Эстонияла транспорт
Эстонияла транспорт — был башлыса автомобиль һәм тимер юлдары селтәре.
Автомобиль юлдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- бөтәһе: 57,565 км (шул иҫәптән 16,465 км федераль юлдары)
- таш түшәлгән: 12,926 км (шул иҫәптән 99 км автомагистралдәре)
Дәүләт әһәмиәтендәге трассалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дәүләт әһәмиәтендәге трассалары Эстония юл селтәре йәҙрәһен барлыҡҡа килтерәләр. Уларҙың дөйөм оҙонлоғо 16,465 км (йәғни бөтә юлдарҙы 29%-ын) тәшкил итә, шуларҙың 59 % таш менән түшәлгән[1]. Был трассалар әһәмиәте буйынса 3 классҡа бүленә:
- баш юлдар (1,601 км)
- төп юлдар (2,391 км)
- ярҙамсы юлдар (12,425 км)
Номер | Европа маршрутының номеры | Маршрут | Оҙонлоғо (км) | Иҫкәрмәләр |
---|---|---|---|---|
1 |
|
Таллин — Нарва | 212 | Таллиндан яҡынса 60 км алыҫлыҡта башланып Санкт-Петербургҡа йүнәлгән автомагистраль, Рәсәйҙә Нарва автомагистрале (М11) булараҡ дауам итә |
2 |
|
Таллин — Тарту — Выру — Лухамаа | 286 | Таллиндан 21 км алыҫлыҡта башланған автомагистраль, Эстонияны көньяҡ-көнсығыш йүнәлеш буйлап киҫеп үтә һәм 7-се һанлы маршрут менән тоташа |
3 |
|
Йыхви — Тарту — Валга | 219 | Валганан Ригаға A3 Латвия магистрале булараҡ дауам итә |
4 |
|
Таллин — Пярну — Икла | 193 | Таллиндан 14 км алыҫлыҡта башланған һәм Иклаға йүнәлгән автомагистраль, A1 Латвия магистрале булараҡ Ригаға хәтле дауам итә |
5 | Пярну — Раквере — Сымеру | 184 | Пярнунан Пайде аша үтеп Раквере тирәһендә 1-се һанлы маршрут менән тоташа | |
6 | Валга — Уулу | 125 | Пярнунан Килинги-Нымме аша Валгаға йүнәлгән | |
7 |
|
Рига — Псков | 22 | Эстонияның көньяғында, Миссо янындағы ҡыҫҡа участок, A212 Рәсәй автомагстрале һәм A2 Латвия автомагистрале булараҡ дауам итә |
8 |
|
Таллин — Палдиски | 47 | Кейла аша үтә, Кейла-Палдиски участогы — E 265 Европа маршрутының бер өлөшө, ул Капельскарҙа переправа булараҡ дауам итә |
9 | Ээсмяэ — Хаапсалу — Рохукюла | 81 | Рохукюланан Хийумаа утрауына переправа | |
10 | Ристи — Виртсу — Куйвасту — Курессааре | 144 | Виртсу һәм Куйвасту (Муху утрауы) араһында переправа | |
11 |
|
Таллин түңәрәк автоюлы | 38 | |
92 | Тарту — Вильянди — Килинги-Нымме | 123 |
Тимер юлдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- бөтәһе: 900 км дөйөм ташыуҙарҙың линияһы (ябыҡ сәнәғәт линиялары менән бергә 1200 км)
- киң колея: 1520 мм йәғни 1524 мм колея киңлеге менән 900 км (шул иҫәптән 133 км электрификацияланған)
Күрше илдәр менән тимер юл аша бәйләнеш
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Порттар һәм гавандәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Эстонияла Дәүләт Регистрында теркәлгән 45 порт бар, уларҙың барыһы ла тиерлек Балтик диңгеҙе яр буйында урынлашҡан.
Иң ҙур порттар Мууга (Таллин янында), Таллин (бер нисә порттан тора), Кунда, Пярну һәм Силламяэ.
Башҡа илдәр менән паром аша бәйләнеш
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сауҙа флоты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- бөтәһе: 50 судно (күләме 1,000 рег. т. һәм унан күберәк), дөйөм күләме 306,264 рег. т. һәм йөк күтәреүсәнлеге (дедвейт йәғни DWT) 293,083 тонна.
- төрө буйынса суднолар: (1999 йылға ҡарата)
- балкер — 3
- йөк судноһы — 20
- ишелмәле йөк өсөн судно — 1
- контейнерташығыс — 5
- танкер — 2
- ролкер — 13
- бәләкәй диңгеҙ рейстары өсөн пассажир судноһы — 6
Аэропорттар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Аэропорттар с твёрдым покрытием взлётно-посадочных полос
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- барлығы: 12 (2007 йылға ҡарата)
- 3,047 метрҙан ашыу: 1
- 2,438 метрҙан 3,047 метрға тиклем: 7
- 914 метрҙан 1,523 метрға тиклем: 3
Леннарт Мери исемендәге Таллин аэропорты Эстонияның иң ҙур аэропорттарның береһе булып тора.
Торбаүткәргестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- тәбиғи газ — 859 км (2007 йылға ҡарата)
Йылға транспорты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 320 км йыл әйләнәһенә суднолар йөрөшлө һыу юлдары.
Ҡала транспорты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Эстония ҡалаларында автобустар ғәҙәти ҡала транспорты булып тора. Бынан башҡа, Таллинда троллейбустар, трамвайҙар һәм Аэгна утрауы менән диңгеҙ бәйләнеш бар. Эстония граждандары өсөн, мәҫәлән, Таллинн ҡалаһында автобуста йөрөү түләүһеҙ. Улар таблоға махсус картаны ҡуя, чип гражданиндың кем икәнен белдертә. Сит ил граждандары өсөн юл хаҡы арзан түгел.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Годовой отчёт 2007 . Эстония юл идаралығы. Дата обращения: 2 ноябрь 2009. Архивировано 6 декабрь 2008 года. 2009 йыл 6 март архивланған.