Эрих Мендельсон

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску

Lua хатаһы: not enough memory. Эрих Мендельсон (нем. Erich Mendelsohn, 21 март 1887 йыл, Алленштейн, Көнсығыш Пруссия — 15 сентябрь 1953 йыл, Сан-Франциско, АҠШ) — немец архитекторы, экспрессионисы (1922 йылдарҙа) һәм һуңғы эштәрендә функционалист

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Эрих Мендельсон Алленштейн ҡалаһында Польшанан килгән йәһүд эмигранттары ғаиләһендә тыуған. Алты баланың бишенсеһе була; уның әсәһе Эмма Эстер, эшләпәләр тегеп аҡса таба, атаһы, Дэвид ҙур булмаған магазин хужаһы була[6]. Эрих Шарлоттенбургта (Берлин) һәм Мюнхенда Теодор Фишер янында Юғары техник мәктәптәрендә уҡый. 1911—1914 йылдарҙа В. Кандинскийҙың «Күк һыбайлы» төркөмө менән яҡынлаша. 1919 йылда Людвиг Мис ван дер Роэ, Вальтер Гропиус һәм Петер Беренсе менән бергә фекерҙәш архитекторҙарҙы берләштергән «Ноябрь төркөмөн» (нем. Novembergruppe) ойоштора. Шул уҡ ваҡытта Берлинда үҙ оҫтаханаһын аса, ул Германияның иң билдәле архитектура бюроһының береһе булып китә. Тәүге эштәре — Потсдамда атаҡлы Эйнштейн башнялары (1917—21 йй.), Штутгартта (1926 й.), Нюрнберг һәм Хемницта (1926—29 йй.) Шоккен универмагтары архитекторға йәмәғәт иғтибарын йүнәлтә.

Бер аҙҙан Мендельсон Голландияла була, бында уға архитектор-экспрессионистар ижады тәьҫир итә. Германияға ҡайтып, Луккенвальд ҡалаһында архитектор Дюдоктың иртә эштәрен хәтерләткән эшләпә фабрикаһы бинаһын төҙөй (1921—23 йй.). Материалдарҙың конструктив үҙенсәлектәрен өйрәнеү Эри Мендельсон тарафынан Бреслау, Штутгарт, Хемнице һәм Берлинда төҙөлгән универмаг проекттарында сағылыш таба (1927—31 йй.).

1933 йылда ул нацистар Германияһынан ҡаса, бер аҙ ваҡыт Бөйөк Британияла һәм Фәләстанда йәшәй (1933—1934 йй. һәм 1939—1941 йй.) (1934-1939), ә 1941 йылда тулыһынса АҠШ-ҡа күсә.

Авторға халыҡ-ара танылыу килтергән беренсе ҡоролмалары асыҡтан-асыҡ экспрессионистик модернизм йоғонтоһо аҫтында төҙөлә. Уларға Эйнштейн башняһы, ул һуңыраҡ Постдамдағы Астрофизика институтына ҡушыла (1920—1924) һәм Луккенвальдта эшләпә фабрикаһы бинаһы, (ул ваҡытта Бранденбург еренә ҡарай, 1921—1923), шулай уҡ Нюрнбергта (1926), Штутгарта (1926—1928) һәм башҡа ҡалаларҙа Шокен универсаль магазиндары һәм Берлинда Колумбусхауз, (1929—1933).

Мендельсондың экспрессионистик модернизмы Советтар Союзы өсөн башҡарылған проекттарҙа кәүҙәләнеш таба. Шундай, тәү сиратта, ҡоролмалар комплексының новаторлы проекты Ленинградта «Ҡыҙыл байраҡ» трикотаж фабрикаһы (1925), уның буйынса был фабриканың көс подстанцияһы бинаһы төҙөлә (проекттың башҡа өлөшө һуңынан икенсе архитекторҙар тарафынан үҙгәртелә), шулай уҡ Мәскәүҙә тормошҡа ашмаған Советтар Һарайының конкурс проекты (1932).

Эрец-Исраэлдәге Мендельсондың проекттары үҙенең эске ихаталары, ябыҡ үтеп йөрөү урындары, шулай уҡ бетон һәм таштың урындағы тоҡомдарының контраслы тура килеүе климат шарттарына һәм рельеф үҙенсәлектәренә тап килә һәм тирә-яҡ мөхитте уңышлы тулыландыра. Уларға Шокен йорто һәм китапханаһы, 1936—1937; Скопус тауында Хадасс дауаханаһы, 1936—1938; Инглиз-Фәләстан банкы, 1938—1939, хәҙер Леумми ле-Исраэль банкы, һәм башҡа (бөтә һаналып киткән ҡоролмалар — Иерусалимда). Мендельсон проекты буйынса шулай уҡ Хайфала ике дауахана төҙөлгән, 1937—1939; Хаим Вейцман йорто, 1936—1937; Йәһүд Университетында ауыл хужалығы факультеты, Вольф лабораторияһы, хәҙер Реховотта Хаим Вейцман исемендәге ғилми-тикшеренеү институты составына инә, 1939—1941; Ягурҙа Тити сауҙа мәктәбе, 1937—1939. Улар Израиль архитектураһы үҫешендә мөһим осор була.

Америка проекттарына Сан-Францисколағы Маймонида дауаханаһы (1948 йыл), Сент-Луиста синагога үҙәге (Миссури штаты, 1950 йыл), шулай уҡ Вашингтондағы, Балтиморҙағы (Мэриленд штаты) һәм Сент-Полелағы (Миннесота штаты) синагога ҡарай. АҠШ-та Мендельсон шулай уҡ күп уҡыта: 1941—1945 йылдарҙа Колумбия, Йель, Гарвард һәм Мичиган университеттарында, 1947 йылдан Калифорния университетында уҡыта.

Һайланма архитектура проекттары һәм төҙөлөштәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Германия[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Луккенвальдта эшләпә фабрикаһы
  • Луккенвальдта төҙөүселәр профсоюзы өсөн эшселәр колонияһы (19191920 йылдар)
  • Геррманн ғаиләһе өсөн баҡса павильоны, Луккенвальд (1920 йыл)
  • Германндың эшләпә фабрикаһы заводы корпусы, Луккенвальд (19191920 йылдар)
  • «Hausleben» страховкалау компанияһының административ бинаһын реконструкциялау, Берлин (1920 йыл)
Бабельсбергтың Потсдам районында Эйнтштейн башняһы
  • Эйнштейн башняһы (Телеграфенберг тауында обсерватория, Потсдам, 1917 йыл йәки 19201921 йылдар.
  • Берлинда Каролингерплац майҙанында икеләтә вилла (19211922 йылдар)
  • Штайнбергтың эшләпә фабрикаһы бинаһы, Луккенвальд (19211923 йылдар.)
Берлинда Моссе йорто
Хемницта Шокен универмагы
  • Берлинда Ам-Рупенхорн урамында шәхси йорто (19281930 йылдар)
  • Германия металсыларының профсоюздар йорто, Берлин-Кройцберг (19281930 йылдар)
  • Колумбус-хаус, Потсдам майҙаны, Берлин (19281932 йылдар)
  • Йәһүд йәштәре үҙәге, Эссен (19301933 йылдар)
  • Өс патриархтың масонлыҡ ложаһы, Тильзит (1925—1926 йылдар)

Норвегия[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • «Dobloug» баҡса магазины, Осло, Норвегия (1932), Мендельсондың проекты буйынса төҙөлгән.

Бөйөк Британия[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Израиль[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Вейцман виллаһы, Зив институтының студенттар ҡаласығы (хәҙер Вейцман институты), Тель-Авив янында Реховот (19351936 йыл)
  • ошо уҡ ваҡытта Вейцман институтының өс бинанан торған комплекс төҙөлә
  • Зельман Шоккен виллаһы һәм китапханаһы, Иерусалим (19341936 йылдар)
  • Йәһүд Иерусалим университеты (19341940 йылдар)
  • Хадасса университеты госпитале, Иерусалим (19341939 йылдар)
  • Инглиз-фәләстин банкы, бинаһы Иерусалим (19361939 йылдар)
  • Хөкүмәт госпитале бинаһы, Хайфа (19371938 йылдар)

СССР[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Ҡыҙыл байраҡ» туҡыу фабрикаһының көс станцияһы, Санкт-Петербург
  • «Ҡыҙыл байраҡ» туҡыу фабрикаһы, Ленинград,  архитектура ҡомартҡыһы[7] (19251926 йылдарҙа). Мендельсондың проекты буйынса тик көс подстанция төҙөлгән, хәҙер урындағы әһәмиәткә эйә булған архитектура ҡомартҡыһы. Фабрика ҡоролмаларының төп комплексы 1926—1928 и 1934—1937 йылдарҙа үҙгәртелгән проект буйынса төҙөлөп бөтә[8] (проекттың өлкән архитекторы — И. А. Претро, архитектор С. О. Овсянников һәм инженер Е. А. Третьяковҡатнашлығында).
  • Советтар Һарайының конкурс проекты (1932, тормошҡа ашырылмай).

АҠШ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. VIAF — 2012.
  2. 2,0 2,1 2,2 Немецкая национальная библиотека, Берлинская государственная библиотека, Баварская государственная библиотека и др. Record #11858071X // Общий нормативный контроль (GND) — 2012—2016.
  3. 3,0 3,1 BNF танытҡысы: асыҡ мәғлүмәт платформаһы — 2011.
  4. Museum of Modern Art online collection
  5. SNAC — 2010.
  6. Erich Mendelsohn in Berlin. books.google.ru.
  7. :Шаблон:Памятник архитектуры/new/spb-ҙән сыҡҡан
  8. Просмотр М. Л. Макогонова. Эрих Мендельсон в Ленинграде: фабрика «Красное Знамя» // В сб. «Невский архив», вып. II. — М; СПб.: Atheneum; Феникс, 1995.ISBN 5-85042-033-9, Ҡалып:ISBN с опечаткой; см. также ,

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]