик һүҙлеге быға миҫал. Мәғлүмәт бик ҡыҫып бирелгән энциклопедик белешмәләр ҙә була, улар энциклопедияның башҡа төрө.
Система (йәки логика-тематика, иерархия) буйынса төҙөү. Мәғлүмәтте биреү белем тармағы буйынса төҙөлгән энциклопедиялар ҙа була. Мәҫәлән, 12 томлы Балалар энциклопедияһы.
Ҡатнаш энциклопеяларар ҙа була. Мәҫәлән, «Ҙур совет энциклопедияһы» алфавит буйынса төҙөлгән, әммә «СССР» тигән томы логика-тематика (иерархия) буйынса төҙөлгән.
Энциклопедяла кәрәкле мәғлүмәтте эҙләү өсөн электрон ҡоролмалар яңы мөмкинлектәр аса, мәҫәлән кәрәкле мәғлүмәтте мөһим (асҡыс) һүҙ буйынса табырға була.
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Боронғо энциклопедиялар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Энциклопедия» тигән термин ҡулланышҡа XVI быуатта ғына инһә лә, энциклопедик хеҙмәттәр боронғо замандан уҡ билдәле булған. Б.Э.Т II быуатта Боронғо Мысырҙа терминдар һүҙлеге төҙөлгән. Б.Э.Т XII — X быуаттарҙа Боронғо Ҡытайҙа белемдәр йыйынтығы эшләнгән. Урта быуаттарҙа энциклопедия христиан донъяһында ла бик популяр булған: көнбайышта Исидор Севильский хеҙмәттәре, көнсығышта Суда исемле византия һүҙлеге билдәле булған.
Б.Э.Т 350 йылда Спевсипп беренсе тапҡыр кешелек йыйған бөтә белемде бергә тупларға тырышып ҡарай. Уның хеҙмәттәре һаҡланмаған.
Спевсиптан айырмалы булараҡ,«Эр Я» исемле Ҡытайҙа йыйылған энциклопедия һаҡланған (Б.э,т IV—II быуаттар). Б.Э.Т 239 йылда тамамланған «Анналы Люй Бувэя» (Лю әфәнденең яҙғы һәм көҙгө йылъяҙмаһы) заманына күрә бөйөк энциклопедия була. Уны төҙөүсе Люй Бувэй кешелеккә билдәле булған бөтә белемде туплай алыуына шул тиклем ышанған, хатта энциклопедияға бер һүҙ өҫтәй алған йәки ундағы мәғлүмәткә ризаһыҙлыҡ белдергән кешегә наградаға 1 кг алтын вәғәҙә иткән[4].
Өлкән Плиний төҙөгән «Тәбиғи тарих» боронғо замандың иң тулы энциклопедияһы. Был хеҙмәт 77 йылда тамамлана һәм 37 томдан 2500 бүлектән тора. Уны төҙөүҙә 100 автор . 2000 хеҙмәтен тәҡдим иткән. 20 мең иғтибарға лайыҡ «факттар» ғына һайланып алынған.
Атхарваведа тигән боронғо хеҙмәт тә киңлеге буйынса энциклопедияға яҡын, унда батшалыҡ, туй, ерләү тураһында төрлө ылымдар, аласыҡ төҙөү, дауалау ысулдары яҙылған.
Урта быуат энциклопедиялары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мосолман Көнсығышында X быуаттан дүрт томлыҡ «Таҙалыҡ фекерҙәштәре энциклопедияһы» (урыҫса «Энциклопедия братьев чистоты») билдәле була. Ул төрлө белем өлкәләренә арналған 50 популяр очерктан торған. Ошондай белешмә баҫмаларҙан был энциклопедия берҙән-бер булған[5]..
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Толковый словарь русского языка: В 4 т. / Под ред. Д. Н. Ушакова.— Репринтное издание: М., 1995
- ↑ Denis Diderot and Jean le Rond d'Alembert Encyclopédie. University of Michigan Library:Scholarly Publishing Office and DLXS. Retrieved on: November 17, 2007
- ↑ http://slovari.yandex.ru/dict/milchin/article/mil/mil-2271.htm(недоступная ссылка) Яндекс. Словари: Универсальная энциклопедия
- ↑ Джеймс П., Торп Н. Древние изобретения. — Мн. — 1997 — Стр. 634—635 — ISBN 985-438-139-0
- ↑ Павел Вячеславович Густерин. Энциклопедия братьев чистоты.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Энциклопедия // Малый энциклопедический словарь Брокгауза и Ефрона: В 4 томах. — СПб., 1907—1909.
- Энциклопедия // Еврейская энциклопедия Брокгауза и Ефрона. — СПб., 1908—1913.
- Аркадий Георгиевич Горнфельд. Энциклопедия // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Энциклопедия / Н. В. Гудовщикова, И. М. Терехов // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- Ирина Фёдоровна Попова Юн-лэ да дянь // Духовная культура Китая: энциклопедия: в 5 т. / Гл. ред. М. Л. Титаренко; Ин-т Дальнего Востока РАН. — М.: Вост. лит., 2009. — Т. 4. Историческая мысль. Политическая и правовая культура / ред. М. Л. Титаренко и др.. — С. 831—832.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Константин Романович Симон. «Термины „энциклопедия“ и „свободные искусства“ в их историческом развитии».
- К. Р. Симон. «Термины „энциклопедия“ и „свободные искусства“ в их историческом развитии» // «Русский язык». — 2001. — № 34.
- Энциклопедии Open Directory Project (dmoz) һылтанмалар каталогында.
- Каталоги энциклопедий на сайте «Мир энциклопедий».
- Каталог энциклопедий, словарей и справочников 2007 йыл 6 ғинуар архивланған. издательства «Большая Российская энциклопедия» (1926—1999).
Был тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.