Эскадрон (йыр)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
«Эскадрон»
Йыр
Жанр

башҡорт халыҡ йыры

Башҡарыу теле

башҡорт

Авторы

халыҡ

«Эскадрон» — башҡорт халыҡ йыры (һалмаҡ көй).

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡараһана, дуҫҡай, ҡараһана,

Урал тауы тора күгәреп.
Уралтауға ҡарап бер йырлайыҡ,
Уйҙарҙы ла алыҫ ебәреп.
Йырҙар яҙҙым Урал ҡаяһына,
Иҫтәлектәр булып ҡалһын тип;
Иҫтәлектәр булып ҡалһын тип;
Урал ғына ҡошо, ай, һандуғас,
Ат менгәндә моңло һайранын,
Ҡындан алып алмас ҡылысымды
Урал ташҡайына ҡайраным.
«Эскадрон» башҡорт халыҡ йыры.

Башҡорт халыҡ йыры «Эскадрон» фәлсәфәүи мәғәнәгә эйә. Беренсе тапҡыр Ғ. З. Сөләймәнов тарафынан Харис Хакимовтан 1929 йылда БАССР-ҙың Йылайыр кантоны 2-се Төрөкмән ауылында (Башҡортостандың Баймаҡ районы 2-се Төрөкмән ауылы) яҙып алынған. Йырҙың тексы «Башҡорт халҡ ижады» (1‑се том, 1954) нәшер ителә, К. Й. Рәхимов яҙып алған текст менән ноталары «Башҡорт халыҡ йырҙары» китабында баҫылып сыға. Йырҙың башҡа варианттарын С. А. Галин, И. В. Салтыков яҙып алалар.

Йырҙы ижад итеү 1812 йылғы Ватан һуғышы менән бәйле: йырҙа тыуған яҡтары менән хушлашыу алдынан башҡорт һыбайлы яугирының хис-тойғолары тасуирлана. Йыр тыуған яҡты, Уралдың матурлығын данлай. Башҡорт халҡы үҙенең традицияларына тоғролоғон, Ватанына сикһеҙ мөхәббәтен, илһөйәрлек тойғоһон юғары образлы поэтика менән оҫта бирә. Халыҡ Уралтауҙан алған рухи көстө изге күреп, шуның менән йәшәгән, өмөт-хыялын уға төбәгән икәнлеге күренә. Яугир үҙе менән Тыуған иленә булған сикһеҙ мөхәббәтен алып китә һәм фәҡәт бер генә теләк, бер генә өмөт ҡалдыра:

Яуҙа йөрөп, иҫән ҡайта алмаһам,
Урал тауы иҫкә алһын тип.

Йырҙың яңғырашына киң диапазон (дуодецима), үҙгәреүсән ритм һәм фразаларҙың аҙағында орнаменталь биҙәктәр менән байытыу хас. Көйҙөң һалмаҡ ҡына кульминация нөктәһенә тиклем көсәйә барыуы хушлашыу алдынан булған һағыныу хистәрен көсәйтә. Йырҙың бөтә йөкмәткеһе ошо хис менән һуғарылған.

Йырҙың варианттары «Иҫке эскадрон», «Яңы эскадрон» исемдәре аҫтында билдәле.

Көйҙө ҡулланыу[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йырҙы композиторҙар Х. Ф. Әхмәтов — фортепиано һәм тауыш, И. И. Хисаметдинов — орган, А. А. Эйхенвальд — симфоник оркестр өсөн эшкәрткәндәр.

Башҡарыусылар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Эскадрон» йыры Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы Флюра Килдейәрованың, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Абдулла Солтановтың, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, ҡурайсы Әҙеһәм  Исҡужиндың һәм башҡа йырсыларҙың репертуарына ингән.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Башҡорт энциклопедияһы. Өфө. 1996 г.
  • Военная история башкир. Уфа. Башкирская энциклопедия. 2013. с. 384.
  • Башҡорт халыҡ ижады. 8 том. Йырҙар. Өфө. 1995.
  • Фоменков М. П. Башкирская народная песня. Уфа. 1976.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]