Эске македон-одрин революцион ойошма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Эске македон-одрин революцион ойошма
Нигеҙләү датаһы 1893
Милке Q11045041?, Freedom or Death, 1903[d], Autonomy (newspaper, 1903)[d] һәм Q12292226?
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 1934
Commons-logo.svg Эске македон-одрин революцион ойошма Викимилектә
Христо Чернопеев етәкселегендәге Македон ополчениеһының партизан ротаһы. Ул Беренсе Балкан һуғышында ҡатнашҡан

Эске македон-одрин революцион ойошма (ҡыҫҡартмаһы Эске МОРО, болг. Вътрешна Македоно-Одринска революционна организация) — милли-азатлыҡ революцион ойошма, 1893—1919 йылдарҙа Македонияла һәм Одрин Фракияһында эш иткән.

Ойошманың правилнигы
БМОРК уставы (1894—1896 йылдар). 3-сө статья: «Һәр болгар БМОРК ағзаһы була ала»

Ойоштороу[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Никола Карев, Крушево Республикаһы етәксеһе

1893 йылдың 23 октябрендә Салоники ҡалаһында ойошторола. Ойоштороу йыйылышында алты ойоштороусы ҡатанаша: Дамян Груев, Христо Татарчев, Петр Попарсов, Христо Батанджиев, Андон Димитров һәм Иван Хаджинколов. Башта ойошма МРО — Македон революцион ойошмаһы тип атала.

Ойошма Македонияның һәм Көнсығыш (йәки Одрин) Фракияһының болгар милләтле халҡын[1] Ғосман империяһы бойондороҡлолоғонан ҡотҡарыу кбурысын ҡуя.

1894 йылда Ресен ҡалаһында конгресс була, унда ойошманың яңы уставы раҫлана, «На оръжие»[2] («Ҡоралға») һәм «Бунтовник» («Бунтарь») революцион гәзиттәрен аса. Ойошмаға Болгар македон-одрин революционер комитеттары (БМОРК) тигән атама бирелә.

1896 йылда Салоникиҙағы съезда Г. Делчев, Г. Петров һәм башҡаларҙың инициативаһы буйынса ойошма Македонияның һәм Адрианополь (Одрин) вилайәтенең тулы сәйәси автономия алыуы яҡлы һәр кемде милләтенә ҡарамай берләштереүҙе күҙҙә тотҡан программа менән устав ҡабул итә. МРО-ға Йәшерен Македон-Одрин революцион ойошма (Йәшерен МОРО) тигән атама бирелә.

Г. Делчев, Д. Груев һәм башҡалар етәкселеге аҫтында Йәшерен МОРО Македонияның ауылдары һәм ҡалаларында легаль булмаған комитеттар һәм түңәрәктәр ойоштора. Йәшерен МОРО-ның ҡораллы отрядтары төрөк карателдәренә ҡаршы яуҙар алып бара (1898—1903 йылдарҙа 130-лаған алыш).

Илинден ихтилалы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1903 йылдың 2 авгусында Йәшерен МОРО етәкселеге аҫтында Илинден ихтилалы була (атамаһы Изге Илия, македонса Илинден көнө хөрмәтенә бирелә). Ихтилал ул саҡтағы Төркиә сиктәрендә автономиялы македон-фракий дәүләтен ойоштороу маҡсатын ҡуя. Баш күтәреүселәр Крушево ҡалаһын ала һәм Крушево Республикаһын иғлан итә. Республика етәксеһе вазифаһын Никола Карев биләй. Әммә республика 10 көн генә йәшәй һәм 12 августа төрөк ғәскәрҙәре тарафынан баҫып алына. Ихтилалда 35 меңләп кеше ҡатнаша.

Бүленеү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1904 йылдан һуң ойошма ике ҡанатҡа бүленә. Уң ҡанатҡа — Христо Матов, Иван Гарванов, Борис Сарафов һәм башҡалар, һулға Яне Санданский, Христо Чернопеев һәм Димо Хаджидимовтар инә. 1905 йылда ойошманың дөйөм конгресы үтә. Ойошмаға Эске Македон-Одрин революцион ойошма (Эске МОРО) тигән исем бирелә. Яңы уставҡа ярашлы, ойошманың яңы үҙәк комитеты төҙөлә. Уға Дамиан Груев, Пере Тошев һәм Тодор Попантов инә. Әммә конгресс ҡапма-ҡаршылыҡтарҙы хәл итмәй. Дамиан Груев көсөргәнешлекте 1906 йылда вафат булғанына тиклем йүгәндә тота килә. Унан һуң ойошма тулыһынса бүленә.

Уңдар Болгарияға ҡушылыу яғында була. Һулдар быға ҡырҡа ҡаршы төшә, уларҙың фекеренсә, был Балкан Федерацияһы идеяһына ҡаршы килә.

Эске МОРО-ның һул ҡанаты йәш төрөк инҡилабын хуплап ҡаршы ала, 1908 йылдың авгусында Халыҡ федератив партияһын — Я. Санданский етәкселегендә Болгар секцияһын ойоштора. Эске МОРО-ның уң ҡанаты Македонияның бойондороҡһоҙлоғона өлгәшә һәм йәш төрөктәр инҡилабына ҡаршы була. Ул 1908 йылдың сентябрендә Болгар конституцион клубтары союзын ойоштора.

Беренсе Балкан һуғышы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1912 йылда Беренсе Балкан һуғышы ваҡытында Эске МОРО партизан отрядтары һәм ополчениелар ойоштора, улар һуғышта Болгария яғында ҡатнаша.

Серб властарына ҡаршы хәрәкәттәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Беренсе Балкан һуғышы тамаланғас, Эске МОРО 1913 йылдың 15 июнендә серб властарына ҡаршы Тиквеш ихтилалын башлай. Македониялағы Тиквеш тигеҙлеген Серб властары ҡуланыда була. Сербтарҙың 50 ерле төрөктө үлтереүе ихтилал башланыуға һылтау була. Ихтилалсылар һаны 1000-гә етә. Ихтилал Серб арммияһы тарафынан аяуһыҙ баҫтырыла.

1913 йылдың 9 сентябрендә Эске МОРО Сербияға ҡаршы Охрид-Дибра ихтилалын күтәрә. Ул да баҫтырыла.

1912—1913 йылғы Балкан һуғыштарынан һуң ойошманың эшмәкәрлеге Македония территорияһында бара.

Беренсе донъя һуғышы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Беренсе донъя һуғышы ваҡытында Эске МОРО етәкселегендә ойошторолған ҡораллы формированиелар Болгария яғында һуғыша.

Беренсе донъя һуғышында еңелгәндән һуң Эске МОРО 1919 йылда бер нисә ойошмаға тарҡала, әммә йәҙрәһе һаҡлана һәм Эске македон революцион ойошмаһын ойоштора.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Болгарское национальное движение в Македонии и Фракии в 1894—1908 гг., Идеология, программа, практика политической борьбы, Лабаури Дмитрий Олегович, София, Академическое изд. им. проф. Марина Дринова, 2008, ISBN 978-954-322-317-6, стр. 7.
  2. Хр. Силянов Освободителнитѣ борби на Македония, I.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]