Эстәлеккә күсергә

Эрнст Хаппель (стадион)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эрнст Хаппель
Тулы исеме

Эрнст-Хаппель-Штадион

Үҙенсәлекле исеме

Ernst-Happel-Stadion

Элекке исеме

Пратер (Пратерштадион)

Урынлашыуы

Вена, Австрия

Төҙөлгән

1929

Асылған

11 июль 1931

Реконструкцияланған

1986

Архитектор

Отто Эрнст Швейзер

Милексе

Вена ҡалаһы

Һыйҙырылышлығы

55 665

Өйҙәге команда

Австрия Австрия йыйылма командаһы

Майҙан размеры

105×68 м

 Эрнст Хаппель Викимилектә

«Эрнст Ха́ппель» (нем. Ernst-Happel-Stadion произношение ; 1992 йылға тиклем «Пратер» тип атала Praterstadion йәки Wienerstadion) — Австрияның Вена ҡалаһындағы футбол стадионы. Футбол буйынса Австрия йыйылма командаһының стадионы.

Стадионды төҙөү 1931 йылдың 11 июлендә тамамлана. ул — Австриялағы иң ҙур стадион. Хәҙерге исем Австрияның күренекле футболсыһы һәм тренеры Эрнст Хаппель хөрмәтенә бирелә. «Эрнст Хаппель» — футбол буйынса Австрия йыйылма командаһының стадионы. Клуб кимәлендә ул ил кубогы матчтарын һәм халыҡ-ара матчтарҙы ғына ҡабул итә, атап әйткәндә, «Аустрия» һәм «Рапида» матчтарын, сөнки уларҙың өй ареналары Европа лигаһы һәм УЕФА чемпиондары лигаһы матчтарын ҡабул итеү өсөн бәләкәй.

Вена муниципалитеты «Эрнст Хаппель» стадионын 2008 йылғы Европа чемпионаты өсөн реконструкциялауға 36,9 млн евро сарыф итә[1]. 2008 йылғы Европа чемпионатының финалы 2008 йылдың 29 июнендә үтә.

  1. ↑ История стадиона «Эрнст Хаппель». Дата обращения: 5 август 2025. Архивировано из оригинала 29 ноябрь 2014 года.