Эребуни (музей)
Эребуни | |
Нигеҙләү датаһы | 1968 |
---|---|
Дәүләт | Әрмәнстан |
Административ-территориаль берәмек | Эребуни[d] |
Урын | Ереван |
Рәсми асылыу датаһы | 1968 |
Рәсми сайт | erebuni.am |
Эребуни Викимилектә |
«Эребуни» музейы — Еревандың тарихи музейҙарының береһе. Арин-Берд ҡалҡыулығында, Эребуни урарту ҡәлғәһе ҡалдыҡтары эргәһендә урынлашҡан. Музейҙа 1950—1959 йылдарҙа Эребуни ҡәлғәһен һәм 1939—1958 йылдарҙа Кармир-Блур ҡалҡыулығында күрше Тейшебаини урарту ҡалаһында ҡаҙыныу эштәре алып барылғанда табылған экспонаттарҙың күбеһе урын алған. Музей 1968 йылда, Эребуни ҡалаһына нигеҙ һалыныуҙың 2750 йыллығына ҡарата, Совет Әрмәнстаны Хөкүмәтенең 1968 йылдың 24 майындағы 225 һанлы ҡарарына ярашлы асыла.
Иң ҡиммәтле ҡомартҡылар, мәҫәлән, алтын һәм көмөш изделиелар, Тейшеба аллаһы статуэткаһы Әрмәнстандың Тарих музейына — илдең төп музейына күсерелгән. Ә Эребуни музейында бары тик уларҙың күсермәләре генә һаҡлана. Эребуни музейының иң ҡиммәтле экспонаты тип урарту осорондағы 23 шына яҙыулы табличкалар һанала.
Музей территорияһына Эребуни ҡәлғәһенең ҡалдыҡтары һәм батша һарайының ҡайһы бер залдарының реконструкцияланған өлөштәре инә. Улар асыҡ һауала, музейҙың төп бинаһының артында, Арин-Берд ҡалҡыулығы түбәһендә урынлашҡан.
Музей составына «Шенгавит» Тарихи-археологик ҡурсаулыҡ инә.
Галерея
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Каталог археологических предметов музея «Эребуни», издательство Управления по охране памятников истории и культуры Республики Армения, Ереван, 2002 ISBN 99930-2-535-6